6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Нуреев фестивале өмөттәрҙе аҡланы", - ти Илдус Илешев
23.03.05


       Нуреев фестиваленең "Рәсәй мәҙәниәте картаһында иң әһәми әтле күренештәрҙең береһенә әүерелеүе" бик күп тапҡырҙар бил дәләнгәне бар. Өфөгә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын а инде 11 йыл рәттән "Кремль балеты", "Ҙур театр" (Мәскәү), Мариинск театры (Санкт - Петербург), "Гранд - опера" (Париж) , Ҡаһирә театрының билдәле бейеүселәре һәм солистары йыйыла.
       - Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, әммә Рудольф Нуреев исеме ндәге Ун беренсе Халыҡ - ара балет сәнғәте фестивале аҙағына
       яҡынлашты. Ул өмөттәрҙе аҡланы, тип әйтһәм, хаталанмам, моғ айын, - БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың һүҙҙәре алҡыштарғ а күмелде.
       "Балет байрамының" һуңғы көнөндә үткәрелгән гала - концер т үҙенсәлекле һығымталар яһау ҙа булып торҙо: балет фрагмент тары һәм сәхнә миниатюралары менән сығыш яһаған артистар һоҡ ланғыс ине. Тимәк, Рудольф Нуреев исемендәге балет сәнғәте ф естиваленең почетлы президенты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, С ССР һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, СССР - ҙ ың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты, профессор, ЮНЕСКО ҡ арамағындағы Халыҡ - ара театр институты бейеү Комитетының почетлы президенты, Париж бейеү академияһы ағзаһы Юрий Григ оровичтың ышанысы аҡланды тигән һүҙ: фестиваль, үҙенсәлекле имтихан булараҡ, балет артистарының юғары ижади потенциалын,
       сәнғәттең күп яҡлылығын һәм артистарҙың оҫталыҡ кимәлен бил дәләне. Ә уның ҡатнашыусыларға ижади илһам, тамашасыларға бә хетле тәьҫораттар һәм яңы исемдәр манән танышыу шатлығын тел әп әйткән һүҙҙәре лә тормошҡа ашты: сағыу йәш бейеүселәрҙе ө фөлөләр бик оҙаҡ онота алмаҫ әле.
       Тәжрибә күрһәтеүенсә, баш ҡала тамашасыһы классик балетты
       заманса ҡуйылған спектаклдәр менән сағыштырғанда, айырыуса ҙур теләк менән ҡарай.
       Иҫ киткес һығылмалылыҡ, бер форманан икенсе формаға "ағыу ", тойғолар урғылышы: ярһыу, көс, үпкә, хушлашыу, осрашыу ша тлығы - былар барыһы ла көслө тәьҫорат ҡалдыра, БР халыҡ арт исткаһы, халыҡ - ара конкурстар лауреаты, Шәйхзада Бабич исе мендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты Гүзәл Сөләймәнов а һәм БР атҡаҙанған артисы, халыҡ - ара конкурс лауреаты Ден ис Зәйнетдинов сығышында был тәьҫораттар тағы ла көсәйә.
       "Осрашыуҙа" фламенко көйөнә Башҡортостандың атҡаҙанған арт исткаһы, "Арабеск - 2000" халыҡ - ара конкурсының "Рус балет ы принцессаһы" призына эйә булыусы Гөлсинә Мәүлекәсова һәм ө мөтлө йәш бейеүсе Илдар Мәнәпов ярһыу бейеүҙә әйләнә.
       Пачка кейгән, йылмайып торған йөҙлө, өҙлөкһөҙ фуэте башҡа рыусы балериналарҙы күреп өйрәнгән тамашасылар залы башта кү п төрлө яңылыҡтарға нисек ҡарарға белмәй аптыраны, яҡшы таны ш һәм өйрәнелгән сығыштар ваҡытында еңел һулап ҡуйҙы. Нисек jemә булмаһын, бында Өфө тамашасылары устарын да, "браво" та уыштарын да йәлләмәне. Был фестивалдәр һәм гастролерҙар, яңы
       ағым һәм йоғонтолар файҙаһына тағы бер дәлилдер...
       Фестиваль сиктәрендә Алессио Карбонэ ("Гранд - опера", Па риж), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Мария Аллаш (Ҙур театр,
       Мәскәү), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Жанна Богородицкая ("Кремль балеты", Мәскәү), халыҡ - ара конкурс лауреаты Майя
       Думченко (Мариинск театры, Санкт - Петербург), Нелли Кобахи дзе (Ҙур театр, Мәскәү), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марк Пер етокин (Ҙур театр, Мәскәү), Айҙар Шәйҙуллин ( "Кремль балеты ", Мәскәү) һәм шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театр ының балет труппаһы һәм солистарын айырым билдәләп үтергә кә рәк.
       Алессио Карбонэ фестивалдә ҡатнашҡан иң сағыу бейеүселәр ҙең береһелер, моғайын. Ул Милли опера театрында (Париж) бер енсе бейеүсе һәм Париж Оpеrаһының балет труппаһында был юғар ы исемгә өлгәшкән берҙән - бер сит ил кешеһе. Карбонэ Ла Ска ла балет театры мәктәбен тамамлаған, ә 1997 йылдан алып билд әле "Гранд - опера" балет труппаһы составында кордебалет арт исынан алдынғы солислыҡҡа тиклем барып еткән. Карбонэ Джорд ж Баланчин, Рудольф Нуреев, Иржи Килиан, Морис Бежер, Пьер Л акотта һәм башҡа хореографтар ҡуйған балеттарҙа төп партияны
       башҡара.
       Халыҡ - ара конкурс лауреаты Майя Думченко Адандың "Жизел ь" балетында төп партияны башҡарҙы. Уның еңел һөйәкле, һығыл малылы булыуы, үҙ героиняһын нескә итеп "бирә" белеүе Шамил Тереғолов ҡуйған балетты фестивалдә иң уңышлыларының береһе итте.
       Рудольф Нуреев исемендәге ун беренсе Халыҡ - ара балет сә нғәте фестивалендә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар исеменә Мәҙәни әт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Мих аил Швыдкой ебәргән ҡотлауҙағы һүҙҙәргә ҡарағанда, Рудольф Н уреев исемендәге фестиваль Рәсәйҙең мәҙәни тормошонда ҙур ур ын биләй, ә "был балет байрамындағы спектаклдәр юғары художе стволы булыуҙары менән айырыла". "Фестиваль афишаһын биҙәүсе
       артистарҙың ҡатнашыуын" ул "сәнғәтте аңлаусы һәм һөйөүселәр гә шәп бүләк", Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының юғар ы абруйының дәлиле" тип атай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал