6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Благовещен йәмәғәтселәре: милиция менән татыу йәшәргә кәрәк
24.03.05


       Благовещен эшҡыуары Станислав Цыбульский һәм йәмәғәт
       эшмәкәре Ринат Байымовтың журналистар менән осрашыуына Благовещенда Йәмәғәтселек советы төҙөү сәбәп булып торҙо. Уны ойоштороусылар ( улар араһында милиция хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре, дин әһелдәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары бар) халыҡ һәм милиция араһындағы мөнәсәбәттәрендә кире яҡтарҙан
       ҡотолоу, шулай уҡ ҡала халҡы проблемаларын бәғзе әҙәмдәрҙең
       үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуын булдырмау бурысы ҡуйҙы.
       Ринат Байымовтың һүҙҙәре буйынса, "бында килеп бары насар лыҡ ҡына күреүселәргә кемдер бик яҡшы түләй":
       - Был бөгөнгө власты урынынан төшөрөп, үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға теләүсе ҡайһы бер сәйәси көстәрҙер, тип уйлайым , - тине ул.
       Йәмәғәтселек советы ағзалары сығышында яңғыраған төп фекер булып республика прокуратураһының Благовещендағы ваҡиғаларҙы
       тикшереүҙе күрәләтә оҙаҡҡа һуҙыуы торҙо.
       - Благовещенға махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды (ОМ ОН) ебәреүҙәрен үтенеүгә ыңғай яуап биреп прокуратура хата е бәрҙе лә, хәҙер бар ғәйепте Эске эштәр министрлығына япһара,
       - тине Ринат Байымов.
       - Прокуратура тәфтишселәре Благовещен һәм яҡын - тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе халыҡты өҙлөкһөҙ һорау алыуға саҡыра, - ти п дауам итте Стагислав Цыбульский. - Ә уларға туҡтауһыҙ Өфөг ә йөрөү ҡиммәткә төшә.
       Шул уҡ ваҡытта БР Прокуратураһында ОМОН файҙаланыуға риза лыҡ биреүҙәренән баш тарталар. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте
       хәбәр итеүенсә, бындай сараларҙа ОМОН ҡатнашыуы "прокуратур а ризалығынан тыш мөмкин түгел" тигән белдереү дөрөҫлөккә та п килмәй.
       Матбуғат хеҙмәтендә шулай уҡ милиция хеҙмәткәрҙәре тарафы нан үҙ хоҡуҡтарын арттырыу факттары буйынса асылған енәйәт эше тамамланыуға бара тип ышандырҙылар. Үткән йылдың 10 - 14 декабрендә профилактика саралары барышында Благовещен ҡал аһы һәм районында йәшәүсе 342 кешенең хоҡуғы боҙолған: уларҙың 197 - һенә ҡарата көс ҡулланылған, ҡалғандары законһ ыҙ ҡулға алыу, бүлеккә алып барыу, фотоға төшөрөү һәм дактил оскопия үткәреү һөҙөмтәһендә зыян күргән.
       БР Юғары суды ҡулға алынған граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында законға ярашлы булмаған 205 ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы.
       Эске эштәр органдарының туғыҙ хеҙмәткәре, шул иҫәптән Бла говещен ҡала эске эштәр бүлексәһе начальнигы һәм БР Эске эшт әр министрлығы ҡарамағындағы ОМОН оператив рота командиры 28 6 - сы статья буйынса яуапҡа тарттырылды.
       Ҡаланың өс кешеһе тарафынан Благовещен ҡала эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтеү буйынса енәйәт э шен тикшереү ҙә тамамлана. Ғәйепләнеүселәрҙең береһе, Олег К атаев, республика прокуратураһы юллауы буйынса 2005 йылдың 2 2 мартында һаҡ аҫтына алынды.
       Йәмәғәтселек советы ағзалары матбуғат конференцияһында прокуратураның һуңғы ҡарары менән ҡәтғи рәүештә риза түгелле ген белдерҙе Йәмәғәтселек советы ағзалары ҡайһы бер милиция
       хеҙмәткәрҙәренең ҡағиҙә боҙоуын таный, әммә ҡаланы "таҙарты у", язалау һәм көсләү тураһындағы хәбәрҙәр, Байымовтың һүҙҙә ре буйынса, "торғаны уйҙырма".
       - Зыян күреүселәр, һис шикһеҙ, бар, әммә был тиклем түгел , - тине ул. - Хоҡуҡ һаҡсыларына эләккән ғаризаларҙың яртыһы - ялған, һәм уларҙы кем һәм нимә өсөн яҙырға мәжбүр итеүен асыҡларға кәрәк...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал