6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ике миҙал Өфөлә ҡалды
24.03.05


       Өфөлә саңғы ярышы буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Т анылған спорт мастеры Сергей Масленников етәкселегендә Башҡортостан йыйылма командаһының уңышлы сығыш яһауын көтөлмәгән хәл тип әйтеп булмай.
       Чемпионатта был спорт төрө үҫешкән төбәктәрҙән 48 спортсы
       ҡатнашты - Өфөгә Мәскәү, Түбәнге Тагил, Пермь, Екатеринбург , Түбәнге Новгород, Санкт - Петербург һәм Ленинград өлкәһенән саңғысылар килде.
       Шәхси ярыштарҙа спортсылар икешәр тапҡыр К - 90 трамплины нан һикерҙе һәм спринтер дистанцияһы - ете ярым километрға йүгерҙе. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Өфө спортсыһы Сергей Масленников, икенсе урынды мәскәүле Алексей Баранников, өсөнсө урынды Свердлов өлкәһе вәкиле Алексей Цветков яуланы.
       Команда ярыштарында туҡһан метрлыҡ трамплиндан бер һикереү генә иҫәпкә инде. Артабан спортсылар эстафета йүгерҙ е - дүрт тапҡыр бишәр километр. Спорт мастерҙары Эдгар Нәҙерғолов, Егор Коптев, спорт мастерына кандидат Альберт
       Ғәлиәкбәров һәм халыҡ - ара класлы спорт мастеры Сергей Масленниковтан торған Башҡортостан командаһы һикереү программаһынан һуң өсөнсө позициянан стартҡа сыҡты. Дистанцияны беҙҙең егеттәр уңышлы үтте һәм һөҙөмтәлә бронза миҙалға лайыҡ булды. Альбер Ғәлиәкбәров Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәне. Беренселәр - Константин Воронин, Иван Фесе нко, Евгений Пенягин һәм Алексей Баранниковтан торған Мәскәү
       командаһы, икенсе урында Свердлов өлкәһенең йыйылма команда һы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал