6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Алда өмөт уты балҡый...
16.03.05


       Ниндәйҙер төҙөлөш эргәһенән тапалған һуҡмаҡ буйлап Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһенә табан юл тотам. Был учреждениела әлегә тиклем булырға тура килмәһә лә
       юлдан тайпылыу мөмкин түгел. Минән алда ҡолаҡсынлы бүрек кейгән өлкән йәштәрҙәге ир бара, артта таяҡҡа таянған әбекәй һылтыҡлай. Эйе, бына ҡайҙа икән ул халыҡтың үлән үҫтермәҫ
       һуҡмағы. Бинаға яҡынлашҡас, уның тышҡы йөҙө мине бер аҙ
       аптырашҡа һалды. Ыңғай мәғәнәлә. Быға тиклем тиҫтәләгән тапҡыр автобус менән уның эргәһенән үткәндә, ниһайәт, кеше күп йөрөгән урынға тейешле апартаменттар бүлгәндәр тип уйлай
       торғайным. Ул ғынамы, беҙҙең дауахана, судтар, "тиҙ ярҙам" станциялары менән сағыштырғанда торғаны менән хан һарайы...
       Эйе, беҙҙең Социаль страховкалау бүлеге ышаныс уята. Бина эсенә инһәң, башта алған тәьҫораттар көсәйә төшә. Яҡты, ирке н, таҙа. Мәрмәр иҙәнгә, ишеп яһаған баҫҡысҡа ҡарап: "Һәр ерҙ ә лә ошолай булһа икән" - тип уйлайһың. Халыҡ өсөн һалынған йорт үҙенә йәлеп итеп торорға тейеш.
       122 - се законға бәйле булған халыҡ ризаһыҙлығы аҡрынлап кәмей. Шифахана - курорт дауалауына мохтаж льгота менән файҙаланыусылар исемлеге яҡынса 35,5 мең кеше тәшкил итә.
       Көн һайын граждандарҙан килгән ғаризалар иҫәбенә ул тулылан а бара.
       Ҡабул итеү бүлмәләренә йүнәлгәндә, мин поликлиникаларҙа ниндәй сираттар тороуын күҙ алдына килтереп, һыу буйы теҙелгән халыҡ күрергә әҙерләндем. Эйе, пенсионерҙар ысынлап
       та коридорҙа ултыра ине. Унлап кеше. Төрлө ишек ҡаршыһында.
       Беренсел ҡабул итеү менән бер юлы өс белгес шөғөлләнә. Йүнәлтмәләрҙе икенсе кабинетта тапшыралар. Унда бүленеш Өфө райондары буйынса бара, һәр кемдең - үҙ белгесе.
       - Сиратта күпме ваҡыт үткәреүегеҙҙе әйтмәҫһегеҙме - тип ҡыҙыҡһындым мин кабинетҡа инеп барыусы өлкән йәштәге бер ҡатындан.
       - Ярты сәғәт тирәһе.
       Был артыҡ күп түгел, ризалашығыҙ. Сират тиҙ үтә. Төбәк бүлексәһенең сәйәсәте был: барлыҡ көстө бюрократизм күренештәрен бөтөрөүгә йүнәлтергә. Етәксе Марат Латипов коллективты тиҙ һәм берҙәм эшкә көйләгән: кеше оҙаҡ көтмәһен : килде, алды, китте. Иң мөһиме - түҙемлек, бында өлкән йәшт әге, сирле кешеләр килеүен онотмаҫҡа кәрәк. Әйткәндәй, корид орҙа стеналарҙа барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт яҙып эленгән. Ә бина ға ингән ерҙә коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн инеү урыны ла ҡаралған.
       ... Алда торған ҡатын артынан эйәреп, мин дә күп өҫтәлдәр   теҙелгән бүлмәгә килеп индем. Стеналарҙа эре хәрефтәр менән яҙылған табличкалар күҙгә ташлана: "Ленин районы", "Киров районы"... Баш белгес Ильмира Фәхретдиноваға яҡынлашам. Эш ҡайнай, кисә генә ул 25 йүнәлтмә тапшырған. Хәҙер сираттағыһын тултыра - Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе
       Апуш Арыҫлан улы Бәйембәтов ҡатыны менән бергә "Йоматауға" дауаланырға бара. "Ул инвалид, һуғыш ветераны", - ти Ильмира
       Зәки ҡыҙы. "Эйе, эйе, - тип баш ҡаға олатай, - өс тапҡыр йә рәхәтләндем". Быға тиклем ул Мәскәү эргәһендә шифаханала дауаланған, үҙебеҙҙекендә нисектер тура килмәгән. Йүнәлтмәне
       алып йылмая - эш эшләнде, алда - ял.
       Һуғыш ветеранына "Йоматау" шифаханаһы оҡшаясағына шигем ю ҡ. Бер тапҡыр "пенсионерҙар" ваҡытына эләгеп мин үҙебеҙҙең ҡ арт гвардияға ҡарап һоҡланғаным хәтерҙә. Әбей һәм бабайҙарыбыҙ ял ваҡытында бөтөнләй үҙгәрә - һырҙары юҡҡа сыға, йөҙҙәре яҡтыра. 85 йәшлек пенсионерҙарҙың йүгереп йөрөп ҡатын - ҡыҙҙарға гардеробтан кейемдәрен алышҡаны һаман да күҙ алдымда тора.
       Беҙҙең гәзит конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың 34
       щифахана - курорт учреждениеһы льгота менән файҙаланыусылар
       дауалана алған шифаханалар исемлегенә инеүе тураһында яҙғайны инде. Әммә улар республикала биләмәләрендә генә ял итә ала тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, шәкәр диабеты менән ауыры усы балалар өсөн көньяҡ региондарға 30 йүнәлтмә, күҙҙәре нас ар күреүселәр өсөн 120 йүнәлтмә алынған.
       Ә яңы йыл каникулында, ил ял иткән ваҡытта, Фонд хеҙмәткәрҙәре йүнәлтмәләрҙе йорт буйлап йөрөп таратты. Кешеләрҙең ҡайһы берҙәре уларҙы йылмайып, рәхмәт әйтеп ҡаршылаһа, бәғзеләре шулай тейеш кеүек ҡабул итте. Бөгөн иһә
       хеҙмәткәрҙәр сиратта тороусыларҙың өйҙәренә шылтыратып, йүнәлтмә алырға килеүҙәрен һорайҙар...
       Реабилитация өсөн техник средство һәм протез - ортопедия изделиеларына мохтаж булыусылар республикала 98 меңдән артыҡ иҫәпләнә. Ундайҙарҙың адресына килеп кәрәк әйберҙәргә
       заказ биреүҙәрен һораған хат ебәрелә. Республиканың Хеҙмәт
       һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм "Протез - ортопедик предприятие" унитар предприятиеһынан алынған исемлектәр буйынса төбәк бүлексәһе мең ярым хат ебәргән. Теоретик яҡтан ҡарағанда, протез алыу өсөн медик - социаль экспертиза үтергә, уның һөҙөмтәләре менән төбәк бүлексәһенә килергә кәрәк, унан протез - ортопедия предприятиеһына оҙаталар. Асылда иһә был йөрөүҙәр мөмкин булғанса кәметелгән :льгота менән файҙаланыусы протез - ортопедия предприятиеһын а бара, унда уны медицина социаль страховкалау һәм төбәк бүл ексәһе вәкилдәре көтә. Заказ бер көн дауамында, бер урында үтәлә.
       122 - се закон ҡабул ителгәнгә тиклем радиациянан зыян күреүселәр һәм уларҙың балалары йыл һайын йүнәлтмә ( йә комп енсация) менән тәьмин ителә ине. Был граждандарҙы асыҡлау өсөн гәзиткә иғлан бирелә торғайны. Ҡайһы ваҡыт бер кешегә
       дүрт йылға бер юлы компенсация түләү осраҡтары ла булды,
       сөнки быға тиклем ул үҙенең льготалары тураһында хәбәрҙар булмаған. Бөгөн был категория йүнәлтмә менән тәьмин итеү йәһәтенән дөйөм тәртиптә барасаҡ, бар инвалидтар ҙа хәҙер бер сиратта.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал