6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Ғәҙәттәш тыш хәл

Зыян күреүселәр яраһында яҡташтарыбыҙ юҡ
18.03.05


       - АН - 24 самолетының ҡолауы һөҙөмтәһендә һәләк булыусы һәм зыян күреүселәр араһында Башҡортостан кешеләре юҡ, - тип хәбәр итте"БАЛ" авиакомпанияһы генераль диреторының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Таһир Мөхәмәтшин "БАШвестЪ" гәзитенә . - Кемеров ҡалаһының
       "Региональные авиалинии" авиакомпанияһы самолеты "Өфө - Пермь - Усинск - Варандей" маршруты буйынса осҡан. Өфөнән ул
       төҙөк хәлдә, пассажирҙарһыҙ сыҡҡан, Пермгә имен барып еткән . Авиаһәләкәт 16 март көнө, Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт ик е тирәһендә Ненец автономиялы округы биләмәһендә булған. Варандей ҡасабаһы аэропортынан биш километр алыҫлыҡта нефтяниктар ташыусы самолет ҡолай һәм яна башлай. Был хәлдең аныҡ ҡына сәбәптәре әлегә хәбәр ителмәй.
       "Интерфакс" агентлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, самолет бортында 45 пассажир һәм ете экипаж ағзаһы булған. 2 4 кеше дауаханаларға урынлаштырылған, уларҙың ғүмеренә бер нимә лә янамай. Ҡалған 28 - е һәләк булған.
       Авиаһәләкәт факты буйынса Ненец автономиялы округы прокур атураһы енәйәт эше асты.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал