6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Евразийлыҡ Рәсәйҙе "һары чуманан" ҡотҡарырмы
24.03.05


       Өфөлә Евразия йәштәр союзының презентацияһы булып үтте. Уның етәксеһе Павел Зарифуллин әйтеүенсә, евразийлыҡ Рәсәйҙе
       "һары чуманан" ҡотҡарыу өсөн булдырылған.
       - Рәсәйҙә көнбайыш сәйәси технологтары әүҙем эшләй. Уларҙ ың төп бурысы - Рәсәйҙе тарҡатыу, уларҙы айырым кенәзлектәрг ә бүлеү. Беҙ иһә Рәсәйҙең бөтөнлөгө, берҙәм федератив Рәсәй өсөн көрәшәбеҙ, - тип белдерҙе ул студенттар һәм киң мәғлүмә т саралары вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында. - Евразийлыҡ -
       империя идеологияһы: ул барлыҡ халыҡтарҙың мәнфәғәтен яҡлай .
       Евразия йәштәр союзына бер ай ҙа юҡ әле, ул 26 февралдә б арлыҡҡа килде. Ә Халыҡ - ара Евразия хәрәкәте тарихына ( йәш тәр союзы уның бер өлөшө булып тора), Павел Зарифуллиндың һү ҙҙәренә ҡарағанда, тиҙҙән йөҙ йыл буласаҡ. СССР тарҡалғандан
       һуңбыл хәрәкәт яҡлылар йәшерен эш алып барыуҙан туҡтай һәм бөгөн был ағым Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә - Төркиәлә, Ҡ аҙағстан, Италия, Франция, Бөйөк Британияла әүҙем үҫешә.
       Башҡортостан - Рәсәй төбәктәре араһында евразийҙар булған
       беренсе төбәк. Бында улар Евразия союзында коллектив ағзал ыҡ алған Башҡортостан йәштәре союзы менән тулы мәғәнәлә аңла шыу тапты.
       - Барлыҡ милләт йәштәрен дә үҙебеҙҙең рәттәргә саҡырабыҙ,
       - ти Павел Зарифуллин. - "Һарыларҙың" баҫымы көслө, әммә бе ҙ йәш һәм энергиябыҙ ташып тора. Ә иң мөһиме - беҙ дәүләт йә
       тағы берәйһенең заказы буйынса түгел, йөрәгебеҙ ҡушҡанды эш ләйбеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал