6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Байрам итергә ҡасан өйрәнербеҙ
21.03.05


       Тәбиғәт биоритмдар буйынса йәшәй. Йәйен эшләй, көҙөн һығымталар яһай, ҡышын ял итә, яҙын - тағы эшкә тотона. Тик бындай эш графигы кеше тарафынан барлыҡҡа килтерелгән яһалма тәбиғәткә ярап етмәй. Беҙҙең иҡтисадтың үҙ миҙгеле бар - ул да булһа оҙайлы ял. Бер һүҙ менән әйткәндә, торғонл оҡ осоро. Декабрь айынан августҡа тиклем арлы - бирле эшләй. Артабан - дүрт ай ҡыҙыу эшмәкәрлек осоро. Һәм барыһы ла өр - яңынан ҡабатлана.
       Шундай параллель барлыҡҡа килә: ҡышын һәм яҙын беҙҙә күп һанлы байрамдар, тимәк - ял көндәре күҙәтелә. Артабан йәйге ялдар осоро китә һәм көҙөн генә эш тураһында иҫкә төшөрәбеҙ.
       Был ваҡыт эсендә иһә Рәсәй иҡтисады һәр төрлө реформалар, уларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, дефолт һәм һынылыштар кисерә.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ берҙәм рәүештә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр, эш хаҡы артыуын һәм йәшәү кимәленең яҡшырыуын кө тәбеҙ.
       Иғтибарҙың аҡсалата билдәһе бары тик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәргә генә күрһәтелә. Ә эшләр өсөн барыһынан тыш эш кәйефе кәрәк. Һеҙҙә ул бармы Юҡтыр, моғайын. Бының ө сөн этәргес көс булмауы һәм ҡышҡы йоҡо хәлендә йәшәү
       хаҡында әйтеп тә тормайым. Иң беренсе сиратта ҡаты эш тәртибе булырға тейеш. Алда биш эш көнө һәм ике ял көнө
       буласағын белгән ваҡытта эшләүе лә еңелерәк булыуы менән ризалашаһығыҙҙыр: ул ваҡытта хеҙмәт күләмен билдәләргә һәм
       план төҙөргә мөмкин.
       Беҙҙең хеҙмәт көндәренә килгәндә, бындай мөмкинселек юҡ кимәлендә. Шул уҡ байрамдар арҡаһында аҙна көндәре бутала. Әгәр кесе йома көнө шәмбе өсөн йәшәйбеҙ, һуңынан өс көн ял итәбеҙ, ә дүшәмбе көнө өс көн элек эшләнгән кесе йома өсөн ял итәбеҙ икән, был кемдә эш кәйефе тыуҙырһын! Был
       ваҡыт эсендә предприятие эшләмәй, әлюиттә. Иҡтисадта яҡшы
       яҡҡа үҙгәрештәр ҡайҙан килһен тигән һорау тыуа. Әйткәндәй, иҡтисади үҫеш тиҙлеге буйынса беренсе урында Япония бара. Улар үҙәренең эш ваҡытын ойоштора белә. Ябай япон эшсеһе
       рәхәтләнеп эшләһен һәм ял да итһен өсөн был илдә бар шарттар ҙа тыуҙырыла. Һәм яңы һорау тыуа: беҙгә шуны уҡ эшләргә кем ҡамасаулай Мин отпуск тураһында әйтмәйем. Үҙебеҙҙең 28 көндөң бер сәғәтен дә эшкә әрәм итмәйәсәкбеҙ, әлбиттә. Байрамдарҙы өҫтәһәк, ул тағы ла оҙаясаҡ. Ә инде үҫе ш тиҙлеге хаҡында шым ғына әйтәм - япондар ишетеп ҡалмаһын.
       Беҙ был исемлектә етмеш бишенсе урында.
       "Байрам көнө алдынан эш көнөнөң бер сәғәткә ҡыҫҡартылыуы"
       тураһындағы законды онота яҙғанбыҙ. Алданыраҡ байрам итә башлаһаҡ - оҙағыраҡ ял итеп ҡалабыҙ. Байрамдан һуң эшкә сығабыҙ - доллар бер һумға ҡиммәтләнгән. Сөнки Рәсәйҙән башҡа берәү ҙә эш ташламаған, әлбиттә.
       Эйе, беҙҙә байрамдар күп төрлө. Ҙур һәм яҡтылары, барлыҡ кешелек өсөн уртаҡ булғандары, милли, дини йә башҡа билдә буйынса ғына берләштереүселәре... Бындай көндәрҙә кемдер дуҫтары, туғандары, ғаиләһе менән үткәрә, кисен матур табын ойоштора, бүләктәр өләшә, йәки бөҙрәханаға йә мунсаға юл тота. Хеҙмәтләндереүсе учреждениелар байрам сәбәпле бикле булмаһа, әлбиттә.
       Беҙҙең төп пробема - БАЙРАМ ИТӘ БЕЛМӘҮҘӘ! Байрам көнөн эш көнө түгел тип иғлан итеү генә етмәй. Һөҙөмтәлә байрам иҫереп ятыу йәки был көн өсөн бер кем дә эш
       хаҡы түләмәйәсәк тип ҡайғырып өйҙә ултырыуға ғына ҡайтып ҡа лмаһын ул. Беҙҙең илдә моңһоуланып өйҙә ултырырға теләмәгәнд әр ниндәй ҙә булһа "мәҙәни сараға" юл тота. Унда халыҡ араһында йөрөй һәм тәҡдим ителгән алкоголь эсемлектәрҙе "мәҙәни" генә йота.
       Байрамһыҙ тормош күңелһеҙ һәм хатта мәғәнәһеҙ, әлбиттә. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй һәм йыл һайын ниндәйҙер иҫтәл екле ваҡиғаны тергеҙә. Әммә беҙ, ниһайәт, яңы тантана өсөн даталар уйлап табырға түгел, ә үҙ тормошобоҙҙо байрамға әйләндереү тураһында уйларға тейешбеҙ. Яратҡан кешеләрең уратып алыуы, яҡшы итеп эшләргә һәм бының өсөн яҡшы эш хаҡы алырға мөмкин булған яҡшы илдә йәшәү үҙе байрам түгелме ни Һәм шул ваҡыт беҙ аяғына баҫҡан иҡтисадҡа рәхмәт
       әйтербеҙ һәм аҙна аҙағында уның һаулығы өсөн берәр рюмка күтәрербеҙ. Ә инде дүшәмбе көнө байрамға барған һымаҡ эш урыныбыҙға ашығырбығыҙ.

Роман Хәкимов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал