6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Ун өсөнсө" булыу үҙенекен итә
17.03.05


       2004 - 2005 йылғы Рәсәй беренселегенә үткәрелгән һуңғы матчында "Салауат Юлаев" Ярославлдең "Локомотив" командаһы т арафынан тар - мар ителде. Иҫәп - 8 : 1.
       Беренсе периодтан һуң, иҫәп 1 : 0 булғанда, өфөлөләрҙең өмөтө бар ине әле. Икенсе период иһә ҡот осҡос төш кеүек булды - Пууруланың ҡапҡаһына алты яуапһыҙ гол индерелде. Рафаил Ишмәтов ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырманы. Матч тамамланыуға яҡынлашҡанда "Локомотив" һаҡсыһы Карповцев һигеҙенсе шайбаны индерҙе. Һуңғы минутта Григоренко бер гол индереп өлгөрә алды.
       Матч барышында өфөлөләрҙең бер нисә өмөтлө минуты булды, әммә "Локомотивтың" ҡапҡаһын оҙайлы ялдан һуң Егор Подомацкий һаҡланы - уның ышаныслы уйыны ҡунаҡтарға иҫәпте а рттырырға мөмкинселек бирмәне.
       Дмитрий Зюзиндың "юлаевсылар" составында өсөнсө тапҡыр боҙ өҫтөнә сығыуын билдәләргә кәрәк. Суперлигала "Салауат Юлаевтың"тағы бер йәш хоккейсыһы Илья Хуринов башлап уйнаны.
       Матчтан һуң Рафаил Ишмәтов уйынды түбәндәгесә һүрәтләне:
       - Беҙ барыһына ла уйнарға мөмкинселек биреп, составты тикшерҙек. Был матч егеттәргә һорауҙарҙың күп булыуын күрһәтте. Беҙ хатта йәш уйынсыларҙы ла Яшинға ҡаршы ҡуйҙыҡ: "дары еҫен" тойһондар әйҙә. Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең психологик
       яҡтан әҙерлеген аңлаһын өсөн мин уға аҙаҡҡа тиклем уйнау мөмкинселеген бирҙем.
       Бөгөн беҙ Өфө командаһының бер нисә хоккейсыһына шылтыратып, был ауыр еңелеүҙең сәбәптәре тураһында ишетергә теләгәйнек. Әммә егеттәр телефон трубкаһын алманы. Подомацки й ҡапҡаһына индерелгән шайбаның авторы Игорь Григоренко ғына шылтыратыуға яуап бирҙе. Тик ул автомобилдә булғас - Өф өнән Тольяттиға юл тотоуы - Игорҙең ғүмерен һәм һаулығын ҡур ҡыныс аҫтына ҡуйырға теләмәйенсә, һөйләшеүҙе туҡтаттыҡ.
       Андрей Таратухин:
       - Икенсе периодта ҡаршы яҡ ташлаған һәр шайба тип әйтерле к ҡапҡаға инде. Оборонала уйын да яҡшынан булманы. Плей - оффта мин кем өсөн "ауырыясаҡмын" "Авангард" уйынсылары Саня Пригожин, Антон Курьянов, Алексей Бондарев өсөн.
       Андрей Сидякин:
       - Тәүге периодта уйын тигеҙ барҙы, шайба индерергә лә мөмкинселектәр булды. Икенсеһендә нимә булғанын мин аңлап
       та өлгөрмәнем. Уйын ауыр булды - ныҡ арыныҡ.
       Хоккей буйынса Рәсәй беренселегендә "Салауат Юлаев" ун өс өнсө урын биләй. Плей - офф зонаһынан беҙҙең команда 23 мәрә йгә артта ҡалды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал