6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Константин Толкачев ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы аншлаг менән үтте
17.03.05


       Башҡортостан парламентының барлыҡҡа килеүенә 10 йы л тулыу айҡанлы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Салауат Кусимов һәм Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов журналистар менән осрашты. Был көндө "Башинформ" агентлығының конференция залында ысын мәғәнәһендә аншлаг бу лды тиһәм хата булмаҫ. Киң матбуғат саралары вәкилдәре
       ҡунаҡтарға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Башта һүҙ
       Благовещенда үткән ваҡиғалар тураһында барҙы.
       "Себендән фил яһанылар", - тип белдерҙе был йәһәттән Дәүл әт Йыйылышы башлығы. Благовещенда декабрь айында булып үткән ваҡиғалар - беҙҙең ҡайғы, баш ауырыуы, тине ул. Хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп сыҡҡан хәлде асыҡлау урынына үҙҙәренә исем эшләп ҡалыу тураһында уйлай. Улар ниндәйҙер айырым мәлде генә тотоп алып объективлыҡтан алыҫ булған һығымта яһай. Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лукиндың да был хәлде ниндәйҙер геноцид, Чечня менән сағыштырыуы аңлашылмай. Благовещен электән криминалистика йәһәтенән имен ҡала булмауы менән дан тота. Милиционерҙар уларҙан көтөлгәнде эшләгән тип әйтеп булмай, әлбиттә. Улар, һис һүҙһ еҙ, граждандарҙың хоҡуғын боҙған. Тик шулай ҙа бында дөрөҫлө ккә ҡарағанда уйлап сығарыуҙар күберәк. Нисек кенә булмаһын,
       рәсми тикшереү бара, аҙаҡҡы нөктәне суд ҡуясаҡ.
       Граждандарҙың лайыҡлы тормошон тәьмин итер өсөн илдәге мөнәсәбәттәрҙе нисә закон көйләргә тейеш тигән һорауға Конст антин Толкачев: "Эш һанда түгел", - тип яуап бирҙе. "Иң мөһи ме - уларҙың сифаты һәм һәм ысынбарлыҡта нисек эшләүҙәре, - тип
       дауам итте ул. - Ҡыҙанысҡа ҡаршы, беҙҙә теге йәки был закон
       һөҙөмтәлелеген билдәләүсе мониторинг үткәрелмәй". Әйткәндәй , Башҡортостандың иң "ҙур" законы ( ул республиканың административ - территориаль ҡоролошона ҡағыла) - ете меңдән
       ашыу биттән тора.
       "Парламентарийҙарҙың күпселеге айыҡ аҡыллы кеше булып сыҡ ты, һөҙөмтәлә һынылыш яһарға маташыу килеп сыҡманы". Башҡорт
       парламентағы "заговор" темаһын Константин Толкачев үҙе өсөн сетерекле тип тапты һәм әйтелгән һорауға үҙенең урынбаҫ ары яуап биреүен һораны. "Был йәһәттән республика Президенты
       әйткәндән артыҡ бер нимә лә әйтеп булмай, - тине Салауат Кусимов. - Ҡыҫҡаса ғына итеп әйткәндә, айырым депутаттар төркөмө аҡса менән бергә власте ла үҙ ҡулына алырға маташҡайны, бер нимә лә атҡара алманы".
       "Ике палаталы парламентта кеше күп, шуға күрә эш оҙаҡҡа һуҙыла", - тине Дәүләт Йыйылышы башлығы республика парламенындағы структура үҙгәрештәренә ҡағылып. - Элек закон
       проектын үткәреү процедураһы айҙарға һуҙыла ине. Бөгөнгө бе р палаталы парламент йылдамыраҡ эшләй. Әйткәндәй, башҡорт па рламентарийҙары Мәскәүҙәге коллегалар менән сағыштырғанда к үпкә тәртиплерәк".
       "Ҡайһы ваҡыт эшлекле генә тәҡдим индереп ҡуя ул", - тине Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Эдвард Мурзин тураһында, ул бер үк енес никахтарын яҡлап әүҙем сығыш яһауы менән билдәле. "Был кеше үҙенең урынын тапты
       һәм уны ныҡышмалы рәүештә файҙалана. Һәм бөтә Рәсәйгә танылды бит. Әммә мин был йәһәттән ғорурлыҡ тойғоһо кисермәйем", - тип өҫтәне ул.
       "Рәсәй өсөн 25 - 30 субъект етә". Дәүләт Йыйылышы Рәйесе әйтеүенсә, төбәктәрҙе эреләтеү идеяһына ул ыңғай ҡарашта. 88
       федерация субъекты - артыҡ күп. Өҫтәүенә күп кенә төбәктәр күптән үҙҙәренең үҙаллы үҫешеүгә һәм халыҡтың йәшәйеш кимәлен лайыҡлы тәьмин итеүгә һәләтһеҙ булыуын күрһәтте. Бындай субъекттарҙы уңышлы эшләүселәргә ҡушырға кәрәк. Константин Толкачев һуңғылары иҫәбенә Башҡортостанды ла индерә. "Бынан тыш төбәктәрҙе эреләтеү чиновниктарҙың күп һанлы армияһын да ҡыҫҡартасаҡ", - тип өҫтәне ул.
       "27 мартта үтәсәк референдум тураһында мин һеҙҙән артыҡ
       белмәйем.". Был сараны айырым инициатива төркөмдәре әҙерләй. "Республика Президенты ла, Дәүләт Йыйылышы ла быға ҡыҫылмай", - тине Константин Толкачев.
       Республика Дәүләт Йыйылышының юбилейына арналған
       ултырышы бөгөн үтәсәк. Унда 600 - ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
       Башҡортостан парламентының 10 йыллығына арнап
       "Башҡортостанда парламентаризм: тарих һәм заман" тип аталған ике томлыҡ сығарылған. Константин Толкачев билдәләүенсә, бындай китап Рәсәй субъекттарының береһендә лә юҡ. Юбилей алдынан шулай уҡ DVD - диск сыҡты, унда барлыҡ
       башҡорт депутаттары, закон һәм төп документтар исемлеген, Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Контроль - иҫә пләү палатаһы, республиканың Үҙәк һайлау комитеты тураһында мәғлүмәттәр табырға мөмкин, шулай уҡ унда "Ышаныс" документаль фильмы бар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал