6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бейеү аллаһы
18.03.05


       1938 йылдың 17 мартында Иркутск ҡалаһынан алыҫ булмаған
       Раздольное станцияһына юл тотҡан поезда Рудольф Нуреев донъяға килә. Әсәһе Фәриҙә Алыҫ Көнсығышҡа, иренең хеҙмәт иткән урынына китеп барғанда бала таба.
       Бына шулай итеп буласаҡ виртуоз, йондоҙ, актер, хореограф һәм оркестр етәксеһе, миллиардер һәм гений Байкал ярҙарында
       доньяға ауаз һала.
       Һуғыш алдынан Нуреевтарҙың ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәй, атаһы фронтҡа саҡырылғандан һуң улар Башҡортостанға эвакуациялана.
       Рудольфтың бала сағынан ҡалған иң ауыр иҫтәлек - аслыҡ тойғоһо, ул ваҡыттағы иң тәмле аҙыҡ - бешкән картуф.
       Ул Өфөлә Свердлов урамындағы 2 - се мәктәптә уҡый. Бында хәҙер Рудольф Нуреев исемендәге Өфө хореография училищеһы ур ынлашҡан.
       "Мәктәптә уҡыған тәүге йылымдың Яңы йылында мин тәүге та пҡыр ысын балет күрҙем, - тип яҙа Рудольф Нуреев үҙенең "Автобиографияһында". - Һәм бөгөн дә был тамашанан нисек шаҡ ҡатып тороуым һәм тулҡынланыуым хәтерҙә.
       Өфө милли операһында ойошторолған яңы йыл спектаклендә милли балерина Насретдинова сығыш яһаны, уны мин бөгөн дә бик талантлы балерина тип иҫәпләйем".
       Уҡыусы Рудольф Нуреев Пионерҙар йортоноң балет түңәрәгендә шөғөлләнә башлай, тиктормаҫ малай Уҡытыусылар йорто түңәрәктәрендә лә, паровоз ремонтлау заводы клубында ла бейергә өлгөрә.
       Атаһы Хәмит - Ҡыҙыл Армия майоры, берҙән - бер улының был һөнәрен оҡшатмай. Уның был теләген бөтөрөү маҡсатында Рудольфҡа йыш ҡына ҡул күтәрә.
       1953 йылда Рудольфты башҡорт театры эргәһендәге балет студияһына саҡыралар. Ул талантлы бейеүе булараҡ билдәлелек яулай башлай. Студия башлыса кордебалет артистары әҙерләй, әммә Рудольфҡа айырым партияларҙы ла ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул балет артисы итеп алына, ҙур булмаған эш хаҡы ала башлай. Унынсы синыфты егет киске мәктәптә тамамлай.
       Рудольф Нуреевтың Өфө сәхнәһендә башҡарған бейеүҙәре баш ҡаланың балет оҫталары иғтибарынан да ситтә ҡалмай: Рудольфҡа А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға инеү мөмкинселеге барлыҡҡа килә.
       Училищены тамамлағас, Рудольф Нуреевты Киров театры труппаһына ҡабул итәләр.
       Спектаклдәрҙең береһендә залда Рудольфтың ата - әсәһе лә ултыра. "Атайымдың улынан өмөтөн өҙөү тойғоһо ошоға тиклем һаҡланғайны, - тип хәтерләй уның ҡыҙы Рәзидә, - күп йылдар ү теп Рудольфтың Ленинградта Киров театрындағы сығышын ҡарағас
       ҡына ул балет - уның яҙмышы икәнлеген аңланы".
       Талантлы артистың холҡо бер ҙә "баллы" булмай. Публика алдында ҙур уңышҡа өлгәшкән Нуреевты театр администрацияһы ө нәмәй. Рудольф Нуреев һәр ваҡыт һәр нимәгә үҙенең ҡарашын бе лдерә. Тап ошо ҙур конфликтҡа алып килә лә инде. Һәм,
       һөҙөмтә булараҡ, 1961 йылда Киров театрының Парижға гастролдәре ваҡытында артист ҡайтыуҙан баш тарта.
       - Мин ирекле булырға теләйем! - тип белдерә ул.
       Донья гәзиттәре быны "азатлыҡҡа һикереү" тип атай. ә
       Ленинград ҡала суды Рудольф Нуреевты Ватанына хыянат иткән өсөн ете йылға иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм сығара.
       Сит илдә яҡташыбыҙҙың таланты бар ҡеүәте менән балҡый башлай. Ул маркиз де Куэвас балет труппаһының күҙ ҡамаштырғыс сағыу йондоҙона әйләнә, Ковент Гарденда" бейей, Лондонда Король балеты артисы була. 1983 йылда Нуреевты "Гранд - Операның" художество етәксеһе итеп ҡуялар, һәм алты
       йыл эсендә ул Франция театрының абруйын юғары күтәрә.
       Беҙҙең бөйөк бейеүсебеҙ бик алама холоҡло булған тип тә хәтерләйҙәр. Ҡыҙыу, мыжыҡ, үҙенең яҡындары һәм партнерҙарына
       ҡарата залимдарса мөғәмәләлә булған. "Мин теләйем. Һин эшләргә тейеш" инглизса әйтелгән ошо һүҙҙәре менән Нуреев артистар алдына бурыс ҡуйған.
       Репетицияларҙа ул русса ла әрләгән, һүгенергә лә күп һорамаған. Артистарға асыуланған ваҡытта уларҙы "Иванович" тип атар булған. Әммә башҡаларҙың ялҡауланыуын яратмау менән бергә үҙенә ҡарата ла бик талапсан булған.
       Бик көслө һәм сәләмәт кеше булараҡ, Рудольф Нуреев йылына
       300 - әр балет бейей.
       Тыуған ҡалаһында ул бер тапҡыр ғына - 1987 йылдың ноябрь айында була. Рәйсә Горбачеваның шәхси үтенесе буйынса
       Нуреевҡа үлем алдында ятҡан әсәһе менән хушлашыр өсөн Өфөгә килергә рөхсәт итәләр. Иң яҡын кешеһенән әфү үтенергә өлгөрә ул, әммә әсәһе уны танымай.
       Ул ваҡытта Нуреевты бик аҙ өфөлөләр күреп ҡала. Ул оҙон матур пальтола, бәйләнгән шапкала, сағыу шарф ураған, ҡалын табанлы ботинкалар кейгән була. Ҡунаҡ бер аҙ ҡала буйлап йөрөй, театрҙа, Нестеров исемендәге музейҙа туҡтала.
       . Рудольф Нуреев бик бай булған. Мөлкәт йыйырға яратҡан, ҡиммәтле картиналар, йорттар, ранчо, балаҫ, туҡымалар һатып
       алған.
       40 миллион долларға Каприҙан йыраҡ түгел Галли утрауы һат ып ала һәм унда үҙе өсөн репетиция залы төҙөтә.
       ... Бынан тыш Рудольф Нуреев үтә һаран да кеше була. Композитор Игорь Стравинский кеүек үк, Нуреевтың ҡарунлығы уның йомарт сәхнә темпераментына бер ҙә тура килмәй.
       1983 йылда Нуреевта СПИД вирусы табыла. Йылдар үткән һайын Рудольфтың бейеүенең дә көйө китә башлай.
       Уны дауалаусы табип Мишель Канези нисектер уға Нью- Йоркк а гастролдәргә барғанда үҙе менән шәфҡәт туташы алып барырға
       кәңәш итә. "Был күпме торасаҡ" - тип ҡыҙыҡһына миллиондар хужаһы Нуреев. "Бик күп түгел. Бары 20 мең франк", - тип яуа п бирә табип. "Бигерәк ҡиммәт!"
       1993 йылдың 6 ғинуарында бейеү аллаһы Рудольф Нуреевтың осошо өҙөлә. Ул Парижда Сант - Женевьев - де - Буа зыяратынд а ерләнгән.
       Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында "Был сәхнәлә 1953 - 55 йылдарҙа 20 быуаттың күренекле бейеүсе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы" тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал