6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Литва режссеры "Нур" актрисаларын йоҡонан уятты
22.03.05


       "Апалы - һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс..." спектаклен ҡараған дан һуң Мәскәү режиссеры Илдар Ғиләжев үҙенең ҡыҫҡа ғына интервьюһында: "Линас Зайкаускас эстетикаһы - художестволы тикшеренеүҙәр өсөн предмет" - тип билдәләгәйне. Уның менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки Зайкаускас - ул тамашасылар өсөн дә, актерҙар өсөн дә яңы кеше. Республика академия рус драма театрында ҡуйылған "Кавказский меловой круг" , "Наш городок" һәм БР Милли йәштәр театры труппаһында "Лавина" спектаклен уңышлы ҡуйыуҙар актерҙарҙың режиссерҙы аңлай һәм уға яҡынлаша алыуына дәлил булып тора.
       Бөгөн Өфөнөң "Нур" дәүләт татар театрында Чеховтың "Апалы
       - һеңлеле өсәү" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы бара. Классиктан Линас Зайкаускас персонаждарҙың исемдәрен генә ҡалдыра, ҡалғаны - яланғас стеналар һәм күңел
       һыҙланыуҙары. Аталарын юғалтыуҙан, оҙаҡ йылдар буйына йәшерелгән дөрөҫлөктөң ҡайтыуынан, тормошто аңлай башлауҙан, тормоштоң үҙенән, ниһайәт...
       Спектакль - тамаша түгел. Әммә ул шаҡ ҡатырырға һәләтле. Зайкаускас театрға килгән һәр кемде арзанлы трюктар менән йәлеп итергә кәрәкмәгәнлеген аңлай. Ябай ысынбарлыҡ тураһында ғына бәйән итеп тә һәр кемдең күңелендә дауыл уятырға мөмкин. Спектакль барышында "Барыһы ла шул тиклем өмөтһөҙ микән!" тигән һорау баштан сыҡмай.
       Спектакль аҙағында героинялар:"Йәшәргә кәрәк!" тигән һығымтаға килгәс, уларҙың үҙ проблемаларынан өҫкә күтәрелеүе
       һәм камиллыҡҡа бер аҙым яһауға өлгәшеүен аңлайһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны ҡарағандан һуң үкереп илағы килә. Был спектаклде өсөнсө көн буйы дублерһыҙ уйнаусы актрисалар тураһында нимә әйтергә ҡала инде. Һуңғылары был спектаклдә булырға ла тейеш түгел, сөнки был ҡатмарлы эште икеләтә башҡарыу әхлаҡи йәһәттән мөмкин түгел. Әйткәндәй, был спектаклдә Ольга, Маша һәм Ирина ролдәренә ун дүрт актриса араһынан БР халыҡ артисткаһы Резида Фәхруллина, БР атҡаҙанға н артисткаһы Фина Вәлиева һәм Ирина Ғәниева һайлап алынды.
       Улар эшләнгән эштән алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанда, ауыр булыуын йәшермәне.
       - Теоретик йәһәттән беҙ режиссерҙың беҙҙән нимә талап итеүен аңлаһаҡ та "ҡабығыбыҙҙан" сыға алманыҡ. Ҡыйын булды, - ти өлкән ҡыҙ Ольганы уйнаусы Резида Фәхруллина. - Башта
       Линас Зайкаускастан "Яҡты мәлдәр булырмы һуң" тип һорай инек.
       - Барыһы ла тормоштоң асылын өҫкә тартып сығарыр өсөн
       эшләнә, - тип дауам итә Ирина. - Һәр беребеҙҙең күңел төбөн дә ятҡанды күрһәтер өсөн.
       - Улар башҡа тормошҡа әҙерләнгән булған, - тип өҫтәй Рези да. - Түбәнге ҡатламдан юғарыға үтеп инергә тырышыу беҙҙең героинялар кеүек ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалыуға ҡарағанда  еңелерәк. Уларға яңы тормошҡа өйрәнеүе ҡыйын бирелә. "Беҙҙең бер нисә тел белеүебеҙ - бишенсе тәгәрмәс кеүек" -ти уларҙың береһе.
       Хыялымдың бер өлөшө тормошҡа ашты: мин 20 йыл дауамында т еатрҙа эшләйем, әмәм рус классикаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүгә уйнарға тура килде. Чеховты мин студент саҡтарҙан ярат ам.
       Маша ролен ярты йыл элек Салауат драма театрынан килгән Ф ина Вәлиева башҡарҙы.
       - Резида һәм Ирина менән был компанияға эләгеүемә, залда битараф тамашасылар ултырмауына, спектаклде аҙағынаса ҡарап бөтөүенә шатмын. Был беҙҙең ҡаҙанышыбыҙ тураһында һөйләй.
       - Һеҙҙе был эш яҡынайттымы
       - Әлбиттә, беҙ хәҙер репетицияларҙа ғына түгел, тормошта ла апалы - һеңлеле кеүекбеҙ... Ҡайһы бер ваҡыт бер - беребеҙгә "Ә артабан нимә буласаҡ" тигән һорау бирәбеҙ. Тормош беҙгә ниндәй һынау тәҡдим итер һәм ул нимә менән тамамланыр
       Бөгөн "Апалы - һеңлеле өсәү" менән бергә "Нур" актрисалар ы май аҙағында Татарстандың баш ҡалаһында үтәсәк төрки телле
       халыҡтарҙың театр фестиваленә әҙерләнә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал