6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Страховкалаусыларҙы алда нимә көтә
24.03.05


       Бөгөн "Иҡтисад" бүлегендә страховкалау тураһында һөйләшеп
       алырға тәҡдим итәбеҙ. Эшмәкәрлектең был өлкәһе беҙҙең тормошҡа үтеп инә бара, страховкалау компаниялары йылдан йыл иҡтисадҡа йоғонто яһай, миллиондарса граждандар страховкалауға йәлеп ителә. Беҙҙә оҙайлы йылдар буйына страховкаға тейешле иғтибар бирмәүҙәре сер түгел. Дәүләт страховкалауы социиаль страховкалау сиктәрендә уның дүрт төрө генә үҫеште: ғүмерҙе страховкалау, бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау, граждандар милкен мотлаҡ страховкалау һәм ауыл
       хужалығы страховкалауы. Ул ваҡытта страховка хеҙмәте менән файҙаланыусылар үҙ мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы арттырыуға мохтаж ине, страховкалау компанияларының финанс йәһәттән ышаныслылығына талаптар ҙа бик үк ҡаты булманы.
       Ул ваҡыттарҙан һуң күп һыу аҡты һәм бөгөн страховка хеҙмә те баҙары - тормошобоҙҙа үҙ ҙурынын алған күренеш тиһәм, хат аланмам, моғайын. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 57 страховкал ау компанияһы эшләй, филиалдар һаны буйынса Рәсәй субъекттар ы араһында туғыҙынсы урындабыҙ. Ошо көндәрҙә БР Тышҡы иҡтиса ди бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында үткән страховкалау о йошмалары етәкселәренең йыйылышында ла һүҙ ошо турала барҙы.
       Страховкалау селтәре менән танышып сығайыҡ. Төбәк буйынса
       беренсе баҫҡыста "Росгосстрах - Аккорд" тора, ул страховка лау баҙарының 49, 7 процентын биләй, икенсе урын Мәскәү компанияларында ( 29 процент), өсөнсө урын - башҡа компанияларҙа ( 4, 8 процент), дүртенсе - урындағы страховка лау ойошмалары ( 4,1), бишенсе урында - Питер компаниялары. Уларҙың барыһы ла йылдан - йыл үҙ күләмен арттырыуға өлгәшә.
       Әйтәйек, былтыр иҫәпләнгән страховкалау премияларының дөйөм күләме 3,2 миллиард һум тәшкил итте. 2003 йылда был һан 2,4 миллиард булғайны, йәғни йыл эсендә генә беҙҙең страховкалаусыларыбыҙ 33,3 процентҡа "үҫкән". Әйткәндәй, иҫәпләнгән премия күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй.
       Бөгөн страховкалаусылар нимә менән шөғөлләнә, уларҙың ниндәй хеҙмәте баҙарҙа айырыуса һорау менән файҙалана Билдәле, иң алда маҡтаулы "автогражданка" бара, страховкалау
       портфелендә ул 34 процент тәшкил итә. Артабан мөлкәтте страховкалау ( 26,4), ғүмерҙе страховкалау (20,2) һәм шәхси страховкалау (17,8) тора. Исемлекте яуаплылыҡты страховкалау
       тамамлай ( 1,6 процент).
       РФ Финанстар министрлығының БР буйынса страховкалауҙы күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе Фәндәс Шәрипов хәбәр итеүенсә, страховкалау премияһы күләме буйынса беренсе урында "Росгосстрах - Аккорд" бара (дөйөм күләмдең 50,8 проценты). Төбәк компаниялары араһында "Төбәк инвестиция страховкалау компанияһы" (4,8), "Бастра" (3,5), филиалдар араһынан "СОГАЗ " (13,2) һәм "УралСиб" (9,4) компанияларын билдәләргә була. "Ингосстрах", "Спасские ворота", Военно - страховая компания ", "СОК", "Ассоли" һәм башҡалар ҙа үҙ эшен яҡшы башҡара.
       Страховка түләүҙәргә килгәндә, түбәндәге һандар күҙгә ташлана. Үткән йыл эсендә халыҡҡа һәм ойошмаларға 1,8 миллиард һум йәки страховка премияһының 54,6 проценты түләнгән: ғүмерҙе страховкалау - 83,6 процент страховка прем ияһы, шәхси страховкалау - 73 ярым, мөлкәтте страховкалау - 30,7 процент, 20,2 - яуаплылыҡты страховкалау һәм 47,8 - ОСАГО.
       Дөйөм алғанда республикала страховкалау "машинаһы" ярайһы
       уҡ ҙур тиҙлектә әйләнә. Әммә, шулай булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда страховкалау эше, дөйөм Рәсәйҙәге кеүек үк, үҫешкән илдәрҙән артта ҡала. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, уларҙағы страховкалау компаниялары эске тулайым продукттың һигеҙ - туғыҙ процентын туплай. Эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең 10 проценты страховкалау ойошмаларында эшләй. Башҡортостанда иһ ә был ойошмаларҙа ете мең кеше иҫәпләнә һәм халыҡтың алған к илеменең бик аҙ өлөшө страховкалауға тотонола. Рәсәйҙә хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың 10 проценты ғына страховка һаҡлауы аҫтында тора, ә авария һәм һәләкәттәр килтергән зыян эске тулайым продукттың 12 процентынан да аҙ тәшкил итмәй!
       Аңлауығыҙса, шуға күрә беҙҙең страховкалау компаниялары әлегә Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадына эске инвестиция сығанағы булып сығыш яһай алмай ( сағыштырыу өсөн: үҫешкән и лдәрҙә иҡтисадҡа эске инвестицияларҙың яртыһынан күберәген с траховкалау компаняилары индерә). Әйткәндәй, БР Хөкүмәте эргәһендәге Координация советында был һорау бер нисә тапҡыр
       күтәрелде. Ни өсөн халыҡ һәм ойошма етәкселәре араһында
       страховкалау хеҙмәте популяр түгел Халыҡтың страховкалау тураһында бик үк хәбәрҙар булмауы ла ҡуйылған һорауға яуап булып тора. Был икенсе сәбәпкә килтерә - потенциаль клиентт ар өсөн страховкалау компанияларының финанс тотороҡлоғо тураһында мәғлүмәттең етешмәүе. Бынан тыш күп яҡташтарыбыҙ полис өсөн түләргә аҡса еткерә алмай. Быға, фәнни тел менән әйткәндә, һум инфляцияһы шарттарында страховкалауҙың маҡсатҡ а ярашлы булмауын өҫтәгеҙ һәм беҙҙә страховкалау кимәленең н иңә түбән булыуын аңларһығыҙ.
       - Страховкалаусыларҙың ышанысһыҙлығы - халыҡтың был хеҙмә ткә кире ҡарашта булыуының беренсе сәбәбе. Шуға күрә страхов калау компанияларының ышаныслылығын тәьмин итеү мөһим, - тип
       билдәләне Фәндәс Шәрипов.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал