6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Мәләүездә нисек итеп енәйәтселек менән көрәшеүҙәре тураһында
16.09.03


       Мәләүездә йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙ ҡалаларын "ү леп барыусы ҡала"тип йөрөтә. Улар яҡшыраҡ белә, әлбиттә. Әмм ә бер аҙналыҡ командировкала булып, урындағы эске эштәр бүле ге хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡандан һуң мин был һүҙҙәр менән
       бер ҙә килешә алмайым. Һәр хәлдә республиканың көньяҡ ҡалас ығында тәртип һаҡлау эштәренең барышы яҡшырғандан яҡшыра. Мәләүез ҡала эске эштәр бүлегенең алты айлыҡ эш һөҙөмтәләрен
       тикшереү ҡала һәм районда криминаль хәл - тороштоң ябайҙарҙ ан булмауын күрһәтте. Әммә контроль тейешле кимәлдә һаҡланма ны тип тә әйтеп булмай. Һуңғы йылдарҙа тикшереүселәр бүлеге алдынғыларҙан һанала.
       Ҡалала үҫмерҙәр енәйәтселегенең көсәйеүенә юл ҡуйылмау ы шатландыра: балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан эшләнгән енәйәт тәрһаны күҙгә күренеп кәмегән. Үҙҙәренең балаларына ҡарата а та - әсәлек бурыстарын үтәмәүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу һ аны ла артҡан. Был балиғ булмағандар эштәре буйынса шөғөллә неүсе бүлектең ҡаҙанышы тип әйтергә була. Бәлки составтың яр тыһы ир - аттар булыуы был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләүҙе тәьми н итәлер.
       Енәйәттәр араһында иһә иң таралғаны һаман да урлашыу б улып ҡала. Бөгөнгө көндә 429 урлашыу факты теркәлгән, был бы лтырғы кимәл менән сағыштырғанда 12,9 процентҡа күберәк. Ур лашыу факттарын асыу өсөн тәү сиратта енәйәтселәрҙе эҙләү бү легенең берҙәм эшләүе талап ителә, әлбиттә. Майор Андрей Боб риков етәкләгән айырыуса ауыр енәйәттәрҙе асыу бүлегенең эше н бер һүҙһеҙ ыңғай яҡтан билдәләргә була. Бында үлтереүҙәр 100 процентҡа асыла, һаулыҡҡа зыян килтереү факттарын асыу ҙа республика кимәленән юғарыраҡ. Төркөмдөң етәксеһе әйтеүен сә, "уларҙың эштәрендә иң ауыры -- ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешелә р менән уртаҡ тел табыу" икән. Һәм был эш егеттәрҙең ҡулынан
       килә тип әйтеп була, енәйәтселәрҙең эҙенә улар ғәҙәттә һана улы көндәр эсендә төшә һәм тиҙ арала ҡулға ала.
       Иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлау өлкәһендә лә а лға китештәр һиҙелә. Быйылғы йылдың 24 июленә урлашыу һәм тө ҫлө һәм ҡара металдың законһыҙ әйләнеше менән бәйле 70 енәй әт теркәлгән, был үткән йыл менән сағыштырғанда 58,6 процент ҡа күберәк. 32 енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Марат Ҡатип ов етәкселегендә эшләгән был төркөмдөң ялған документтар фай ҙаланыу осраҡтарына тап килгәне лә бар. Мәҫәлән, быйылғы йыл дың июнь айында оператив - эҙләү саралары ваҡытында Ауырғазы
       районының Толбазы ҡасабаһында йәшәүсе бер ҡайҙа ла эшләмәгә н гражданиндың " Лавр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ялған
       документтарын файҙаланып 160 мең һумлыҡ продукцияны үҙләште реүе асыҡлана. Тикшереү ваҡытында уның тағы ла ялған докумен ттар файҙаланып "Аҡьегет" фермер хужалығынан 42 мең 127 һумл ыҡ тракторҙы урлауы тураһында беләләр. Трактор хужаһына ҡайт арыла, ә енәйәтсегә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыла.
       Наркомандар тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китке килә.
       Билдәле булыуынса, "наркомандар ҡалаһы" тип танылған Күмер тау Мәләүезгә яҡын урынлашҡан.Әммә 1 июлдә Рәсәй Президенты указы буйынса наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы Комит ет булдырылғандан һуң, төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлек һөҙөм тәләре күҙгә күренеп артты. Дөрөҫ, наркомандар һәм наркотик һатыусылар башҡа юлдар эҙләп табырға тырышалар, әлбиттә, мәҫ әлән, хәҙер улар "тауар" артынан Салауатҡа йөрөйҙәр. Шуға ҡа рамаҫтан Мәләүез ҡалаһының эске эштәр буйынса бүлеге ярты йы л эсендә 39 енәйәттең осона сыҡты, был былтырғы йыл менән са ғыштырғанда 160 процентҡа күберәк.

Анжелика Ғиззәтуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал