6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дивизия байрағы Берлин өҫтөндә елберҙәй
23.03.05


       1965 йылдың 5 майында Өфөнөң Дим районындағы 1 май исеме ндәге клуб бинаһында тантаналы рәүештә асылған таҡтаташта ру с һәм башҡорт телдәрендә ошондай һүҙҙәр яҙылған:
       " Был бинала 1941 йыл аҙағы - 1942 йыл башында яңынан төҙ өлгән 112 - се Башҡорт, һуңынан 16 - сы Гвардия Чернигов Лен ин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы кавалерия диви зияһы штабы булған".
       112 - се дивизия Димдә ( әле Өфөнөң Дим районы) төҙөлә. К олхоз һәм совхоздар дивизияны аттар, продукт һәм фураж, фабр ика һәм заводтар - хәрби кейем, арба һәм тачанкалар, һалҡын ҡорал менән тәьмин итә.
       Кавалеристар рәтенә хеҙмәтсән синыф, коллектив хужалыҡт ар һәм интеллегенция иҫәбенән дивизияла хеҙмәт итергә теләк белдереүселәр саҡырыла. Сәйәси хеҙмәткәр вазифалары партия х еҙмәткәрҙәре иҫәбенә тулыландырыла. Башҡортостан комсомолы ғ ына ла дивизияға үҙенең ике меңгә яҡын вәкилен оҙата. Хәрәкә т итеүсе армиянан күп кенә башҡорт һәм татар командирҙары са ҡырып ҡайтарыла. Дивизияны төҙөү һәм матди яҡтан тәьмин итеү
       һорауҙары менән был көндәрҙә Өфөлә булған маршал К. Е. Воро шилов ҡыҙыҡһына. 1942 йылдың башына 112 - се Башҡорт кавалер ия дивизияһы төҙөлөп бөтә. Уның командиры итеп полковник, ко ммунист Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә.
       112 - Башҡорт кавалерия дивизияһына 275 - се, 294 - се, 313 - сө кавалерия полктары һәм 101 - се артиллерия дивизион ы инә.
       1942 йылдың 23 мартында, республиканың 23 йыллығын билдәл әгәндә, дивизияға БАССР Юғары Совет Президиумының Ҡыҙыл байр ағын тапшырыу тантанаһы уҙа.
       Президиум Рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимов 112 - Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР - ы Юғары Советы Президиу мының байрағын тапшырыу тураһында Указын уҡып ишеттерә. Арта бан ҡыҙыл ебәк байраҡты дивизия командиры полковник Шайморат овҡа һуҙа. Полковник, тубыҡланып, байраҡтың ситен үбә.
       - Республика хеҙмәтсәндәре исеменән хөкүмәтебеҙ тапшырған
       Ҡыҙыл байраҡты Берлинғаса алып барып еткерәсәкбеҙ, - тип ан т итә яугирҙар исеменән дивизия командиры.
       1942 йылдың апрелендә дивизия һалдаттары, хәрби уҡыуҙарын
       тамамлап, фронтҡа юл тота.
       1942 йылдың 2 июлендә Липецк өлкәһенең Олым йылғаһы буйын да башҡорт һыбайлылары тәү тапҡыр фашистар менән йөҙгә - йөҙ
       осраша. Йәй буйына дивизия көн һайын бер нисә һөжүмде кире ҡағып, дошмандарҙы үткәрмәй. Октябрь уртаһында биләгән урын дарын атыусы частәргә тапшырып, Сталинград яғына, биш йөҙ ки лометрлыҡ тиҙләтелгән маршҡа сыға. Сталинград операцияһы бар ышында һуғышсылар дошмандың меңләгән һалдат һәм офицерын әси ргә ала һәм юҡ итә. 1943 йылдың февралендә дивизия Донбаста дошман тылына ҡыйыу рейд яһай. Әммә рейдтан сыҡҡан ваҡытта д ивизия командиры генерал - майор Шайморатов һәләк була.
       Дивизияға гвардия исеме биреү уның тарихында сағыу бит бу лып һаҡлана. Халыҡ комиссарының 1943 йылдың 14 февралендәге приказына ярашлы, хәрби хәрәкәттәрҙәге ҙур уңыштары өсөн баш ҡорт кавалерия дивизияһына 16 - сы гвардия кавалерия дивизия һы исеме бирелә.
       Был ваҡиғаға бәйле Башҡортостан хеҙмәтсәндәре яугирҙарға түбәндәге хатты яҙа:
       "Башҡорт кавалерия дивизияһы немец илбаҫарҙарына ҡаршы кө рәштә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн гвардия байрағын алыуы тураһы нда ишеткәс, беҙҙе солғап алған ғорурлыҡ хисен һүҙ менән ген ә аңлатыуы ҡыйын. Батыр егеттәребеҙ, һеҙҙең менән нисек ғору рланмаҫҡа һуң, нисек һеҙҙең Ватанға һәм халҡыбыҙға тоғро ҡал ыуығыҙҙы йырҙарҙа данламаҫҡа!"
       Украинаны азат итеү өсөн көрәш ҡыҙғандан - ҡыҙа бара. 194 3 йылдың сентябрендә башҡорт һыбайлылары Чернигов ҡалаһын аз ат итә. Дивизияға "Чернгов" исеме бирелә. Мәскәү уның хөрмәт енә артиллерия залптары бирә. Дошман Днепр аръяғына ҡаса.
       1943 йылдың көҙөндә дивизия Белоруссия ерендә һуғыштар ал ып бара. Мозырь ҡалаһын азат иткәндәге батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
       Белоруссиянан һуң башҡорт һыбайлыларының байрағы Польша б иләмәләрендә елберҙәй. Люблин ҡалаһын алғанда ул икенсе дәрә жә Суворов ордены менән биҙәлә.
       Еңеү тураһында күптән көтөлгән хәбәрҙе Башҡортостан егетт әре Эльбала ҡаршы ала. Шайморатовтың байраҡты Берлинға тикле м алып барып еткерәсәктәре тураһындағы һүҙҙәре дөрөҫкә сыға.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал