6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Академик Трофимуктың "тәүге мөхәббәте"
25.03.05


       1999 йылдың 24 мартында академик, геология - минералоги я фәндәре докторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Андрей Алексеевич Трофимуктың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Был исем Башҡортостанда яҡшы таныш. Ул республикала 16 йыл эшләй. Һәм артабан ҡайҙа ғына булмаһын, һәр ваҡыт үҙенең "беренсе м өхәббәте" "икенсе Бакуға" иғтибар бүлә.
       - Башҡортостанда үткәргән 16 йылым - ғүмеремдең иң яҡшы осоро булды, - тип хәтерләй һуңынан Андрей Алексеевич.
       Ҡазан университеты сығарылыусыһы нефть еҫе аңҡыған башҡорт далаларына 1933 йылда килә. Илебеҙ ул ваҡытта халыҡ хужалығы үҫешенең тәүге биш йыллыҡ планын үтәй. Уның килеүен ә бер йыл алдан Ишембайҙа тәүге нефть асыла. Трофимук башта өлкән геолог, һуңынан ғилми етәксе вазифаһын башҡарған ғилми - тикшеренеүҙәр лабораторияһы Ишембай тибындағы ятҡылыҡтарҙы тикшереү менән шөғөлләнә. 1938 йылда Башҡортост анда булған сағында академик Иван Васильевич Губкин геологтарҙың эҙләү эштәрен хуплай һәм уларҙың дөрөҫ юлда булыуҙарын белдерә. Нефть эҙләү тәрәнерәк ҡатламдарҙа
       үткәрелә башлай. Туймазыла нефть ятҡылығы пермь ҡатламында түгел, ташкүмер ҡатламдарында асыла. Әммә был ҡатламдар Ишембайҙағыға ҡарағанда аҙыраҡ нефть бирә. Шуға күрә ҡайһы б ер белгестәр нефтте девон ҡатламдарынан да тәрәнерәк эҙләү файҙаһыҙ тигән фекергә килә, ә Трофимук иһә үҙ һүҙендә тора.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Танк һәм самолеттар яғыулыҡҡа
       мохтаж була, ә илдең нефть сығарыусы райондарын фашистар баҫып ала. Шуға күрә Ишембай ятҡылыҡтарын көсөргәнешле
       файҙаланыу, яңы нефть ятҡылыҡтары эҙләү дауам итә. 1943 йылдың сентябрь айында элекке Маҡар районында Кинйәбулат ятҡылығы табыла. Уны үҙләштереү йөҙҙәрсә мең тонна "ҡара алтын" бирә. Урал - Волга буйының тотош тарихын алғанда ла бындай уникаль күренеш тәүгә була.
       Скважина Андрей Трофимуктың ныҡышмалылығы буйынса быраулана.
       1944 йылдың 24 ғинуарында "Правда" гәзитендә СССР Юғары С овет Президиумы Указы баҫыла. Яңы ятҡылыҡ асыуҙа нефть эҙләүҙең алдынғы алымдарын ҡулланған өсөн "Башнефть" тресының баш геологы Андрей Алексеевич Трофимукка Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Указ баҫылғандың икенсе көнөнә "Советская Башкирия" гәзит ендә Трофимук менән интервью баҫылып сыға.
       - Беҙҙең башта бер генә уй - фронтҡа ярҙам итеү, дошманды тиҙерәк тар - мар итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә, - ти ул. - Юғары наградаға яуап итеп мин барлыҡ бел ем һәм тәжрибәмде Ватаныбыҙ байлыҡтарын асыҡлау, уның данын һәм ҡеүәтен арттырыуға бирәсәкмен.
       Ошо уҡ йылдарҙа Башҡортостан геологтары һәм нефтселәре
       иғтибары Туймазы нефть ятҡылығы, унда девон ҡатламдарында н ефть эҙләүгә лә йүнәлтелә. Андрей Трофимук "Тумазынефть" тресы геологы Мальцевтың девон ҡатламдарына махсус эҙләү скважинаһы ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен яҡлап сыға.
       Геологтар, нефтсе, ғалимдарҙың фиҙакәр хеҙмәте уңышлы тамамлана. Тарихи көн - 1944 йылдың 26 сентябре етә. Кисен 1740 метр тәрәнлектән болғансыҡ һарҡынды сыға. Мальцев шыйыҡсаны усына ала һәм танауға нефттең ҡырҡыу еҫе бәрә. Һәм бына скважинанан күптән көтөлгән нефть урғылып сыға. Һәр
       секунд һайын ул ҡеүәтлерәк була бара, фонтан геүләүе башҡа тауыштарҙы ҡаплай. Тәүге секундтарҙа был тамашанан шаҡ ҡатҡа н кешеләр бер һүҙ ҙә өндәшә алмай, артабан "Ура!" тауышы яңғырай. Нефтселәрҙең тантанаһы аңлашыла. Ошо бер скважина ғ ына ла тәүлегенә 250 тонна нефть биреп, "Тумазынефть" тресы табышын ике тапҡыр арттыра.
       Туймазыла девон нефте табылыуы академик Губкиндың Волга һәм Урал араһында бик күп нефть запастары һаҡлаусы геология структуралары булыуы тураһындағы фаразын раҫлай.
       Совет хөкүмәте девон нефтен асыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалай. Нефтселәрҙең ҙур төркөмө СССР орден һәм миҙалдары м енән наградлана. Геологтар Трофимук, Мальцев, Кувыкин һәм ба шҡалар Сталин премияһына лайыҡ була. 1949 йылда Трофимук докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм ошо у ҡ йылда "Главнефтегазразведканың" төп геологы итеп тәғәйенләнә.
       Буласаҡ академик Трофимуктың "ғүмеренең иң матур" йылдары
       Башҡортостанда үтә. Алда яңы бейеклектәр, Себерҙә эшләү.
       - Һеҙ ниңә Себерҙә эшләй башланығыҙ - тигән һорау бирәлә р уға бер ваҡыт.
       - Мин Европала эштең төп өлөшө эшләнгәне, бында барыһы ла
       яңы башланғанын аңланым. Үҙең йәшәгән ерҙә эшләүе яҡшыраҡ, әлбиттә...
       1957 йылда ғалимды СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһенә Геология һәм геофизика институты директоры вазифаһына саҡыралар.
       1991 йылда 80 йәшлек ғалим, Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Трофимук беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы булдырыу тураһындағы фекерҙе хуплап ҡаршы ала, был бик көслө дәлил була. Трофимук үҙе БР Фәндәр академияһын ың почетлы академигы итеп һайлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал