6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Билдәле шағир, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре
16.03.05


       1906 йылда, аяуһыҙ реакция йылдарында, татар телендә тәү ге тапҡыр "Марсельеза" яңғырай. Уны шағир Сәғит Рәмиев тәржемә итә.
       Шағирҙың биографияһы Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән. 1980 йылда, уның тыуыуына 100 йыл ьулыуын билдәләгәндә, Өфөлә, Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан 29 - сы һанлы йортта "Был йортта 1922 - 1926 йылдарҙа билдәле шағир Сәғит Рәмиев йәшәне" тип яҙылған таҡтаташ ҡуйылды.
       Сәғит Рәмиев 1880 йылдың 12 ( 24) февралендә Ырымбур губернаһының Аҡман ( Ибрай) ауылында эшсе - һалсы ғаиләһендә
       донъяға килә. Мәҙрәсәне тамамлағас, Ырымбурҙа уҡыта, артабан Ҡазанда "Иртәнге йондоҙ" гәзите мөхәррире булып эшләй. Әммә тиҙҙән хөкүмәт был гәзитте баҫыуҙы тыя.
       Сәғит Рәмиевтың ижади әҙәби эшмәкәрлеге сәскә атыу ваҡыты
       1907 - 1910 йылдарға тура килә.
       1914 йылдың мартында шағир Өфөгә килә һәм губерна земствоһы сығарған "Өфө ауыл хужалығы бите" гәзите мөхәрририәтендә журналислыҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Б ында уның "Туп һәм һабан", "Күлдәк тураһында йыр" (һуңынан
       халыҡ араһында популяр йырға әйләнә) шиғырҙары яҙыла.
       Башҡортостан әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Сәйфи Ҡудаш "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә Сәғит Рәмиев сығыш яһаған кисәне хәтерләй: "Сәхнәгә сыҡҡас, шағир ниндәй әҫәренән башларға белмәйенсә, һораулы ҡарашын залға төбәне. Тамашасылар уның был ҡарашын э ләктереп алды һәм кемуҙарҙан:
       - "Таң алдынан"!
       - "Күлдәк тураһында шиғыр"!
       - "Туп һәм һабан"! - тип ҡысҡыра башланы.
       ... Сәғит Рәмиев уҡып бөттө. Күк күкрәгәндәй ҡул сабыуҙар яңғыраны. Йәштәр айырыуса тырышты, улар шағирҙы төнө буйы тыңларға ла әҙер ине, буғай..."
       Ҡаты цензураны урап үтеп, М. Ғафури, Ғ. Ибраһимов, С. Рәмиев үҙҙәренең демократик рухлы әҫәрҙәрен Өфөлә 1913 йылдың октябренән сыға башлаған "Тормош" гәзитендә лә баҫтыра.
       1917 йылда Сәғит Рәмиев армияға алына, Октябрҙән һуң Силәбе
       өлкәһендә эшләй һәм Өфөгә 1922 йылдың аҙағында ғына әйләнеп ҡайта. Бында шағир Цюрупа, 12 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостандың игенселек буйынса халыҡ комиссариатының нәшриәт эшмәкәрлегенә етәкселек итә, бер
       юлы бүлек мөдире вазифаһын да башҡара. Башнаркомпрос академия үҙәге, крайҙы өйрәнеү йәмғиәте эшендә ҡатнаша, сәйәсәт һәм художество әҙәбиәт тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
       Сәғит Рәмиев уҡыусыларға лирик шиғырҙар авторы, шиғри пейзаж оҫтаһы булараҡ таныш. Уның лирикаһы хис - тойғоларға  бай булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ ул проза әҫәрҙәре,
       публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре лә яҙа.
       Өфөлә Сәғит Рәмиевтың ижади эш менән шөғөлләнгәне һиҙелмәй. "Алты йыл дауамында Сәғит Рәмиевтың тауышы сыҡманы тип әйтерлек, - тип яҙа 1923 йылдың февраль айында үҙенең көндәлегендә Сәйфи Ҡудаш. - Беҙ был ҙур шағир ижади йәһәттән вафат булды тип иҫәпләргә лә әҙер инек. Һәм ошо ваҡытта "Башҡортостан" гәзите беҙгә Сәғит Рәмиевтың шағир булараҡ тере булыуы тураһында хәбәр итте! 1923 йыл башында гәзиттә уның "Мин һәм минең һүҙем" тигән шиғыры баҫылып сыҡты. Беҙ барыбыҙ ҙа, уның дуҫтары һәм таланты алдында баш эйеүселәр, был шиғырҙарҙа элекке Рәмиевтың шиғри көсөн т ойҙоҡ".
       Өфөлә ул үҙен йәнә тәржемәсе булараҡ та күрһәтә. Уның тарафынан татар теленә тәржемә ителгән Л. Н. Толстойҙың
       "Тере мәйет", Н. А. Некрасов һәм Демьян Бедный шиғырҙарына Р. Джованьолиҙың "Спартак" романы өҫтәлә. Романдан өҙөктәр Өфөлә сыҡҡан "Яңы юл" журналында донъя күрә.
       Ошо уҡ ваҡытта Сәғит Рәмиев пролетарийҙар гимны булып яңғыраған "Интернационалды" ла татар теленә тәржемә итә.
       Сәғит Рәмиев 1926 йылда, ҡырҡ алты йәшендә, Өфөлә үпкә ту беркулезынан вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал