6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаСпорт

"Содовик" Төркиәлә ҡон ҡайтара алманы
15.03.05


       Рәсәй премьерлигаһы башланды ла инде, ә түбәнге дивизион командалары әле һаман алдағы миҙгелгә әҙерлек менән мәшғүл. Төркиәләге йыйында "Содовик" менән "Урал" клубы ( Свердлов өлкәһе) араһындағы уйын 1 : 1 иҫәбе менән тамамланды. Был матчтың ни өсөн матбуғат иғтибарын йәлеп итеүен аңлатып ките ү кәрәктер. Футбол яратыусыларҙың күбеһе "Уралдың" Силәбе "Лукойлы" менән бергә "Содовикты" артта ҡалдырыуын
       хәтерләйҙер. Кемдер пофессиональ футбол лигаһына грузин Звиад Джеладзеның асылда Рәсәй гражданины булмауы һәм ялған паспорт йөрөтөүе тураһында хәбәр итә. Звиадтан илдән сығып китеүен һорайҙар, стәрлетамаҡтар 57 мәрәйҙән мәхрүм
       ителә. Һәм "Урал - Волга буйы" зонаһының беренсе дивизионға
       күсергә дәғүә итеүсе "Содовик" командаһы бер нисә минут
       эсендә аутсайдерға әйләнә. Команда уйынсы өсөн яуап бирергә тейеш түгеллегенә ҡарамаҫтан ( Егор Титовтың допинг ҡулланыу ы раҫланһа ла Рәсәй йыйылма командаһы Европа беренселегенә барыуҙан мәхрүм ителмәне бит), беҙҙең командаға бер ниндәй
       суд та ярҙам итә алманы.
       Бындай аҙымға башҡорт командаһының урынын биләргә теләүселәрҙең генә бара алыуҙары аңлашыла. Беренсе дивизионға эләгеү теләге менән айырыуса "Урал" ( Свердлов өлкәһе) һәм "Лукойл" ( Силәбе) командалары яна ине. Хәҙер бы л командалар менән хатта иптәштәрсә йәки контроль осрашыуҙар
       ҙа принципҡа нигеҙләнәсәк.
       Стәрлетамаҡ командаһының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, әйтелгән матч Башҡортостандың иң көслө футбол клубының Төркиәләге йыйында тәүге осрашыуы була. Матч тренерҙар штабы һәм "Содовик" етәкселегендә ярайһы уҡ яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Матчты ҡараусыларҙың һүҙенә ҡарағанда, Стәрлетамаҡ командаһының һаҡсылары айырыуса яҡшы уйын күрһәтә. Икенсе таймда стәрлетамаҡтар өҫтөнлөк ала. Матчтың 61 - се минутында "Содовик" уйынсыһы Владимир Иванов гол индерә, әммә осрашыу тамамланыуға дүрт минут ҡалғас, ҡаршы я ҡ иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә.
       Үҙ командаһының рәсми сайтында "Урал" футбол клубының ( Свердлов өлкәһе) тренеры Александр Побегалов уйынды былай тип һүрәтләй:
       - "Содовик" өсөн был принципҡа нигеҙләнгән уйын булды, ул матчҡа бар көсөн туплап килде. Беҙҙең составтың күп өлөшө
       алмашыныу сәбәпле, ярыштың әһәмиәтлелеген барыһы ла аңлатыуы ҡыйын булды. Был матчта командалар төрлө хәлдә уйнаны: "Содовик" үҙен яҡшыраҡ күрһәтте, беҙ иһә "Факелға" ҡаршы ауыр матч үткәрҙек һәм графиктың көсөргәнешле булыуыү ҙен һиҙҙерҙе. Уйын барышы менән мин ҡәнәғәт түгел. Матч
       аҙағына команданың үҙен ҡулға алыуы һәм иҫәпте тигеҙләүе, хатта еңеүг әяҡын булыуы ҡыуандыра.
       Киләе уйынды "Содовик" бөгөн, 15 мартта, беренсе дивизиондың көслө командаһы "Анжиға" ( Махачкала) ҡаршы үткәрәсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал