6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡортостан Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресына әҙерләнә
21.03.05


       Төрлө төҫтәге флагтар һәм тәбрикләү транспаранттары мен ән биҙәлгән баш ҡалабыҙ Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең алтынсы конгресы һәм "Газ. Нефть. Технологиялар - 2005" Халы ҡ - ара күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алыуына ике ай ғына ваҡыт ҡалды. Әлеге ваҡытта республикала ошо сараларға ҡыҙыу әҙерлек бара. Ваҡыт күп ҡалманы - нефть һәм газ сәнәғәтселәренең форум һәм экспозицияһы 24 майҙа старт һыҙығына баҫасаҡ.
       Ошо сәбәпле үткән йома Башҡортостан Республикаһының
       Сауҙа- сәнәғәт палатаһында был сараларҙы әҙерләү һәм үткәре ү буйынса дирекцияның сираттағы ултырышы үтте. Әҙерлек барышын БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһының идара рәйесе Борис Бондаренко, "Башҡортостан күргәҙмә компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова , " Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Әсғәт Ғүмәров, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Валерий Вәлиәхмәтов һәм башҡа лар тикшерҙе. Бөгөнгө көнгә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексы - өс павильон һәм тышҡы майҙан - күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға бүлеп бирелгән дә инде. Күргәҙмәлә Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән 250 - 300 предприятие ҡатнашыуы күҙаллана. Бөгөнгө көнгә был сарала ҡатнашырға теләк белдере п 150 предприятие сығыш яһаған, уларҙың 41 проценты - Башҡортостан предприятиелары.
       Нефть һәм газ сәнәғәтселәре форумына әҙерлек шулай уҡ әүҙем бара. Секция программалары, докладтар, резолюция проекты әҙерләнә.
       Конгресс һәм форумға 1100 тирәһе кеше киләсәк. Улар араһында төрлө илдәрҙең Рәсәйҙәге илселәре, БДБ илдәренең, Рәсәйҙең 24 төбәге, Рәсәй нефть һәм химия һәм яғыулыҡ - энергетика комплексы, профессиональ союз һәм ассоциацияларҙың рәсми вәкилдәре киләсәк. Әлеге ваҡытта уларға рәсми саҡырыуҙар ебәрелә ( был 25 мартҡа тиклем эшләнергә тейеш), ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу тәртибе билдәләнә.
       Конгресс һәм экспозицияға әҙерлек, сараларҙың үҙе кеүек ү к, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыласаҡ. Гәзит, сайт, зәңгә р экрандар һәм ҡалабыҙ урамдарында реклама етерлек буласаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал