6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Гарик Сукачев: "Ҡурайҙа илаһи моң бар..."
25.03.05


       Өфөгә концерт менән Гарик Сукачев һәм уның "Неприкасаем ые" төркөмө килеп китте. Залда алма төшөр урын юҡ, тамашасыл ар ыңғай хис - тойғолар диңгеҙендә йөҙә, күп журналистар йыйған бына тигән матбуғат конференцияһы ойошторолдо - башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки Гарик - илебеҙҙең иң сағыу ижа д кешеләренең береһе, ул һаман да шулай уҡ ҡыйыу һәм дыуамал , шул уҡ ваҡытта изге күңелле һәм аҡыллы булып ҡала белә.
       Шпана
       Сукачев үҙенең сәхнәләге образын күптән инде аша а тлап үтте. Хәҙер хатта сәхнәлә лә был егет ваҡыты - ваҡыты менән үҙенең элекке манералы йырлауынан тайпылып ала - күңел күккә күтәрелә, әммә имидж тигән нимә Гарикты барыбер ерҙә тота. Һәм уға тағы ла саф, йомшаҡ, күңелгә ятҡан вокалдан сығып, башкиҫәр Сукачев тауышына күсергә тура килә.
       Был күп яҡлы кеше - ижади шәхестең үҙ - үҙе менән гармония ла йәшәй алыуының иң сағыу өлгөһө. Гарик - уйланыусы кеше, у л әле лә бик күп мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй, тәбиғәт менән килешеп йәшәй, төрлө кешеләр менән аралашырға ярата һәм яуызлыҡты йәне һөймәй. Сәхнәлә иһә Гарик - хулиган. Ысынлап та концерт алдынан "артығын төшөрөп" сыҡҡанмы ул, әллә шул тиклем образға ингәнме, ҡайһы ваҡыт билдәләп тә булмай.
       Гарик үҙенең сығышы ваҡытында туҡтауһыҙ "эш боҙҙо". Колонкаларға менеп тә һелкенде ул, күптәр был башҡарыусының һуңғы сығышының шаһиты булыуҙарына ла ышанып бөттө, әммә, Ал лаға шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамланды. Бахыр сәхнә эшсеһе ар тынан күҙәтеү ҙә ҡыҙыҡ булды - уға минут һайын сәхнәгә йүгереп сығырға һәм буталған шнурҙарҙы рәтләргә, әйләндерелг ән динамиктарҙы урынына ҡуйырға тура килде - Сукачев сәхнә б уйлап газ молекулаһы кеүек тиҙ һәм локомотив кеүек баҫым
       менән йөрөнө.
       Бер нисә тапҡыр йырсы үҙ микрофонының бауына ла баҫты, ул
       һүнгәс, Гарик тиҙ генә икенсе микрофонға күсә һалды, быға өйрәнеп тә бөткән шикелле ул. Был тамашасыларҙы уларҙың яратҡан йырсыһының фонограммаға ҡушылып йырламауына ышандырҙы. Хәйер, улар был йәһәттән шикләнергә уйламаны ла.
       Күңелгә ятышлы һәм күңелле көйҙәр - Гарик һәм уның төркөм ө башҡаса булдыра ла алмай. Партерҙа, һәр ваҡыттағыса, тиҙ ү к ҡыҙырға ашыҡмай торған тамашасы йыйылған ине, әммә йырҙар ар аһында артисьар һәр ваҡыт алҡыштарға күмелде.
       Сукачев ысынлап та залды көйләп ебәрә һәм үҙ тамашасыһына
       ҡәнәғәтлек тойғоһо бүләк итә белә. Пират ҡиәфәтендәге был кеше алдында башҡалар күңелдәрен асып һалырға әҙер. Үҙенең с тилендә күҙ ҡыҫып, маңлай сәсен артҡа ташлауы була - ул иғтибар үҙәгендә.
       Йырсы ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы концертҡа тиклем үк ойошторолғайны. Был турала беҙ юҡҡа ғына мәҡәлә аҙағынан бирмәйбеҙ. Эш түбәндә, әгәр сәхнәлә Сукачев күберә к башкиҫәр ҡиәфәтендә булһа, матбуғат вәкилдәре менән аралашҡанда ул үҙенең киң күңелен асып һалды. Был бик мөһим.
       Философ һәм патриот
       Үҙен журналистар көткән бүлмәгә ингәс, Сукачев аптырауын белдерҙе:
       - Бына һиңә кәрәк булһа! Мин күп булһа бер дүрт кеше ултыралыр тиһәм, һеҙ бына күпме икән!
       Ысынлап та Гарик менән аралашырға теләүселәр күп йыйылғай ны. Земфира һәм Юрий Шевчук менән осрашыуға килгәндән кәм бу лмағандыр, моғайын. Хәбәрселәр күберәк тә була ала ине, әммә был осрашыу тураһында барыһы ла алдан белмәгән.
       Журналистар араһында Сукачевты Гарик тип атаусылар аҙ бу лды. Күберәк хөрмәт менән Игорь тип өндәштеләр.
       - Һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы
       - Ә һеҙ
       - Мин - эйе.
       - Ул ваҡытта һеҙ уңғанһығыҙ. Мин әле эҙләү стадияһында. Ғөмүмән алғанда, сиркәүҙең халыҡ менән идара итеү институты
       булыуы аңлашыла. Бынан тыш ғибәҙәт ҡылыусы, хәйергә аҡсаларын йәлләмәүсе кешеләр күп, әммә улар ҡорамдан сыға, ә
       үҙҙәрендә бер үҙгәреш тә булмай.
       - Ә һеҙҙең талант ҡайҙан килә
       - Ә бына талант ысынлап та Хоҙайҙан.
       - Һеҙ күптән түгел атай булдығыҙ. Һеҙгә был оҡшаймы
       - Иҫ киткес! Бала - ул шулай уҡ Хоҙай бүләге. Ниндәйҙер күҙәнәктән шундай саф заттар барлыҡҡа килгәненә ышанмайым ми н. Балалар - фәрештә ул.
       - "Розыгрыш" тапшырыуына ҡарашығыҙ нисек Уны ҡайһы берәүҙәр хатта судҡа бирә тигән хәбәрҙәр йөрөй.
       Был һорауҙан һуң Гарикты алмаштырғандай булды. Уның асыулы йөҙөе күреп журналистар хатта ҡурҡа төштө:
       - Демократик йәмғиәттә йәшәйбеҙ тибеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе ҡәбәхәттәрсә тотабыҙ. Шәхси ирек тигән төшөнсә бар,
       ә был программа уны бик тупаҫ боҙа - ниндәйҙер милли рәхимһеҙлек! Бар сюжеттар ҙа аяуһыҙ тип әйтмәйем, , әммә ҡайһылары бер ҡалыпҡа ла һыймай. Ә беҙ көләбеҙ! Һәм ҡорбандар судҡа биреп дөрөҫ эшләй. Беҙ кешеме әллә ҡәбәхәттә рме! Донъяны үҙгәртеүҙе үҙеңдән башларға кәрәк! Беҙҙә театр артистары күптән түгел, беләһегеҙ, йыйыштырыусылар кеүек 100
       доллар алып эшләне. Әйтәйек, ижад кешеһе аҡса йыя, эшләй, машина һатып ала. Яҡшы кәйефтә универмагтан сыға, йәнәһе, хәҙер ултырам да ҡайтып китәм - ә машина өҫтөнә танк менеп к итә! Уның кисерештәрен күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме Һуңынан
       уға бер төркөм йүгереп килә - ҡағыҙға ҡул ҡуйығыҙ һәм беҙ нисек итеп һеҙҙән көлгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ!
       - Әммә күптәр ризалаша бит. Бының өсөн аҡса ла алырға бул а, буғай.
       - Түләйҙәрме - юҡмы, белмәйем, ҡатнашҡаным юҡ. Әммә был да бик мөһим һорау:"Һин үҙеңде кәмһетеүҙәрен күпмегә һатырға
       әҙер! Үҙеңде күпмегә баһалайһың" Ғәфү итегеҙ, әммә минең
       быға йәнем көйә.
       - Һеҙ шул тиклем йәтеш итеп күҙ ҡыҫаһығыҙ Телевизорҙан майонез рекламаларға ризалашыр инегеҙме
       - Әлбиттә. Тик уларҙың миңә аҡсаһы етмәйәсәк.
       - Өфө Юрий Шевчук һәм Земфира Рамазанова менән ғорурлана.
       Һеҙҙең уларҙың икеһенә ҡарата ла яҡшы мөнәсәбәттә булыуығыҙҙы беләбеҙ. Әммә улар икеһе ике төрлө, һеҙ быны нисек ҡабул итәһегеҙ
       - Улар икеһе лә ғәҙәттән тыш кеше. Өфөлә йәшәп һеҙ улар
       менән ғорурланырға тейеш. Мин, мәҫәлән, Высоцкийҙың тыуған ере - Мәскәүҙә йәшәүем менән ғорурланған шикелле.
       - Беҙҙең башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев менән һеҙ ике композиция ижад иттегеҙ. Быға нисек килдегеҙ
       - Беҙҙе ниндәйҙер ябыҡ клубҡа төшкө ашҡа алып барҙылар. У л унда ҡурайҙа уйнай ине. Мин был моңдо ишеткәс, Роберт янын а килеп таныштым. Артабан, һуңыраҡ, был инструменттың ҡайһы бер композицияларыбыҙҙа яңғырарға тейешлеген аңланым. Ҡурайсыны үҙемә саҡырҙым. Йыйылыштыҡ та яҙҙыҡ.
       - Ҡурай моңо оҡшаймы һеҙгә
       - Һәр бер боронғо инструмент кеүек, ҡурай ҙа илаһи, беҙҙ ең
       көндәлек тормошта етешмәгән моңға эйә. Бәлки, бер 1000 йылдан электр гитараһы тураһында ла шулай тип әйтерҙәр.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал