6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Башҡортостанда МДФ һәм ламинат етештерәсәктәр
17.09.03


       Беҙҙең республиканың 40 проценты тип әйтерлек урман ме нән ҡапланған. Айныҡ аҡыл менән уйлап ҡарағанда, урманға бай
       республикала мебель сәнәғәте һәм ағас эшкәртеү тармағы юғар ы кимәлдә булырға тейеш кеүек. Ысынында иһә был был хәл икен серәк тора.
       Һуңғы бер нисә йылда был тармаҡта етештереү күләме әкр ен бара тип әйтһәк яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Ғөмүмән алғанда, р еспубликаның урман сәнәғәте комплексы ҡарамағында 700 миллио н кубометрҙан ашыу ағас бар. Тармаҡта эшләүсе 1,8 мең предпр иятие ла 22 меңдән ашыу кеше һанала. Шул уҡ ваҡытта Башҡорто стан сәнәғәтендә урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза - ҡағыҙ
       индустрияһы бары тик 1,4 процент ҡына тәшкил итә. Республик аның ағас эшкәртеү сәнәғәте киләсәктә ниндәй йүнәлештә үҫешә сәк һуң Ошо һорау менән "Башвестъ" гәзите хәбәрсеһе республ иканың урман сәнәғәте комплексы бүлеге начальнигы Фәрит Таюп овҡа мөрәжәғәт итте. Уның фекере буйынса сағыштырмаса йүнгә һалыныу ағасты комплекслы эшкәртеү технологияһын ҡулланыу ме нән бәйле.
       -- Бөгөн Өфө фанера - плита комбинатында МДФ плиталары етештереү буйынса бик перспективалы йүнәлештә эш башлау күҙа ллана, -- ти Фәрит Таюпов. МДФ... Был аббревиатура ағас етештереү белгестәренә яҡшы тан ыш. Һәм ул ҙур килем вәғәҙә итә. Британия белгестәре иҫәпләү енсә, киләһе ун биш йыл эсендә бөтә донъяла был продукцияны ҡулланыу ике тапҡыр артасаҡ. Великобританияның "Интермарк Л ТД" компанияһы директоры Джон Уотсворт быйыл Өфөгә килгәненд ә ике йыл элек бөтә донъяла МДФ - ҡа булған һорау 20 миллион
       кубометр тәшкил итһә, 2015 йылға был һан 45 миллион кубомет рға етәсәк, тип тә әйткәйне.
       Урындағы ағас етештереү тармағының тағы бер етешһеҙлег е бар -- ул да булһа ламинат плиталар сығарыусы предприятиел арҙың булмауы. Республикаға ламинатты ситтән алып ҡайтыу ҡим мәткә төшәөүе сер түгел. Шул уҡ ваҡытта мебель етештереүҙә б ыл материалға булған һорау бик ҙур. Тиҙ ваҡытта был "етешһеҙ лек" тә юҡҡа сығарыласаҡ, сөнки продукция Башҡортстандың үҙе ндә сығарыла башлаясаҡ, тип ышандырҙы Фәрит Таюпов.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал