6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бөгөн - Бөтә донъя һыу көнө
23.03.05


       "Һыу - ул тормош!" - беҙҙең илдә Бөтә донъя һыу көнө 199 3 йылдан башлап тап ошо девиз аҫтында үтә. Был байрам Халыҡ - ара һыу менән тәьмин итеү ассоциацияһы тәҡдиме буйынса 199 3 йылда булдырылды һәм беҙҙең республикала 1996 йылдан алып билдәләнә.
       Дөрөҫ, һыу ресурстарын һаҡлау менән шөғөлләнеүселәр өсөн Бөтә донъя һыу көнө байрам булыуҙан тыш һыу объекттары торош она баһа биреү, һыуҙы өйрәнеү һәм файҙаланыу өлкәһендә һығым талар яһау көнө лә.
       Кама бассейны һыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Владими р Горячевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн ер йөҙөндә сөсө һыу проблемаһы киҫкен тора. Һуңғы ваҡытта был йүнәлештә хәл наса рая бара: планетала йәшәүсе халыҡтың 60 проценты таҙа һыуға мохтаж булып йәшәй, уларға Азия, Африка, Рәсәй Федерацияһыны ң ҡайһы бер төбәктәрен индерергә була.
       Рәсәй фонында беҙҙең республикала хәл ярайһы уҡ яҡшы, сөн ки эсер һыуҙың 80 проценты беҙгә тәбиғәт тарафынан һаҡланған
       ер аҫты сығанаҡтарынан килә. Рәсәйҙә иһә киреһенсә, ер аҫты
       һыуҙарының 20 проценты ғына эсеү өсөн файҙалана, ҡалған 80 проценты - ер өҫтөндә аҡҡан һыу һәм уның сифаты яҡшыларҙан т үгел.
       Башҡортостанда тирә - яҡ мөхитте бысратыу сығанаҡтарын ко нтролдә тотоу менән дәүләт - аналитик контроль идаралығы шө ғөлләнә, уның лабораторияһы Рәсәй Федерацияһында иң яҡшылар ҙан һанала. Ул юғары сифатлы заманса приборҙар менән йыһазла ндырылған һәм һыуҙа, һауала, тупраҡта, ҡарҙа... ауыр металда р, органик һәм ерганик булмаған ҡушылмалар, шул иҫәптән фено л, невть продукттары һәм башҡа токсиданттарҙың ниндәй күләмд ә булыуын контролдә тоторға ярҙам итә. Өфөлә урынлашҡан был идаралыҡтың Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазыла, Мәсәғүттә бүлек сәләре эшләй.
       - Әлеге ваҡытта республиканың бер предприятиеһы ла таҙа т ип аталыр нормаларға тап килгән һыу түкмәй, - тип белдерҙе д әүләт аналитик - контроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Лю бовь Исачкина. Күпселек предприятиеларҙың ҡалдыҡ һыуҙы таҙар тыу ҡоролмалары бик иҫке, уларҙы яңыртырға аҡса ла юҡ. Улар нормаға тап килмәгән һыуҙы түккән өсөн штраф түләүҙе ҡулайлы раҡ күрә.
       Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу сифатын тикшереүгә айырыуса ҙу р иғтибар бирелә: Өфөлә һыу ятҡылыҡтарын бысратырға "яратҡа н" 230 предприятие аналитиктарҙың контроленән сыҡмай. Һуңғы ун йылда алға китеш тә бар - ҡышҡы "запастар" шау - шыу аҫты нда ташҡын һыуҙарға ырғытылмай.
       Аналитик хеҙмәттәр Шугуровка йылғаһын иғтибар үҙәгендә т ота. Ул 1990 йылда эсер һыуыбыҙға фенол алып килгәйне. Йылға нан көн аша анализ алып торола, һәм һуңғы өс йылда Шугуровка ның фенол менән бысраныу осрағы күҙәтелмәгән.
       Крандан аҡҡан эсер һыуҙың сифаты һуңғы йылдарҙа һиҙелерле к яҡшырҙы. Яҙғы ташҡын ваҡытында уның сифаты насарланасаҡмы һәм халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырамы тигән һорауға конференцияла ҡ атнашыусылар үткән йылдар практикаһына таянып, һыу сифаты бы йыл үҙгәрмәйәсәк тип яуап бирҙе.
       Халыҡты норматив сифатлы эсәр һыу һәм минераль һыу менән етерлек кимәлдә тәьмин итеү маҡсатында республикала "Башҡорт остандың эсер һәм минераль һыуҙары" махсус программаһы һәм " Башҡортостан экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары" маҡсатлы про граммаһы ҡабул ителде ( 2004 - 2010 йылдар).
       Һыу ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеүгә килгәндә, Башҡортос танда быға ҙур иғтибар бирелә. Үткән йылда республикала 42,6
       миллион һумлыҡ һыу һаҡлау һәм һыу хужалығы саралары үткәрел гән, бынан тыш һыу менән тәьмин итеүҙең үҙәкләштерелгән сис темаһын яҡшыртыу, яңы таҙартыу ҡоролмалары индереүгә 225 мил лион һум йүнәлтелгән.
       Һыу һаҡлау буйынса сараларҙы федераль үҙәктән финанслау й әһәтенән дә алға китеш бар: быға тиклем республика 17 миллио н һум ғына алһа, быйыл 200 миллион һум ҡаралған.
       Күренеүенсә, "һыу һаҡсылары" тарафынан бөгөн һыу объектта рында ысынлап та тере һыу булһын һәм һыу байлыҡтары һаҡсыл ф айҙаланылһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Сәнәғәт , ауыл хужалығы предприятиелары, коммуналь хужалыҡтары ҙа һы уға ошондай ҡарашта булһын ине тип теләргә ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал