6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ағай - эне аҡ мыйыҡ, йәки Бүләккә завод
17.03.05


       Күрәһең бәғзе берәүҙәргә Рәсәй олигархтарының байлығы һ аман да тынғы бирмәйҙер. "Прихватизация" тамамланыуына байта ҡ ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, айырым йүнсел граждандар үҙенә нужаһыҙ көн күреү өсөн дәүләт мөлкәтенең берәр киҫәген йолҡоп ҡалырға маташа.
       Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Контроль - иҫәпләү палатаһында тап ошондай эш ҡаралды.
       "Нуриман май заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 2002 - 2004 йылдарҙа, хәйер, бөгөн дә, мөлкәтте һөҙөмтәле һәм маҡсатлы файҙаланыу тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.
       "Нуриман май заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ошо уҡ исемде йөрөтөүсе дәүләт унитар предприятиеһын үҙгәртеп ҡороу
       юлы менән барлыҡҡа килә. Яңы йәмғиәт акцияларының 75 проценты Башҡортостан Республикаһы мөлкәтенә ҡарай. Законға ярашлы, директорҙар советы һайлана, тик факттар күрһәтеүенсә , уларҙы предприятие яҙмышы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай.
       2002 йылға тиклем завод районда һөт ҡабул итеү һәм эшкәрт еү менән шөғөлләнгән берҙән - бер предприятие була. Артабан район етәкселеге ҡушыуы буйынса, һөттө эшкәртеүгә оҙатыу "Ал а - Тау" крәҫтиән хужалығы аша башҡарыла башлай. Шул ваҡыттан алып завод өҫтә әйтелгән хужалыҡты һөттө һаҡлау, һыуытыу, эшкәртеү һәм оҙатыу йәһәтенән хеҙмәтләндерә генә башлай. Завод һәм һөт тапшырыусылар араһында "посредник" нимәгә кәрәк булған һуң тигән һорау тыуа. Заводтың ул ваҡыттағы генераль директоры Марат Харисов үҙенең аңлатмаларында бер а ҙ буталды, әммә тикшереү барышында сәбәп асыҡлана: беренсенә н, һалым түләмәҫ өсөн, икенсенән, бер туған ағаһын тәьмин итеү маҡсат булып тора. Эш түбәндә: "Ала - Тау" хужалығын ун ың бер туған ағаһы Рөстәм Харисов етәкләй. Ул һөт ҡабул итеп
       ала, һөт тапшырыусылар менән иҫәп - хисап яһай ( барыһынан күренеүенсә, завод аҡсаһы менән) һәм аҡрынлап предприятиеның төп кредиторҙарының береһенә әүерелә.
       Әйткәндәй, быйылғы йыл башына, заводтан алынған мәғлүмәтт әр буйынса, кредитор бурыстары 4,5 миллион һум, шул иҫәптән
       һалым буйынса - 792 мең һум тәшкил итә. Һалым йыйыусылар предприятие ҡаҙнаға 1,9 миллион һум бурыслы тип раҫлай, пеня
       һәм штрафтарҙы иҫәпкә алғанда был һан 3,6 миллионға барып баҫа.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, крәҫтиән - фермер хужалығы 2002 йыл буйына май заводының 652 мең һум күләмендә яһалма кредитор бурыстарын булдырған. Был средство заводтың төп технология ҡорамалдарын һатып алырға мөмкинселек биргән, предприятиеның етештереү эшмәкәрлеге башлыса ошо ҡорамалдарҙан тора.
       Барлыҡ закондарҙы боҙоп, Марат Харисов 667 мең һумлыҡ ( баланстағы хаҡы 2,2 миллион һум) ҡорамал һәм транспорт средстволарын 17 килешеү буйынса тапшырырға ашыға. "Ала - Тау" крәҫтиән - фермер хужалығы, айырыуса, Рөстәм Харисов
       ҡәнәғәт булғандыр тип уйларға ҡала. Завод иһә үҙенең төп эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алмаҫлыҡ хәлгә килтерелә.
       Артабан - тағы ла нығыраҡ шаша ағай - эне. Хәҙер инде крәҫтиән - фермер хужалығы Нуриман заводын йылытыу буйынса х еҙмәтләндерә башлай. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанлыҡ бинаһы май заводы тарафынан хужалыҡҡа бушлай арендаға бирелә.
       Ә завод директоры һуң Был ваҡыт эсендә ул ( тағы ла бар законды боҙоп) "Нуриман май заводы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте булдыра, артабан уны яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә
       әйләндерә. Йәмғиәт үҙ сиратында күпте күргән заводтың бинаһ ы һәм ҡорамалдары менән бер ниндәй килешеүһеҙ файҙалана.
       Әлеге ваҡытта завод бикле тора. Ә район хакимиәте, шул иҫәптән ауыл хужалығы идаралығы ла, аптырап ҡулдарын йәйә: бер нимә лә белмәнек. Алып сығылған ҡорамал кире ҡайтарылды,
       беренсе майға завод эшләй башлаясаҡ, йәнәһе, проблема нимәлә Проблемалар күп, тине быға яуап итеп ауыл хужалығы министры Фларис Шәйхетдинов. Уның һүҙҙәре буйынса, беренсенән, 2001 йылдан башлап завод асылда эшләмәгән тип әйтергә була. Был ваҡыт эсендә ул иң күбе - дүрт тонна һөт йыйыр ине. Уны эшкәртеү производствоны тотоуға киткән аҡсаны , эшселәргә эш хаҡын, һалым түләүҙәрен ҡаплай алмай. Шуға күрә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы алдында күптән инде предприятиены банкрот итеп иғлан итеү йә асыҡ акционерҙар йәмғиәтен бөтөрөү тураһында һорау баҫты. Был процесс әле лә дауам итә, әммә иң ҙур акциионер булып һаналған республиканың закондары һәм мәнфәғәте мотлаҡ күҙәтелергә тейеш.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал