6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Эш хаҡы буйынса бурыстар ҡар өйөмөндәй үҫә
18.03.05


       Бөгөн Рәсәйҙә эш хаҡын тотҡарлауҙарына бер кем дә ғәжәпләнмәй. Хаҡтар артыуына өйрәнгән кеүек, был күренеш тә ғәҙәтигә әйләнде. Хеҙмәтсәндәргә эшләгән эше өсөн бер нисә ай буйына бер тин дә түләнмәгән ваҡыттар ҙа онотолмай әле.
       Ҡайһы бер урында үткән йылдарға эш хаҡын һаман да ала алмай
       йонсоусылар бар.
       Бөгөн был хәл бер аҙ рәтләнгәндәй, эш хаҡын тотҡарлауҙары кәмей, бюджет өлкәһендә был һорау тулыһынса хәл ителде. Әммә, практика күрһәтеүенсә, проблема һаҡлана әле. Беҙҙең республикалағы хәлде генә алайыҡ. Үткән йыл аҙағына Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстарҙы 287 миллионға т иклем кәметеүгә өлгәшелде. Республика Хөкүмәте бер аҙ тын алып та өлгөрмәне, ҡайһы бер предприятие етәкселәре чиновник тарға яңы "бүләк" әҙерләне: яңы йылдың ике айы эсендә эш хаҡ ы буйынса бурыстар ... 80 миллион( ! ) һумға артып 367, 9 миллионға барып баҫҡан.
       Был бурыстар ҡайһы предприятиеларҙа барлыҡҡа килгән һуң Ошо һорауға арналған хөкүмәт селектор кәңәшмәһендә хәбәр ителеүенсә, ауыл хужалығы предприятиеларында бурыс 4, 3
       миллион һумға, йәки 18 процентҡа, эшкәртеү производствоһынд а - 36,2 миллион һум ( 24,8 процент), төҙөлөштә - 20,1 милли он
       һум ( 18,7 процент), транспортта - 17,8 миллион һумға ( 3,4 тапҡыр) артҡан. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡын түләү буйынса тотҡарлыҡтар булған предприятиелар һаны ике ай эсендә 351 - ҙән 415 - кә еткән, ә хеҙмәт хаҡын ала алмаусылар һаны 46 90 0 - ҙән 85 300 - гә барып баҫҡан. Ҡот осҡос һандар. Ярай ҙа ғаилә ағзаларының береһе башҡа өлкәлә эшләһә, әгәр икеһе лә әле
       әйтелгән тармаҡта тир түгә икән, нимә эшләргә Күпселек ғаиләләрҙә балалар тәрбиәләнә, уларҙы ашатырға, кейендерергә , "берәй тәмлекәс" һатып алырға кәрәк. Бәләкәй кешегә атай менән әсәйгә эшендә аҡса бирмәйҙәр тип аңлатып булмай. Ә коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләүгә ҡайҙан аҡса табырға, етмәһә уларына ла хаҡтар артты. Бер һүҙ менән әйткәндә, киле п тыуған хәлде яҡшы тип әйтеп булмай.
       Әммә республика етәкселеге был хәлде үҙ ағышына ҡуйырға йыйынмай. Селектор кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, бурыслы предприятие етәкселәренең һәр береһенә ҡарата тейешле сара күреләсәк. Әйтәйек, "30 - сы төҙөлөш идаралығы" һәм Кумертау
       авиация етештереү предприятиһы етәкселәренә кәнәфиҙәре менән хушлаша башлаһа ла була.
       Рафаэль Ибраһим улы проблемалылар иҫәбендә йыл башынан хе ҙмәт хаҡы буйынса бурыс 31 миллионға тиклем артҡан федераль унитар предприятиеларҙы ла атаны. Мәҫәлән, "Полиэф"
       предприятиеһында бурыс айҙан айға 10 миллионға артып килә. Шуға күрә хәҙер был предприятие акцияларын һатыуға ҡуйыу тураһында һүҙ алып барыла.
       Салауат оптика - механика һәм "Бөркөт" заводтарында ( 45 ,6 миллион), Стәрлетамаҡ "Авангардында" ла ( 59,6 миллион һу м) бурыстар ҙур.
       19 федераль милек ойошмаһында март башына барлыҡҡа килгән бурыстың эш хаҡы буйынса бурыс күләме 250 миллион һум, йәки 68 процент тәшкил итте.
       Йыл башынан хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарын арттырған
       ҡала һәм райондарға килгәндә, Мәләүез ҡалаһы һәм районында бурыс 2,2 тапҡыр, Туймазы ҡалаһы һәм районында - 2,4 тапҡыр,
       Бәләбәй ҡалаһы һәм районында - 1,5 тапҡыр, Благовещен ҡалаһ ы һәм районында - 2,1 тапҡыр, Баҡалы районында - 3,4 тапҡыр,
       Ғафури районында - 4,6 тапҡыр, Ҡырмыҫҡалы районында - 3,1 т апҡыр, Баймаҡ районында - өс тапҡыр артыуы күҙәтелә.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры был проблеманы хәл итеү ту лыһынса ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарының яуаплылығында
       һәм үҙ эшселәренә эш хаҡын тотҡарлаусы етәкселәр өсөн тап у ларға яуап бирергә тура киләсәк тип белдерҙе. Хакимиәт башлы ҡтары иһә тиҙ арала хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк тип вәғәҙә итте.
       Йәшәйек әле - күрербеҙ...

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал