6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ун беренсе васыят
17.03.05


       Синай тауында Моисей Хоҙайҙан ун түгел, ә ун бер васыят
       алған икән легенда ла бар. Ун беренсеһе "Ҡурҡма" булып яңғ ыраған. Йәғни, Хоҙайҙан башҡа бер кемдән дә, бер нимәнән дә ҡурҡма. Сөнки Хоҙай менән йәшәү ҙә, үлем дә һоҡланырлыҡ. Әмм ә йәһүд халҡының дин әһелдәренә был васыят артыҡ ҡыйыу һәм я бай
       халыҡ уны аңламаҫ кеүек тойолған. Һәм уны оҙаҡ быуаттар бу йы йәшереп тотҡандар.
       Беҙ ҡурҡабыҙ. Һәм тормошобоҙҙа бар бәләләр ошо ҡурҡыуҙан
       килә. Кемдер аҡсаһын, кемдер йөҙөн юғалтыуҙан ҡурҡа. Өлкән
       кеше бер кем өсөн дә кәрәк булмауҙан ҡурҡһа, йәше уны етди ҡабул итмәүҙәренән ҡурҡа. Ир кеше уны бешмәгән тип
       уйлауҙарынан, ҡатын - ҡыҙ үҙен алдауҙары йә ташлауҙарынан ҡурҡа. Шәхси тормошта ла, йәмғиәттә лә һуғыштар ошо сәбәпле
       башлана. Немецтар еврейҙарҙан ҡурҡа - бынан нимә килеп сығы уы һәр кемгә мәғлүм.
       ...Аҡыллы, талантлы, тормошонда барыһына ла тип әйтерлек
       ирешкән ҡатындың тыуған көнөн байрам итәбеҙ. Уның янында
       йәш, матур, ҡатынын өҙөлөп яратыусы тормош иптәше бар. Һәм
       ҡатын аш бүлмәһендә йәшенеп йәш түгә. Был ваҡытта уның әйткән һүҙҙәре башҡа һыймаҫлыҡ:"Барыһы ла был тиклем яҡшы б улыуы мөмкин түгел! Хәҙер яҡшы икән, тимәк һуңынан насар буласаҡ! Беҙҙең мөхәббәт мәңгелек була алмай..."
       Тиҙҙән ысынлап та был "насарҙың" килеп етеүе тураһында һөйләп тороу кәрәкме икән. Бер йыл да үтмәне, ире ҡатынын ташлап китте. Тирә - яҡтағылар бының сәбәбен дә аңлай алманы . Әммә бик күп билдәләр буйынса ҡатындың айырылышыу өсөн барыһын да эшләгәнен асыҡлап була. Ул ирен бик ныҡ ярата ине
       һәм үҙ ҡулдары менән бәхетен емерҙе. Был парадокс түгел, ә ҡурҡыу тойғоһоноң икенсе яғы. Беҙҙең аңыбыҙ ҡурҡып көткән хәлде яҡынайтыуға булышлыҡ итә.
       Әйтелгән айырылышыуҙан һуң күптәр ҡатын ҡайғыһынан үлер,
       үҙ - үҙен юҡ итер тип көткәйне. Тик ул үҙен ҡулға алды һәм ... ҡурҡыуҙан туҡтаны. Сөнки ҡурҡып көткәне үтеп китте. Уға ҡурҡыу тойғоһоноң "ҡара киләсәкте" яҡынайтыуы тураһында күптәр аңлатырға маташып ҡараны. Хәйер, ул үҙе лә быны яҡшы белә ине. Тик ҡурҡыу унан көслөрәк булып сыҡты һәм үҙенең эшен эшләне.
       Әйтелгән осраҡта сит кеше тәжрибәһе менән файҙаланыуы мөмкин түгел, барыбер барыһын да үҙ күңелең аша үткәрә белер
       кәрәк. Айырышыуҙан ҡурҡыу айырылышыуға этәрә. Бында "әгәр ҙ ә" тип ҡабатлауҙың файҙаһы юҡ.
       Дошманығыҙҙы ла, дуҫығыҙҙы ла түгел, ҡурҡыуығыҙҙы еңергә
       тырышығыҙ. Тышҡы түгел, күңел төпкөлөндә йәшеренгән ҡурҡыуҙан өҫтөн булығыҙ һәм мин был бәхеткә лайыҡлы түгел
       тигән уйҙарығыҙҙан ҡотолоғоҙ. Башҡалар кеүек һеҙ ҙә бәхеткә лайыҡ.
       Фобиянан дауаланған инглиз ҡатыны тураһында боронғо бер тарихты һөйләп үтәм. Лондон урамдарында бер ваҡытта ла крокодилдар йөрөмәгәнен белә тороп, ул һәр ваҡыт үҙен крокодил ашауынан ҡурҡа. Табип уны дауалау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй һәм ярҙам иткәндәй була. Әммә күп кенә йылдар үткәндән һуң үҙенең элекке сирлеһе тураһында
       белешергә теләй һәм: "Ә - ә, һеҙ теге, крокодил ашаған леди Паркинсон тураһында һорайһығыҙмы" - тигәндәрен ишетә.
       Был көләмәстең тағы бер мәғәнәһе бар. Йыш ҡына киләсәкте
       һиҙемләү менән уны үҙең булдырыу араһындағы айырманы күреүе ҡыйын. Әгәр һеҙ көсһөҙ икән - тимәк һиҙемләйһегеҙ, көслө булһағыҙ - киләсәгегеҙҙе үҙегеҙ барлыҡҡа килтерәһегеҙ тип әйтеү дөрөҫөрәктер.
       Тимәк, әгәр көслө булһағыҙ, үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә м атур киләсәк булдырығыҙ. Көсһөҙ булһағыҙ - һиҙемләгеҙ. Тик у л да яҡшы булһын...

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал