6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Баҙар бар икән, тимәк банкротлыҡ та буласаҡ.
16.09.03


       Был ябай баҙар процедураһы, уның барышында көрсөккә терәлгән предприятие йә финанс яҡтан "һауығасаҡ", йә инде "һулыш алыуҙан туҡтаясаҡ" . Тик әлеге банкротлыҡтың ғәҙел үтеүе мөһим...
       Элекке, 1998 йылдан эшләп килгән "Банкротлыҡ" тураһындағы
       закон предприятиены "һауыҡтырып", әлегә тиклем бүленеп бөтө лмәгәнде бүлергә теләүселәрҙең ҡулына "уйын туз" тоттора ине .
       Үткән йылдың декабрендә индерелгән яңы закон тураһында хәбә р йөрөтөүе ҡатмарлы әле. Әммә уның банкротлыҡ процесын дөрөҫ , хоҡуҡи юҫыҡҡа ебәрергә ярҙам итәсәге тураһында ышанып әйте ргә була. Бына, мәҫәлән, депутаттарҙың бер новеллаһы: арбитр аж етәкселәр ойошмаһы булдырыу. Яңы закон буйынса һәр арбитр аж етәксе ошондай ойошмала торорға тейеш. Арбитраж етәксенән
       күп нәмә тороуы сер түгел. Уны "дауаларға йә ҡырҡырға" икән лекте билдәләүсе табиб менән сағыштырырға булыр ине, йәғни п редприятиены һауыҡтырырғамы, әллә юҡмы
       Арбитраж етәкселәр ойошмаһы һәм унда нисек инеү тураһы нда уның рәйесе Иршат Сатыев "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һөйләне. Бындай ойошмаға инеү өсөн
       юғары белем, тәжрибә, эшҡыуар статусы булыу ғына етмәй. Иң башта ярайһы уҡ бай кеше булыу мотлаҡ. Үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ:
       махсус белем алыу өсөн 30 мең кәрәк. Ойошманың компенсация фондына 50 мең һалырға тура киләсәк. Бынан тыш страховкаға т ағы өс миллиондан ашыу сумма түләргә кәрәк.
       Бөгөн республикала 460 арбитраж етәксе бар. Иршат Саьы ев әйтеүенсә, уларҙың 200 - ләбе генә закон талаптарына яуап
       бирә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал