6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яҙғы ҡырҡыулашыу
25.03.05


       Ауыр хәлдә дауахана койкаһында ятҡанда, тормош бөтөнлә й икенсе төҫ ала. Иреп ятҡан бысраҡ ҡар өҫтөнән йәки быҫҡаҡл ап яуған ямғыр аҫтында урам буйлап үтеү ҙур шатлыҡ булып күр енә. Ә инде сәләмәт булыу - бөтөнләй аңлатып бирә алмаҫлыҡ б әхет. Бик ҡыйын булғанда, һәр секунды һыҙланыу менән тулы ва ҡытты иҫәпләгәндә донъя йөҙөндә ни тиклем ғазап булғанын аңл айһың, бәхетһеҙлек буйынса "коллегаларыңдың" һыҙланыуын урта ҡлашаһың. Әммә сирлеләр менән танышлығым артҡан һайын мин уларҙың ҡайһы берҙәренең диагнозы үҙҙәре теләп алған ауырыу икәнлеген нығыраҡ аңланым.
       Беҙҙе дауалаусы табип - Евгений Михайлович Шамин. Мине был кеше бик ғәжәпләндерә. Беренсенән, ул Өфөнөң бишенсе дауаханаһында 32 йыл эшләй. Юлбашсылар, йәмғиәт ҡоролошо, ру хи ҡиммәттәр, эш хаҡы алмашына, һынылыштар, дефолттар үтә...
       Ил икенсегә әүерелде. Ә Евгений Михайлович көн һайын ошо
       дауаханаға килә һәм кешеләр дауалай.
       Икенсенән, уның әсәһенә инде 88 йәш - Рәсәйҙә ҡатын - ҡыҙҙарҙың уртаса алғанда етмеш йәшкә тиклем йәшәмәүен иҫәпкә алғанда, насар күрһәткес түгел, килешегеҙ. Бында ла м ин Шаминдың ул һәм доктор булараҡ ҡаҙанышын күрәм.
       Өсөнсөнән, Евгений Михайлович нисек итеп көндәлек тикшере ү үткәрә Һәр палатала ул бер сәғәттән артыҡ туҡтала, сирлел әрҙе бик ентекләп тикшерә. Береһенең ҡан баҫымы артҡан, икен сеһенең - ашҡаҙаны менән проблема, өсөнсөһөнөң нервыһы ҡуҙғы ған - табип шунда уҡ үҙе барып дарыу алып килә. Тикшереү бар ышында кемдеңдер тамыҙғысында дарыуы бөтһә, ул үҙе энәне алы п, шәфҡәт туташының эшен бөтөрөп ҡуя... Бер тапҡыр ул буш сүп -
       сар кәрзинен палатаға алып инеп раковина аҫтына ҡуйҙы. Авто матик рәүештә эшләй ул быны - кәрзин урынында торорға тейеш,
       ә йыйыштырыусы уны ишек төбөндә ҡалдырған...
       Әммә иң мөһиме - яңы ауырыу килгән һайын Евгений Михайлов ичтың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, был инде уның үҙ
       һөнәренең оҫтаһы булыуы тураһында һөйләй, әйтерһең дә ул кроссвордта яңы йомаҡты сисә.
       Ике йыл элек инфаркт үткәргән ҡатын килде.
       - Йөрәгегеҙ ҡайһы йәштән башлап ауырта
       - Бала саҡтан.
       Тағы бер нисә һорау һәм доктор: "Ҡалҡан биҙен тикшерергә кәрәк" - ти.
       - Миңә ул биҙгә 19 йәшемдә үк операция яһанылар.
       - Йөрәгегеҙ шуға күрә ауыртҡан да инде.
       Тағы бер нисә һорауҙан һуң табип сирҙең барлыҡҡа килеү
       сәбәбен таба, күрәһең, сөнки бер нисә аҙнанан ҡатындың хәл е күҙгә күренеп еңеләйә.
       Ауырыуҙың шатлығы эсенә һыймай: "Ике йыл йонсоном, бер кем дә ярҙам итә алманы. Ҡосаҡлап үбергә ине үҙен!"
       Ә кисен беҙ Зәлиә менән (ҡатындың исеме) һөйләшеп алып киттек һәм мин уны инфарктҡа нимә алып килеүе тураһында һора ным. Ул миңә үҙенең ирҙәре тураһында бәйән итте. Зәлиә ғаилә
       бәхете тураһында хыялланыу ғына түгел, уны булдырырға ла би к тырышып ҡараған икән. Ҡатынға 60 йәш, ҡарап тороуға сәләмә т һәм йәш күренә, ундайҙар тураһында "сиртһәң ҡаны сығырлыҡ" тиҙәр. Фатиры уңайлыларҙан түгел, һыу ташырға, мейесен яғырғ а кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ир ҡулы артыҡ булмаҫ ине, әлбиттә.
       Ирлеккә кандидат һәм тормош иптәштәре нисәү булған уның
       Байтаҡ. Тик барыһын да ҡыуып сығарып бер үҙе тороп ҡалған. Ниңә Бына миҫал өсөн береһе. Ир кеше ҡатындың йортона күсенеп килә. Эш хаҡы 220 һум, уның 20 һумын ҡатынына бирә, ҡалғанына байрам итә. Киске сменан ҡайтҡан Зәлиә "бәхетен" бер нимә белмәйенсә, өҫтәүенә диванын "еүешләп" йоҡлап ятҡан
       хәлдә таба. "Миңә ятып ял итергә лә урын юҡ ине, бар ер еүе ш", - тип хәтерләй ул. Эре һөйәкле, көслө ҡатын, һарыуын айы рыуса ҡайнатҡан бер ваҡытта иҫһеҙ ирен күтәреп ала һәм иҙәнг ә ырғыта. Ир булған кеше уянмай ҙа. Ә инде иҫенә килгәс, Зәлиә уға ишеккә табан күрһәтә. Көндәрҙең береһендә, ҡатыны өйҙә булмағанда, тегенеһе машина яллап, баҙҙан ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бар аҙыҡ - түлекте тейәп сығып китә. "Мин нисекте р туҡланырға тейеш инем бит" тип аҡлана ул һуңынан. "Улым менән мине запасһыҙ ҡалдырыуы уны бөтөнләй борсомай", - тип әсенә Зәлиә.
       Ҡалған ирҙәре лә йүнле булмай. "Ниңә һеҙгә тик шундайҙар
       ғына тура килгән һуң" - тип аптырауыма ул: "Белмәйем. Бәлк и, сәбәп минең физик һәм рухи яҡтан көслө булыуымдалыр. Мин ең ҡулымдан барыһы ла килә ине - утын ҡайтартыу булһынмы,
       ремонт ойоштороумы. Башта ирҙәрем ярҙам итергә маташып ҡараны, әммә һуңынан тынысланып диван өҫтөнән төшмәнеләр".
       Зәлиә күп тапҡыр төрлө әүлиә һәм дауалаусыларға мөрәжәғәт
       итә. Әле лә ул шикле кешеләр менән бергә ултырып ашамай, көҙгөһөн берәүгә лә бирмәй, мендәр аҫтында "сихәтле" китабы ята. Табиптарҙың ҡушҡанын теүәл үтәй, бер ялан дарыу үләндәр е эсеп бөткәндер, моғайын. Әлегә файҙаһы бик аҙ тейә. Зәлиә эргәһенә социаль хеҙмәткәр килә, аҙыҡ - түлек килтерә, ә ҡар ап тороуға һау күренгән ҡатын саҡ ҡына артыҡ хәрәкәт яһаһа ла тиргә бата, магазинға ла сығып әйләнә алмай. Улы күптән өйләнеп, ғаиләһе менән Себергә сығып киткән.
       Ә минең гүзәл затҡа түбәндәге һорауҙы биргем килә: "Ниңә беҙ, ҡатын - ҡыҙҙар, шул тиклем көслө Ниңә барыһына ла үҙебеҙ тотонабыҙ. Был беҙгә кәрәкме"
       Бына етмеш йәштәрҙәге пенсионер ҡатын, ауырлығы центнерҙан ашыу. Тыны ҡыҫыла, йүнләп йөрөй алмай, аяҡтары һыҙлай, үлергә әҙерләнә. Дауаханаға ул үҙенең бәлештәрен күтәреп килеп инде, аҡ май алмағанына үкенә.
       - Иртә менән зарядка эшләйһегеҙме - тип һорай доктор.
       - Ваҡытым юҡ минең.
       - Бар ваҡытығыҙҙы аш - һыу бүлмәһендә үткәрәһегеҙме
       - Эйе, ашарға бешерәм.
       - Һеҙгә бешерергә һәм көнөнә унар тапҡыр ултырып ашарға ярамай. Кәбеҫтә менән генә туҡланырға кәрәк. Егерме килоға ябыҡһағыҙ, барлыҡ ауырыуҙарығыҙ юҡҡа сығыр.
       Бына тағы бер ҡатын - Людмила Федоровна, астманан ғазаплана . Был ауырыуы ла буштан килмәгән. Бер аэрозоль баллоны 300 -
       500 һум тора. Тәүлегенә дүрт тапҡыр өйәнәге тота. Инвалидлы ҡ буйынса аҡса алмай тип әйтерлек. Башта күп йылдар буйы бронхиттан ғазап сиккән. Табиптарға йөрөмәгән - ваҡыты юҡ, йәнәһе, поезда проводница булып эшләй.
       Дүрт йыл элек, яңы йыл байрамдары алдынан һалҡын тейҙерә,
       әммә поликлиникаға бармай - уны алмаштырырлыҡ кеше табылмай, юғары температура менән йөрөп вахтаһын үтәй. Тыны ҡыҫа башлай, тиҙҙән уны бөтөнләй "насар" көйөнә поездан "тиҙ
       ярҙам" менән дауаханаға илтәләр. Шулай итеп бронхит астмаға әүерелә, Людмила Федоровнаны эш хаҡы бәләкәй булған еңел эшкә күсерәләр. Дауаханала ул бөгөн йыш ҡунаҡ.
       Егерме йыл ғүмерен биргән эш урынынан матди ярҙам көтөргә
       тура килмәй. Людмила Фелоровна "тарихтың" шулай тамамланырын белһә, бронхитына ҡаршы көрәште элегерәк башламаҫ инеме икән Совет ғәҙәте ҡаныбыҙға һеңгән шул - нисек тә түҙергә, эшләргә, хужа әрләмәһен. Бына хәҙер уның
       үҙ ойошмаһына ла кәрәге юҡ - файҙаланылған материал.
       ... Мин йыш ҡына ошо дауахана эргәһенән үтәм һәм ул миңә һәр ваҡыт ғүмерҙең ҡиммәте, беренсе сиратта, сәләмәтлектә икәнлеген иҫкә төшөрә.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал