6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

"Студенттар яҙы" тураһында иң сағыу төҫтәрҙә
25.03.05


       "Студент яҙы", йәғни юғары профессиональ белем би реү учреждениелары студенттарының ижад фестивале үҙенең тәүг е һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра башланы ла инде. Бына, мәҫәлә н, күптән түгел, 22 март көнө, Башҡорт дәүләт аграр универси тетында факультет - ара ярыштар тамамланды, унда еңеүселәр республика вуздары араһындағы ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Быйыл ул ар ярайһы уҡ күп - барлығы 21 вуз йыйылды һәм уларҙың һәр береһе гала - концертҡа эләгергә теләй.
       - Ғөмүмән алғанда, Башҡортостанда вуздар ун биш тирәһе,
       әммә филиалдар менән күберәк йыйыла, - ти БР Профсоюздар федерацияһының социаль - гуманитар бүлеге белгесе Светлана Ф азылова. - Һәм беҙ "Студент яҙына" юғары уҡыу йорттары
       шундай ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауына шатбыҙ. Иҫкә төшөрһәк,
       35 йыл элек, барыһы ла әле тик башланған саҡта фестиваль хәрәкәтендә бары тик өс вуз ҡатнашҡан, ике йыл элек иһә улар
       11 ине.
       Әйтергә кәрәк, "Студент яҙы" - студенттың ижади йәһәттән өлгөрөп еткәнлегенә үҙенсәлекле һынау, рухи үҫеш күрһәткесе булып тора. Был планда ректор корпусы, студент клубтары, профсоюз ойошмаларының роле ҙур, әлбиттә. Бөгөн факультет - ара ярыш һәм конкурстар һәр институт - университетта бара, һ әм мин фестивалде ойоштороу менән тәүге йыл ғына шөғөлләнмәг әнлектән һәр вуздың нимә менән дан тотоуын беләм. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты үҙенең бардтары,
       музыкаль коллективтары, йырсылары, рок - төркөмдәре менән билдәле. Аграр университетта бына тигән халыҡ бейеүе һәм йыр ансамблдәре эшләй, хореография һәм хор сәнғәте сәскә ата . Әйтәйек, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы башҡорт халҡының милли йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай: студенттар үҙҙәре милли костюмдар тегә, йырлай һәм бейейҙәр - саф милли сәнғәт ынйылары инде!
       Нефть университеты, техник уҡыу йорто булыуына ҡарамаҫтан , студенттарҙы эстетик йәһәттән тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә . Университет тәрбиәләнеүселәре - ысын театралдар - уларҙың өс
       театры бар: музыкаль, инглиз һәм драма театры. Нефтселәрҙең хореографияһы ла юғары кимәлдә.
       Сағыу һәм үҙенсәлеклеләр рәтенә Башҡорт дәүләт педагогия ниверситетын индерергә кәрәк. Бында уҡыусы студенттар яҡшы а ктер, йырсы һәм бейеүсе генә түгел, педагог та: йыл һайын ул ар гала концерт үткән мәҙәниәт һарайы алдында балалар өсөн байрам - "БДПУ студенттары - балаларға" тип аталған акция ойоштора.
       Ниңә алға һәр ваҡыт бер үк вуздар сыға һәм башҡаларҙы "артта ҡалдыра" һуң Моғайын, эш аҡыллы һәм ҡыҙыҡһыныусан пе дагогтарҙа, бай мәҙәни йолаларҙа һәм йылдар дауамында тупланған тәжрибәләлер.
       Иң сағыу һәм күңелгә ятышлы коллективтарҙың береһе - Тим ур Хәкимов етәкселегендәге "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбл е ( БДАУ). Унан тыш ирле - ҡатынлы Абдуллиндарҙың "Ирәндек" коллективы (БДУ). Хәйер, барыһын да һанап бөтөп буламы ни
       Марттың икенсе яртыһы - ойоштороусылар вуздарҙың студент фестивалдәрен үткәреү графигын билдәләү ваҡыты. Май айында ү тәсәк гала - концертта ҡатнашыусыларҙы комиссия апрель башында һайлай башлай. Жюри беренсе булып, күптәнге йола буйынса, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына киләсәк. Был уҡыу йорто студенттарының сығышы фестивалде асып ебәрәсәк.
       Студенттар быйылғы йылдың девизын да онотмай, ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арнала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал