6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаевҡа" ас һәм уҫалдарҙы йыясаҡтар
21.03.05


       Үткән йома Спорт һарайында "Салауат Юлаев" командаһының б аш тренеры Рафаил Ишмәтов һәм Өфө дружинаһының өлкән тренеры Сергей Герсонский ҡтнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Өфө клубының киләһе миҙгелгә әҙерлек
       сәйәсәте тураһында башлыса Рафаил Ғәзизов һөйләне бәйән итте: "Командаға беҙ ас һәм яуыздарҙы йыясаҡбыҙ". Шулай итеп , баш тренер үҙ сығышын үткән чемпионаттың "Салауат Юлаев" өсөн уңышһыҙ тамамланыуынан башланы.
       - 13 - сө урын яулауыбыҙға ике сәбәп бар. Беренсеһе - 11 команда НХЛ профессионалдары тарафынан нығытылыуына әҙер бул мауыбыҙ. Икенсеһе - коллектив төҙөргә тырышыуыбыҙ үҙен аҡламаны. Үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙгә бағлаған өмөттәр бушҡа булды. Үҙәк һөжүм итеүсе Заварухиндан башҡа барыһы ла насар уйнаны. Григоренко менән Макаров командаға яҡшы ғына инеп китә алды. Иң файҙалы һаҡсы - Цулыгин, командала ҡалған оборона уйынсылары араһынан иң яҡшылары - Кутейкин һәм Озолин.
       Шулай булыуына ҡарамаҫтан, команданың дөрөҫ юл менән барыуын билдәләргә теләйем. Рәсәй хоккейында бик ҙур үҙгәрештәр көтөлә, улар быйыл уҡ башланыр тигән өмөттәмен. Сит ил хоккейсыларынан баш тартырға ине, улар Рәсәй хоккейы
       үҫешенә ҡамасаулай. Контракттарҙың бер йыллыҡ ҡына булыуы л а мине ҡәнәғәтләндермәй. Командаға бер нимә лә бирмәйенсә, ү ҙенә генә алып өйрәнгәндәргә ҡарата ла сара күрергә кәрәк
       Беҙ нисек нығынасаҡбыҙ Рәсәй хоккейында һәр миҙгелдә
       үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән егермеләп көслө уйынсы бар - Прокопьев, Затонский, Сушинский һәм башҡалар, әммә улар ҡиммәт тора һәм Өфө командаһына килергә риза булмаясаҡ. Күптәр бер йыл ғына уйнай һәм юҡҡа сыға. Горбушин "Салауат Юлаев" составында яҡшы ғына сығыш яһағайны, был миҙгелдә иһә бер команда составына ла инә алманы. Ғөмүмән алғанда, һөжүм итеүселәр менән проблема етерлек.
       Ҡапҡа һаҡсылары йәһәтенән дә был миҙгел шәптәрҙән булманы. Беҙ бер юлы дүрт һаҡсы алырға уйлайбыҙ, артабан күҙ
       күрер. Паапанен команданан китәсәк. Йониға килгәндә, уның командала ҡалыу - ҡалмауын әйтә алмайым, әммә ул үҙенең тотороҡло уйнай алыуын иҫбатламаны. Андрей Кузнецов та икенсе состав өсөн тик яҡшы кимәлдә генә уйнаны тип әйтеүе ҡыйын. Дмитрий Макаров яҡшы ғына уйын күрһәтте, әммә ағалы -
       энеле Макаровтар "Магнитка" менән контракт төҙөнө. Әммә был
       беҙҙең уға булған ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы кәметмәй. Аншаковтың да команда өсөн файҙалы һәм файҙаһыҙ яҡтары бар. Әммә хәҙер барыһы ла егеттәрҙең үҙенең теләгенән тора - киләһе миҙгелдә
       улар ҡайҙа уйнарға теләй. Андрей Зубарев контрактҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартты - эш хаҡын күтәреүҙәрен һорай. Ваҡыт үте ү менән ул аҡса эшләй алыр ине, әлбиттә, әммә уға хәҙер үк к әрәк. Әгәр инде Зубаревҡа күп түләһәк, ул бер - ике айҙан уй науҙан туҡтаясаҡ. Бындай миҫалдар бик күп. Сергей Геронский менән беҙ йәштәрҙең йыйылма командаларында күп таланттар күрҙек, әммә улар бөгөн күп итеп аҡса ала һәм йүнле уйын күрһәтмәй. Уларға сникерстар һәм мерседестар ғына кәрәк.
       Киләһе миҙгелдә нимәгә ынтылабыҙ Планда әлегә алты соста в - фарм - клубтан икәү һәм өлкәнерәктәрҙән торған дүртәү. М ин бары юғары урындар өсөн көрәшергә кәрәк тип һанайым, юҡһа был сығыштарҙың мәғәнәһе лә булмай. Бары 80 - 86 - сы йылғы хоккейсыларҙы ғына йыйырға уйлайбыҙ. Командаларҙың күрһәткесе юғары булған осраҡта ғына контракттарҙа юғары эш
       хаҡы ҡаралған. Ә бары тик аҡса алырға теләп, уйнарға теләмә гәндәр командаға кәрәкмәй. Проблема бөгөн хоккейсыларҙың патриотизмы булмауында. Тимәк беҙ ас һәм уҫалдарҙы аласаҡбыҙ.
       "Салауат Юлаевтың" өлкән тренеры Сергей Герсонский:
       - Команда менән эшләй башлағас, мин егеттәрҙең оҫталыҡ кимәле суперлиганың көслө алты клубында уйнаусылар менән сағыштырғанда түбәнерәк икәнлеген күрҙем. Әммә уларҙа еңергә
       теләк бар. Бәлки ҡайһы ваҡыт егеттәргә ихтыяр көсө етмәйҙе р - быға көс табыуы еңел түгел. "Салауат Юлаевтан" кемдәрҙе
       16
       апрелдә Санкт - Петербургта башланасаҡ турнирға Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына аласаҡмын Кандидаттар өсәү: Жмаев, Сальников, кесе Селуянов. Әммә фарм - клуб өсөн һуңғы
       уйындарҙа уларҙың уйыны миңә бик оҡшаманы - яҡшы уйынсы беренсе лига фонында айырылып торорға тейеш, ә улар тураһында былай тип әйтеүе ҡыйын булды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал