6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яуыз һуғыш, нимә эшләнең һин
16.03.05


       Ҡатын - ҡыҙ һәм һуғыш... Был темаға бик күп яҙылды, әммә ошо күренештең ни тиклем фажиғәле һәм ҡапма - ҡаршылыҡлы булыуын әле лә аңлап бөтөүе ҡыйын. Эйе, тәбиғәт тарафынан һөйөр һәм ғүмер бүләк итер өсөн яратылған ҡатын - ҡыҙҙар ирҙәр менән бер рәттән һуғышып яуҙа башын һалған. Көслө зат менән сағыштырғанда, фронтта уларҙың һаны аҙыраҡ булған, әлбиттә, һәм ҡатын - ҡыҙҙар башлыса медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаһын башҡарған. Мин был мәҡәләлә хәрби тәржемәсе Тамара Ивановна Грачева тураһында һөйләргә теләйем. Ул алғы һыҙыҡҡа 18 йәшендә барып эләгә.
       Башҡорт дәүләт университеты филология һәм биология факультетының бик күп сығарылыусыларына ул инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ билдәле. Хәйер, уның тәүге өйрәнгән сит теле немец теле. Был уҡытыусының ҡәтғилеге тураһында легендалар йөрөй торғайны. Башҡа ундай талапсан һәм принципи аль педагогты көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табып булмайҙыр, моғайын. Хатта отличниктарға ла зачет бирер өсөн бик ныҡ тырышырға тура килә ине. Уҡытыусы үҙенең шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, һәр студенттан тулы программа б уйынса һорай. Бер тапҡыр миңә 31 декабрҙә, кискә тиклем зачет тапшырырға тура килде. Ярар әле ниһайәт еңеү менән ҡайтып киттем, юҡһа бер ниндәй ҙә байрам кәйефе тураһында һүҙ алып барырға мөмкин булмаҫ ине... Әммә һуңынан, дәүләт и мтихандарын тапшырғандан һуң, уның дәрестәре һағындырҙы. Сөнки Тамара Ивановна студенттарҙы тыңларға ғына түгел, ишет ергә лә, ҡарарға ғына түгел, күрергә лә өйрәтә ине. Һәм һис шикһеҙ үҙенекен итә. Хатта тел өйрәнеүгә артыҡ һәләттәре бу лмаған студенттар ҙа Тамара Ивановна дәрестәрендә инглиз те лендә һөйләшергә өйрәнде. Хәҙер, оҙаҡ йылдар үткәндән һуң да , уның тәрбиәләнеүселәре сит телдә таныш булмаған тексты уҡырға, хатта әңгәмә ҡорорға һәләтле. Ҡайһы берҙәре, мәктәпкә уҡытырға барғас, төп предмет менән бергә инглиз теленән дә дәрестәр бирә башланы. Уҡытыусымдың аҡыллы һүҙҙәре хәтерҙә у йылып ҡалған: "Тормошта нимәнең кәрәге тейерен алдан белеп б улмай, шуға күрә ялҡауланмағыҙ, уҡытыусылар биргәнде ҡабул и тә белегеҙ".
       Бына инде егерме йыл самаһы Тамара Ивановна хаҡлы ялда, шулай ҙа, үҙе әйтеүенсә, формаһын юғалтмаҫҡа тырыша, инглиз телендә күп китаптар уҡый. Беренсе ғинуар көнө уға 80 йәш тулды. Тормошҡа ул һаман да фәлсәфәүи ҡарашта ҡала.
       - Әгәр һуғыш булмаһа, мин тарих йә философия предметын
       һайлаған булыр инем, - ти Тамара Ивановна.
       Ул Стәрлетамаҡта тыуа, 1930 йылдан ата - әсәһе менән Өфөл ә йәшәй. Мәктәпкә иртә уҡырға бара һәм 16 йәштә уны тамамлай . Һуңғы ҡыңғырау, башҡа бик күп йәштәштәренеке кеүек үк, һуғ ыш башланыу датаһына тап килә. Йөрәге менән Тамара фронтҡа ынтыла, әммә йәшлеген иҫәпкә алып, уны һуғышҡа алмаҫтарын да аңлай. Институтҡа уҡырға инеү йәһәтенән проблемалар тыуа
       - йәше етмәгән. Ныҡыш ҡыҙ ниһайәт сит телдәр өйрәнеүсе
       уҡытыусылар институтына инеүгә өлгәшә. Быға уның немец телен белеүе лә ярҙам итә. Бынан тыш ҡыҙыҡай йәш һалдат курстары үтә. 13 йәшлек сағынан аэроклубҡа йөрөй, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡыйыу һәм тәүәккәл була. Тамара уҡырға ингән
       бүлектә иң яҡшы студенттар иҫәбендә һанала. Студенттар дошмандың телен бик тырышып өйрәнә - уны белеү ҡасан да кәрәк булыу, бәлки фашизмға ҡаршы көрәштә ҡорал ролен уйнау ихтималлығын бик яҡшы аңлайҙар.
       Тамар Грачева өсөнсө курста уҡығанда ул һәм факультеттан тағы өс ҡыҙ хәрби тәржемәселәр курсына күсергә тәҡдим ала. Башта уларҙы Волга буйындағы бәләкәй ҡаласыҡта уҡыталар, артабан Мәскәүгә күсерәләр. 1944 йылдың ғинуарында Тамара Грачева фронтҡа эләгә. Уға тәржемәсе булараҡ бик күп эшләргә
       тура килә. Йыш ҡына әсирҙәрҙән көнө - төнө һорау ала, совет командованиеһына был мәғлүмәттәр бик кәрәк була.
       Тирә - яҡта шартлау тауыштары яңғырай, һалдаттар һәләк бу ла, дошман теш ҡыҫып ҡаршы тора. Ике яҡтан да юғалтыуҙар етерлек була. Үлемгә өйрәнеүе мөмкин түгел. Һуғышта һәр көн йөҙләгән, меңләгән фажиғә. Тамараның яҡын иптәше Дуся Егерева минала шартлай, фронт һыҙығына етмәҫ элек үк разведкала эшләү өсөн әҙерлек үткән украин ҡыҙҙарын атып төшөрәләр, Еңеү алдынан, 8 май көнө, Тамараны үҙенең кәләше тип һанап йөрөгән Дмитрий һәләк була.
       Емерелгән ҡалалар һәм мейестәре генә һерәйеп ултырған яндырылған ауылдарҙы, әсәләрҙең сикһеҙ ҡайғыһын күреүе йөрәккә ут өҫтәй. "Һуғыш йылдары ваҡытында мин күп кенә снайпер, пулеметсы, санитарка булып хеҙмәт итеүсе ҡыҙҙар менән таныштым, - тип яҙа Тамар Ивановна үҙенең иҫтәлектәрен дә. - Һәм минең фронтта күргәндәрем ир - аттар менән бер рәттән һуғышыусы ҡатын - ҡыҙҙарға ҡарата ҙур ихтирам тойғоһо
       уята".
       Еңеү көнөн Тамара Грачева Праганан утыҙ километр алыҫлыҡт а ҡаршы ала. Әммә 1945 йылдың 9 майында уның өсөн һуғыш тамамланмай әле: бер ни тиклем ваҡыт уға Көнбайыш Украинала бандеровсыларға ҡаршы көрәшергә тура килә.
       Һөйләшеү ваҡытында беҙ бер нисә тапҡыр Сталинды ла иҫкә алып киттек. "Был кешегә минең ҡарашым бик ҡатмарлы, - тип билдәләй Тамара Ивановна. - Әммә беҙ, ҡабатлайым, Сталин өсөн түгел, Ватаныбыҙ өсөн көрәштек". Ул хәрби хәрәкәттәр отличницаһы була, әле лә унда Төп командующийҙың 13 рәхмәт хаты һаҡлана. Әммә партияға 1953 йылдың декабрендә, Сталиндың вафатынан һуң ғына инә.
       Тамара Ивановнаның хәрби наградалары ла күп һәм береһе
       үҙенсә ҡәҙерле. 1944 йылдың йәйендә Тернополдә үткән һуғыштарҙа ҡатнашыуы өсөн ул "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән наградлана. 1945 йылдың башында Ҡыҙыл Йондоҙ о рдены тапшыралар, һуғыш тамамланғас - "1941 - 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы бирелә. Фронтта йыл ярым ғына һуғышҡан ҡыҙ бала өсөн был наградалар аҙ түгел.
       Һуғыш тамамланғандан һуң Тамара Грачева инглиз теле бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай. Башҡорт дәүләт университетында 1949 йылдан алып эшләй, 1966 - 1973 йылдарҙа
       университеттың сит телдәр кафедраһын етәкләй. Уның биографияһында тағы бер мөһим ваҡыт бар: 1955 - 1960 йылдарҙа ул Германияла, Эберсвальд ҡала комендатураһында эшл әй.
       Оло йәшкә етһә лә Тамара Ивановна үҙен яңғыҙ итеп тоймай. Уның тураһында хәстәрлек күреүселәр бар. Барыһына ла бер генә теләк белдерә ул - бер ҡасан да һуғыш ҡайғыларын күрмәһ ендәр, тыныслыҡты күҙ ҡараһындай һаҡлаһындар, сөнки ул бигер әк ҡиммәт хаҡҡа яуланды.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал