6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Үлемде генә төҙәтеп булмай..."
23.03.05


       Аля алтын төҫөндәге, ҡояш йылытҡан ҡом өҫтөндә ята һәм үт ә күренмәле йәшкелт тулҡындар аяҡтарына ҡағылып сәпелдәүен тыңлай. Шул тиклем уңайлы, йылы һәм тыныс бында, хатта бер бармағын да ҡыбырлатҡыһы килмәй. Аҡрынлап ҡына диңгеҙ т улҡындарының көйөнә ниндәйҙер сит тауыш ҡушыла. "Берәйһе кәнсир банкаһын типкеләй буғай..." - тип уйлай Аля. Йәмһеҙ тауыш көсәйә бара һәм, ниһайәт, Аля бының будильник булыуын аңлай. Диңгеҙ, ҡом һәм ҡояш юҡҡа сыҡты. Бары тик иҫке тахта һәм һалҡын көҙгө төн генә тороп ҡалды. Һәрмәнеп, Аля боронғо
       механик будильниктың тауышын баҫты.
       Алевтинаға 35 йәш тулды. Әммә халыҡ араһында таралған мәҡәлдәгеләй "еләк" сағы түгел ул уның, ҡасандыр һутлы булып та әлеге ваҡытта кипкән емеш менән сағыштырыуы дөрөҫөрәк булыр. Аляның ҡәйнәһе үлем түшәгендә ята. Оҙаҡ ята, йонсой бисара. Ике бүлмәле бәләкәй генә "хрущевкала" улар дүртәү йәшәй: тарлығы һәм ҡыҫын булыуы арҡаһында Аля "пенал" тип атаған залда улы һәм ире менән үҙе тора, йоҡо бүлмәһендә - ҡәйнәһе. Уға Аля туйға тиклем үк әсәй тип өндәште. Үҙенең әсәһен 16 йәшлек сағында уҡ ерләне. Атаһы бик тә ҡайғырҙы, әммә, кем әйтмешләй, ваҡыт барыһын да дауалай: ике йылдан һуң ул өйләнде һәм Аля пединститут ятаҡханаһына күсте. Ағаһы
       Олег был ваҡытта хәрби хеҙмәттә ине, унан башҡа Аляның яҡындары ла юҡ. Факультет кисәләренең береһендә Толик менән танышҡандан һуң, кейәүгә сығырғамы, юҡмы икәнлеген бер үҙе х әл итте тиһәң дә була. Атаһы менән кәңәшләшергә маташып ҡараны ул, әммә уныһы тыңлап та бөтмәйенсә ҡулын һелтәне:
       - Эй, ҡыҙым! Һин ҙур бит инде хәҙер, бөгөн - иртәгә юғары
       белем тураһында диплом алырға тораһың... Насарҙы һайламаяса ҡһың, беләм. Оҡшай икән - сыҡ. Ә инде Олежка менән һеҙгә был осраҡҡа аҡса йыйҙым мин, ҡурҡма! - һәм ҡәнәғәтлек менән кикереп, үҙенә тағы һыра өҫтәне.
       Армиянан ҡайтҡан Олег Толик менән уртаҡ тел тапты. Шун да уҡ булмаһа ла дуҫлаштылар. Буласаҡ туғанының холҡо ыңғай икәнлеген, ә иң мөһиме - уның Аляны яратыуын аңлағас, Олег "һингә" күсте һәм буласаҡ кейәүен балконға тәмәке тартырға саҡырып, уның менән йыш ҡына ысын күңелдән һөйләшеүҙәр алып барыр булды.
       Әсәһенең үлеменән һуң нисектер ҡатып алған Аля аҡрынлап ирей башланы. Толикты яраттымы икән ул Хәйер, яратһа ла үҙе нә бындай һорауҙар бирмәне. Ҡәйнәһе менән аралары яҡшы булды . Таисия Ивановна Толик менән икәү тыныс, шым тормош менән й әшәй ине. Таисия Ивановна китапханала эшләне, хаҡлы ялға ла шунан сыҡты. Аля менән улар бер - береһенә төҫө менән генә түгел, холоҡтары менән дә оҡшаш булып сыҡты. Туйҙан һуң Аля
       иренә күсте һәм ысын күңелдән мәшәҡәттәр тулы ғаилә усағын төҙөргә кереште. Тормош ашъяулыҡтай тигеҙ юлдан тәгәрәне. Һәм бер нисә йыл Аля тыныс, һиҙелмәҫ көндәлек бәхет менән бәхетле булды. Һуйған да ҡаплаған Толик булып улдары Антошка
       тыуҙы. Ә ҡасандыр баҫалҡы студент Толик Анатолий Феликсович ҡа әйләнде - башта уҡытыусы, артабан техникум директоры
       урынбаҫары вазифаһын биләне. Аля диплом алып мәктәптә тейешле өс йылды уҡытҡандан һуң балалар баҡсаһына күсте. Бында, балалар менән ул үҙен үҙ урынында тоя ине. Шулай итеп
       көндәр айҙарға, айҙар - йылдарға бәйләнде...
       Таисия Ивановна һөйләшергә, аралашырға бик тә яратһа ла,
       яҡындарынан бер кем дә уның зарланғанын ишетмәне. Һауа торошо, күршеләр, ишек алдында шаулаған бала - саға - барыһ ынан да ҡәнәғәт төҫлө ине ул. Була бит шундай кешеләр. Әле Аля Толик менән осрашмаҫ элек үк үҙе борсоған ауырыу тураһын да бер кемгә лә өндәшмәгән. Врачтарҙың һүҙенә иғтибар бирмә не шул. Барлыҡ кәңәштәр менән ризалашып баш ҡаға, ә кабинеттан сыҡҡас: "Хоҙай ҡушҡанын йәшәрмен..." - тип шыбырлай. Хоҙай
       бигерәк аҙ ғүмер бүлде. Таисия Ивановна нисек тыныс ғүмер кисерһә, шулай уҡ тыныс урын өҫтөнә ятты. Башта өйҙәгеләр быға иғтибар ҙа итмәне. Тик бер мәлде ҡәйнәһе саҡырып алды уны: "Ниңәлер ҡыйын миңә, ҡыҙым..." "Тиҙ ярҙам" саҡырайыҡмы " - тип һикереп төштө Аля. Һәм ошо көндән башлап ҡәйнәһе эргәһенән китмәне. Башҡа уны ҡарарлыҡ кеше лә юҡ. Эшен ҡалдырырға тура килде. Бәләкәй Антоша ғына ни өсөн оләсәһене ң хәҙер тик ятыуы, ниңә уның менән паркка сыҡмауын аңлай алмай ҡаңғырҙы. Тик оләсәһен йәлләне. Һәм уның бүлмәһенә йә бәлеш киҫәге, йә балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡан печеньеһын ташыны.
       - Бына, оләсәй, күстәнәс! Мин һиңә алып ҡайттым! - тип ҡы сҡыра ине ул дарыу еҫе менән тулған бүлмәгә саф һауа индереп . Ҡәйнәһе көсһөҙ генә йылмая, Антошканы кибеп ҡалған ҡулдары м енән ярата һәм шым ғына тауыш менән рәхмәтен белдерә. Аля йә штәрен күрһәтмәҫкә тырышып тиҙ генә аш - һыу бүләһенә инеп к итә. Шулай, йыл артынан йыл үтте. Толик төрлө табиптар саҡырып ҡараны - башта урындағыларын, һуңынан ситтән дә эҙләп тапты. Улар яҙып биргән дарыуҙар артынан йөрөнө. Ғаиләһен ҡарар өсөн тағы бер эшкә урынлашты. Ағарып, ябығып бөттө, әммә ихтыяр көсөн һаҡланы һәм әсәһенең һауығырына ышанысын кәметмәне. Аляға туҡтауһыҙ:"Бөгөнгө ҡаҙаныштар заманында был ауырыуға дауа булыуына ышанам", - тип ҡабатлан ы. Аля ризалашып баш ҡаға һәм ҡәйнәһен хәстәрләүен дауам итә . Бер тапҡыр инде өйрәнелгән хәрәкәттәр менән барлыҡ процеду раларҙы эшләп бөткәс, ул ҡәйнәһенең халат итәгенән эләктереү ен һиҙҙе.
       - Нимә, әсәй, нимә - тип эйелде ҡатын шунда уҡ.
       - Аленька, мин һинән ғәфү үтенергә теләгәйнем... - Таисия
       Ивановна тауышы көс - хәл менән генә сыға ине.
       - Нимә өсөн - Аля юғалып ҡалды.
       - Киптереп бөттөм һине... Ғәфү ит ҡарсыҡты, - һүҙҙәрен ә йтеп бөткәс, ҡәйнәһенең сикәләре буйлап йәштәре ағып төштө. Аля әбейҙең сал сәстәрен һыпырҙы, "Нимә һөйләйһең" тигәнерәк берәй һүҙ әйтергә теләне, әммә тамағына килеп тығылған төйөрҙө йота алмайынса тиҙ генә йыуыныу бүлмәһенә инеп китте
       һәм күңеле булғансы иланы. Ҡәйнәһе төндә вафат булды. Иртә менән, һаман да төшөнә ингән диңгеҙ тураһында уйлап Аля шприц һәм ампулалар тотоп йоҡо бүлмәһенә инде. Төнгө лампа
       яна. Таисия Ивановна һәр саҡтағыса шым ғына ята. Әммә Аля шунда уҡ барыһын да аңланы: бөттө. Яй ғына тубыҡланып ҡәйнәһ енең йөҙөнә ҡараны: ул етди ине. Һәр ваҡыт йылмайырға әҙер ирендәр ҡыҫылған.
       Ҡәйнәһен ерләгәндән һуң Аля нисектер урамда үҙенең элекке курсташын осратты. Уныһы башын һелкеп, ҡайғыһын уртаҡлашты:
       - Тыңла әле, һин ысынлап та кибеп, һарғайып бөткәнһең... Барыһы ла үтәсәк. Ярай, рәтләнерһең! Улың менән ирең нисек Ҡара уны, бирешмә, беҙ йәш бит әле.
       Өйгә ҡайтҡас Аля ирекһеҙҙән көҙгөгә тотондо: ысынлап та, һуңғы йылдарҙа бигерәк бирешкән шул. Үҙенең ғүмеренең бер өлөшөн ҡәйнәһенә бирергә тырышҡандай... Тик бер нимәне лә үҙгәртеп булмай - тормош дауам итә. Һәм ысынлап та ваҡыт үҙе некен итте. Аҡрынлап юғалтыу аянысы яҡты һағыш менән алмашын ды, көндәлек мәшәҡәттәр ҡәберлектәге ҡараңғы көндө ҡапланы. Аля тағы ла эшкә урынлашты. Антошка мәктәпкә уҡырға барҙы. Анатолий диссертация өҫтөндә эшләй. Әммә...
       Аляны директор үҙенә саҡыртып алды һәм ҡарашын йәшереп: " Алевтина... әле генә шылтыратып әйттеләр: ирең менән бәхетһе ҙлек..." "Үлемде генә төҙәтеп булмай" - ҡайҙандыр хәтер төпк өлөндә ошондай һүҙҙәр яңғыраны. Артабан Аляның уйларға хәле ҡалманы. Ул ултырғыстан шыуып төштө һәм иҫен юғалтты.
       Толик юл фажиғәһендә һәләк була. "Камаз" ҡаршы юлға сыға һәм туҡтай алмайынса, ҡаршыға килгән "Жигулиҙы" иҙә. Ике коллегаһы менән командировканан ҡайтып килгән Толик шунда уҡ йән бирә. Ҡалғандары аяҡ - ҡулдарын сыйҙырып ҡына ҡотола . Аля иламаны. Аңының ҡайһы урыны менәндер Антошаны Олегтың ҡатыны алыуын аңлағас, бөтөнләй "онотолдо". Бушап ҡалған фатир буйлап мөйөштән - мөйөшкә йөрөнө лә йөрөнө. Йә бокал, йә китапты бер урындан икенсеһенә алып ҡуйғыланы, Балалар бүлмәһенә әйләнгән йоҡо бүлмәһенә инде, ҡәйнәһенең карауаты булған урында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Туҡтауһыҙ телефон шылтыраны. Тик Аля уның менән нисек файҙаланырға икәнлеген о нотҡан кешеләй, телефонға аптыраулы ҡарашын ғына төбәне. Асығыу тойғоһон да һиҙмәне, йоҡоһо ла килмәне. Кис төшкәс тә
       фатир буйлап йөрөүен дауам итте, стенаға эленгән ғаилә фотолары эргәһендә туҡтап, бер нимә лә аңламаған ҡарашын уларға төбәне. Күрше ҡатындары, дуҫтары килде - Аля береһе менән дә һөйләшмәне, һорауҙарға яуаптар ҙа бирмәне. Ҡапыл ғына "Фатирға түләүҙе арттырғандармы ни" йәки "Антошканың класында ата - әсәләр йыйылышы бит, онотҡанмын!" - тип әйтеп
       һалғыланы. Күрше ҡатындар бер - береһенә ҡарашты - йәйге каникулдар осоро бит, ниндәй йыйылыш булыуы мөмкин... Көндәр ҙең береһендә Олег килде. Бригадир менән талашып, вахтанан ы сҡынды ул. Аля эргәһендә уның элекке дуҫы Света ултыра ине. Олег һеңлеһен ҡосаҡларға уйланы, әммә уныһы ситкә тайшанып сервант янына барып баҫты һәм һауыт - һабаларҙы шылдыра башланы. Света Олегҡа ҡараны: "Олег, ул алмашынған шикелле.. ."
       - Күрәм, - тине ағай кеше һәм тәүәккәл рәүештә юл сумкаһы н алды, - мә, Аляның әйберҙәрен тултыр, һуң, дауахана кәрәк - ярағын.
       - Һин нимә, уны алйоттарйортона илтмәксеһеңме! - Света а сыуынан сәсәй яҙҙы. - Уға бары тик...
       - Мин уға нимә кәрәген үҙем беләм! - тип ярты һүҙҙә туҡта тты уны Олег.
       Август аҙағы матур килде - ҡояшлы, йылы, йомшаҡ көндәр то ра. Дауахана ихатаһында бер малай һәм ир кеше таш киҫәге ме нән футбол уйнай, һәр "голға" ҡысҡырышып ҡыуаналар. Улар баҫ ҡыс буйлап аҡрын ғаны бер ҡатындың төшөүен дә күрмәй. Аля ур ам һауаһын күкрәк тултырып һуланы һәм йылмайып ҡуйҙы. "Көҙ е ҫе килә... - һәм ниндәйҙер көтөлмәгән шатлыҡ менән өҫтәне: - Нисек рәхәт!" Беренсе булып уны малай күреп ҡалды: "Әсәкәй ем! Әсәй!" Аля ҡулдарын йәйеп, улын ҡосағына алды. Олег яҡы нлашты.
       - Бер нимәңде лә онотманыңмы Теш щеткаһы унда, аяҡ кейем е, тараҡ Ҡара уны! - шаяртып бармаҡ янаны, ҡулындағы сумка һын алды һәм - бында ҡабат килерлек булмаһын... - тип өҫтәне .
       Һәм һеңлеһен яурындарынан ҡосаҡланы. Ә Аляның икенсе яғын ан үҙенең балалар тормошон ниндәйҙер бик етди ваҡиға тураһын да һөйләй - һөйләй Антошка йүгерә ине.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал