6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Улар барыһы ун өс ине
17.03.05


       Йәш парҙар өйөрөлә. Баштарында бер борсоулы уй юҡ, матур вальс көйөнә әйләнәләр ҙә әйләнәләр. Уларҙы нимә борсоһон, егет һәм ҡыҙҙарға ни бары 17 йәш. Бар ғүмер алда...
       1940 йылдың июнь айында Йәрмәкәй ауылы урта мәктәбе үҙенең тәүге сығарылыусыларын оло юлға оҙата. Улар барыһы 13 кеше б ула. Һигеҙ егет был көнө директор ҡулынан өлгөргәнлек аттест аты алып хәрби училищеға уҡырға инә. Һәм бер йылдан мыйыҡ та
       үҫтереп өлгөрмәгән йәш лейтенанттар Ватандың саҡырыуына яуап итепнемец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә сыға.
       Ватан... Бөгөнгө йәштәр өсөн (уларҙың оятына ҡаршы) был һ үҙ элекке мәғәнәһен һәм көсөн юғалтып бара. Беҙҙең өсөн Вата н
       беренсе сиратта ата - әсә, тыуған йорт, тыуған ер менән ген ә сикләнә. Унан ситтә ниндәй хәлдәр булғаны беҙҙе аҙ
       ҡыҙыҡһындыра.
       Зарипов Әнүәр - 19 йәш, Сәхибуллин Зөфәр - 18 йәш, Ғабдуллин Ғәббәс - 19 йәш. Һәм тағы 19, һәм тағы 18... Егеттәрҙең һигеҙе лә әйләнеп ҡайта алмай. Кисәге мәктәп уҡыусылары, хәрби тәжрибәләре лә булмаған йәш егеттәр "ура" ҡысҡырып алға бара һәм устарына тыуған тупраҡ йомарлап ( тыуған йорттан бик алыҫта булһа ла) яу яланында башын һала . Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған быуындар ошо һәм һуғыштан тере ҡайтҡан башҡа замандаштар, атай - олатайҙары өлгөһөндә тәрбиәләнә. Мин үҫкән ваҡытта ( 1978 йылда тыуғанмын) патриотик рухта тәрбиәләү тураһында һүҙ бөтөнләй булманы тиерлек. Телевидение экрандарында, гәзит һәм журнал биттәрендә "башҡа йырҙар" йырлана хәҙер. Дүртенсе власть тарихтың ҡурҡыныс биттәре тураһында 23 февраль, туғыҙынсы
       май һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилейы ваҡытында ғына хәтеренә төшөрә. Хәйер, мәктәптәрҙә бер ваҡыт патриотик
       тәрбиә генә түгел, ә дөйөм тәрбиә тураһында ла онотоп, иғти барҙы белем биреүҙең интеллектуаль өлөшөнә генә йүнәлтеп ташланылар.
       Мәктәптең тәүге сығарылыш егеттәренең аяныс яҙмышы тураһында мин ошо уҡ мәктәпте тамамлар алдынан ишеттем. Һәм сираттағы 9 май байрамын мәктәптең тарихын башлап ебәргән егеттәрҙең иҫәтлегенә арнау идеяһы менән сығыш яһаған Мәсәлим ағай Ғәлиевҡа рәхмәтлемен. Юҡһа беҙ - 1995 йылғы сығарылыусылар улар тураһында бер ҡасан да белмәҫ инек. Ун йыл үткәс тә мин был көндө тулҡынланыу менән хәтергә төшөрәм .
       ... Тынлыҡта метроном тауышы. Уға ҡушылып геройҙарҙың исемдәре яңғырай. Мин класташ егеттәргә күҙ һалам һәм ирекһеҙҙән уларҙы 1940 йылда ошо мәктәп стеналарынан сығып к иткән яҡташтарым менән сағыштырам. Ә бына улар менән бер
       парта артында ултырған Мәсәлим Мәһәҙи улы Ғәлиев үҙенең класташ дуҫтары тураһында бәйән итә. Күҙгә йәштәр тула. Уға
       сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле һуғышҡа барырға яҙмай.
       Мәсәлим Ғәлиев бер нисә быуын уҡыусылар тәрбиәләп сығара.
       Беҙҙең синыфҡа тарихи сығарылыусылар иҫтәлегенә мәктәп баҡсаһында аллея ултыртыу бәхете тейҙе. Бер нисә йылдан бында 13 ҡарағай күтәреләсәк.
       Бөгөн патриотик рухта тәрбиәләү яңы һулыш ала.
       Республикабыҙҙа махсус программалар ҡабул ителгән. Бәхеткә ҡаршы, был быйыл Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләүгә генә бәйле т үгел. Эш маҡсатлы рәүештә алып барыла: хәрби - патриотик клубтар үҙ эшен әүҙемләштерә, эҙләү һәм крайҙы өйрәнеү эштәре тергеҙелә, йәштәр ветерандар менән аралашыуа йәлеп ит елә... Әлегә улар беҙҙең менән
       Мәсәлим ағайҙы мин һуңғы тапҡыр шул сығарылыу кисәһендә
       күрҙем. Бөгөн ул беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Мәктәптә минән һуң уҡыусылар уның менән аралашып өлгөрҙөмө икән 13 тәүге
       сығарылыусы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн баштарын һалған й әш егеттәр тураһында беләләр микән Беләләрҙер тип ышанғы килә.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал