6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Күргәҙмәләр эшлекле лә, күңелле лә уҙа
17.03.05


       ...Майҙанға ҙур тиҙлектә күпте күргән "шестерка" килеп туҡта й. Сирена олой. "Енәйәтсене" милиция машинаһы эҙәрлекләй, уларға ярҙамға икенсеһе ашыға. Бер нисә минут эсендә тәртип һаҡсылары машинаһынан сығып йәйәү ҡасып ҡотолорға маташҡан "енәйәтсегә" ташлана. Улар эргәһендә көрәшкә ҡушылыу теләге менән янған хеҙмәт эте өрә. Бына ул "тәртип
       боҙоусыны" ергә йыға һәм тештәрен ҡаҙай. Бер - ике секундта н "енәйәтсенең" ҡулдары бығауҙа ине инде.
       Был боевик фильмдан алынған күренеш түгел, ә "Башҡортоста н" Күргәҙмә комплексында махсуслаштырылған күргәҙмәне асыу алдынан ойошторолған тамаша. Ике халыҡ - ара күргәҙмә - "Уралинфоком. Connect - 2005" һәм "Хәүефһеҙлек һәм ҡотҡарыу средстволары - 2005" - тематик йәһәттән яҡын булғанлыҡтан, к үп йылдар дауамында бергә үткәрелә. Был сараларҙы көс структураларының үҙҙәренең төп бурысы - ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һә м ҡотҡарыуға әҙерлегенә һынау үтеүе тип атарға мөмкин. Милиционерҙар бары тик табель ҡоралы менән генә ҡоралланған,
       элемтә өсөн бик үк яҡшы эшләмәгән рация менән файҙаланған осор менән сағыштырғанда, бөгөн ҡотҡарыу эше күпкә яҡшыраҡ о йошторолған. Көс структуралары бөгөнгө көндә заманса техник средстволар менән тәьмин ителә.
       Күргәҙмәләр башланғанға тиклем янғынға ҡаршы техника һәм зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөү
       өсөн ҡулланылған автотранспорт средстволары менән танышырға мөмкин ине.
       Күргәҙмәне асыу тантанаһында заманса һаҡлау һәм ҡотҡарыу средстволарының йәмғиәттең фәнни - техник үҫеше дәрәжәһен
       билдәләүҙә ҙур роль уйнауы билдәләп үтелде. Хәүефһеҙлек проблемаларын хәл итеү бөгөн туранан - тура элемтә, мәғлүмәт , компьютер менән тәьмин ителештең электрон средстволары үҫеше менән бәйле. Башҡортостанда объекттарҙы һаҡлауҙың кимәлен күтәреү өсөн күптән инде видеокүҙәтеүҙең заманса сис темалары индерелә, банк системаһы учреждениеларында күҙәтеү системалары файҙаланыла.
       Ике күргәҙмәлә Рәсәйҙең 15 ҡала һәм төбәгенән етмешкә яҡын предприятие ҡатнаша. Икенсе тапҡыр рәттән күргәҙмәләрҙә
       республиканың ике юғары йорто - Башҡорт дәүләт педагогия ун иверситеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәр ен күрергә була. Бында кеше тормошо һәм эшмәкәрлегендә һәм с әнәғәт предприятиеларында хәүефһеҙлек өлкәһендә белгестәр әҙ ерләү менән шөғөлләнәләр.
       Экспозициялар менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында йәштәрҙең кү п булыуы ғәжәп түгел, сөнки күргәҙмә сиктәрендә ҡыҙыҡлы акциялар ҙа уҙа. Бөгөн, мәҫәлән, "Бэта Линк Трейдинг" компанияһының презентацияһында "Филипс" компанияһы продукцияһы күрһәтелде. Күргәҙмәләрҙә һәр ваҡыттағы кеүек эшлекле, шул уҡ ваҡытта байрам рухы хөкөм һөрә. Төрлө мәғлүмәт менән уртаҡлашыу, контракттар төҙөү ҡыҙа.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал