6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Берлин коменданты - Башҡорт кавалерия бригадаһы етәксеһе
21.03.05


       1920 йылдың яҙында Польша фронтында барған һуғыштарҙа Александр Васильевич Горбатов етәкселегендәге Башҡорт кавалерия бригадаһы дан ҡаҙана. Ул һуғыштың ауыр көндәрендә,
       Көнбайыш Буг йылғаһы эргәһендәге һуғыштар ваҡытында,
       бригадаға етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
       "Йәшермәйем, - тип хәтерләй бригаданың элеке сәйәси хеҙмәткәре Г. Х. Камалов, - башҡорт һыбайлылары уны һағайып ҡаршы алды, әммә бер нисә көн үтеүгә яңы комбриг үҙен бына тигән командир, ҡурҡыу белмәҫ һалдат һәм изге күңелле кеше итеп күрһәтте. Бик тиҙ арала кавалеристар Горбатов менән һуғышҡа инеүҙең еңеүгә илткәнен аңлай. Ул көрәш барышын
       үҙенсәлекле итеп төҙөй, хәрби тәртипте юғары кимәлгә күтәрә . Хәрби эш белгесе булыуҙан тыш, ул һәр һалдаттың эске донъяһын да бик яҡшы аңлай ине, минеңсә. Күп кенә башҡорттар , рус телен йүнләп белмәүҙәренә ҡарамаҫтан, командирҙары менән ысын күңелдән һөйләшә, уның приказдарын теүәл үтәй ине".
       Бер көнө Башҡортостан делегаттары һалдаттарға бүләк итеп ике йөҙ бот он, егерме бот самаһы тәмәке, өс боттай бал, биш бот һабын алып килә һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хаттарын уҡып ишеттерә.
       Унда туған - башҡорттар тарафынан йыйылған был бүләктәрҙе ң тыл һәм фронттың теләктәшлеген аңлатыуы, эшсәндәрҙең һәр минутта һалдаттарға ярҙамға килергә әҙер булыуы тураһында яҙыла.
       Көҙ көнө Польша фронтында барған һуғыштар ваҡытында
       башҡорт һыбайлылары үҙҙәрен ҡыйыу һәм зирәк итеп күрһәтә. Һәм 1920 йылдың октябрь айында, Совет Рәсәйе һәм Польша араһында ваҡытлы килешеү булдырылғас, украин милләтселәре
       бандаларына ҡаршы көрәшәләр.
       "Аҡ гвардеецтар һәм интервенттарға ҡаршы көрәш йылдарында башҡорт бригадаһы батырҙарса һуғышты, - тип яҙа А . В. Горбатов үҙенең "Йылдар һәм һуғыштар" тигән китабында. - Революция эше өсөн күп башҡорттар үҙенең ғүмерен дә аяманы ". Өфөнөң 83 - се мәктәп уҡыусылары был китапты уҡығандан һу ң ,уның авторы менән хат аша аралаша башлай.
       Хаттарҙың береһендә армия генералы А. В. Горбатов былай т ип яҙа:
       "Ҡәҙерле йәш дуҫтар!
       Һеҙҙең хатығыҙҙа ҡыйыу, зирәк, ҡыҙыҡһыныусан һәм ихтыярл ы булырға һүҙ биреүегеҙ миңә айырыуса оҡшаны. Быға тағын да эшһөйәр булырға тип өҫтәргә һәм быларҙың барыһын да үтәргә кәрәк. Ул ваҡытта тормош юлығыҙҙа осраған барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡаршы тороуы еңелерәк буласаҡ.
       Уҡыуығыҙҙа, тәртип һәм хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем. "Намыҫты йәштән һаҡларға кәрәк" тигән әйтем бар. Мин һеҙҙең
       был мәҡәлде белеүегеҙҙе генә түгел, үҙегеҙҙе алама ғәҙәттәр ҙән һаҡлауығыҙҙы ла теләр инем, уларға өйрәнеүе еңел, ташлау ы ҡыйын. Һүҙегеҙҙә тора белегеҙ".
       Мәктәп уҡыусылары Мәскәүҙә, Горбатовтың фатирында ҡунаҡта ла була, уның ҡул аҫтындағы бригада тураһында һөйләгән иҫтәлектәрен тыңлай.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Александр Васильев ич биш йыл дауамында Берлинда хәрби комендант булып хеҙмәт и тә, һуңынан Прибалтика хәрби округына етәкселек итә.
       Александр Васильевич бер нимә тураһында ғына хәтерләргә яратмай. 1938 йылда ул ғәйепһеҙ ҡулға алынған иптәшен яҡлап үҙе төрмәгә эләгә. Беренсе һорау алыуҙа уҡ башҡаларҙы һатыуғ а ҡарағанда үлемде артыҡ күреүен белдерә. Тәфтишсенән тыш, был һорау алыуҙа ике әзмәүерҙәй палач ҡатнаша. Хәлһеҙләнгән,
       ҡанға батҡан Горбатовты камераға алып инеп китәләр. Әммә ул сыҙам була. Һуғыш башланыр алдынан А. В. Горбатов Колыма лагерҙәренән азат ителә һәм фашистарға ҡаршы тәүге һуғыштарҙ а ҡатнаша.
       "Эйе, һуғыш алдынан унан бик аҙҙар сыҡты - Рокоссовский, Мерецков һәм бына мин..." - тип хәтерләй ул ҡайһы ваҡыт.
       Башҡорт АССР - ы Министрҙар Советының 1982 йылдың 23 авгусындағы ҡарары менән Өфөнөң Киров районындағы урамдарының береһенә Советтар Союзы Геройы, айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының элекке командиры, армия генералы Александр Васильевич Горбатовтың исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал