6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡортостан парламентына - 10 йыл
15.03.05


       Һиҙелмәй генә тағы бер иҫтәлекле дата яҡынлашты. Быйыл
       март айында республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулды. Асылда иһә Башҡортостанда парламентаризм тарихының башы 20 - се быуат башында ята. Рәсәй Дәүләт Думаһында Өфө һәм Ырымбур губерналарының тәүге вәкилдәре 1906 йылда барлыҡҡа килә. 1937 йылға тиклем закондар сығарыу һәм Башҡортостан менән артабан идара итеүгә бәйле һорауҙар башлыса башҡорттар ҡоролтайында һәм бөтә башҡорттарҙың Советтар съезында хәл ителә, ә 1938 йылдың 26 июнендә БАССР - ҙың Юғары Советына һайлауҙар ойошторола һәм ул 50 йылдан ашыу республиканың иң юғары
       дәүләт закондар сығарыу органы булып ҡала.
       90 - сы йылдар башына тиклем Юғары Совет йыл һайын ике
       - алдағы йылға социаль - иҡтисади үҫеш планы тураһында һәм тамамланасаҡ йылға бюджет үтәлешен раҫлау тураһында закон
       ҡабул итә. Һәм был закондар һуңғы хәрефтәренә тиклем башт а Мәскәү хөкүмәте чиновниктарының кабинетында тикшерелә. Юғары Совет халыҡ депутаттарының һуңғы - 12 - се саҡырылыш һайлауынан һуң ғына закондар сығарыуҙың үҙаллы системаһы формалаша башлай. Был йәһәттән Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация башланғыс пункт булып торҙо. Уны ҡабул иткәндән һуң хоҡуҡи ижад процесы әүҙем йәйелдерелә башланы. 1995 йылдың бишенсе мартында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлау һәм республика Юғары Советының үҙ хоҡуҡтарынан баш тартыуы йәмғиәтебеҙҙең артыҡ ҡыйынлыҡһыҙ бер сәйәси хәл - тороштан икенсеһенә күсеү ваҡыты булды тип әйтергә була. 21 март көнө яңынан һайланған парламенттың беренсе ултырышында депутаттар үҙҙәренең рәйесе итеп Михаил Алексеевич Зайцевты һайланы. "90 - сы йылдарҙың тәүге яртыһы - Рәсәйҙә дәүләттең власть институттарын тамырынан реформалаштырыуҙы талап итеүсе елле - дауыллы үҙгәрештәр ваҡыты, - тип хәтерләй элекке спик ер. - 1993 йылда илде солғап алған сәйәси көрсөк яңы Рәсәй Конституцияһы ҡабул итеү һәм яңы, ике палаталы парламент формалашыуы менән тамамланды. Ошо уҡ йылды Башҡортостандың яңы Конституцияһы ҡабул ителде һәм республиканың тәүге Президенты итеп Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һайланды. Республиканың яңы Төп Законы буйынса парламент әлеге исеменә эйә булды, үҙенә тиклем булған Юғары
       Советҡа ҡарағанда киңерәк хоҡуҡтар алды, структура йәһәтенә н дә үҙгәрештәр күҙәтелде: беренсе сиратта - ике палата төҙө лөүе ( Закондар сығарыу һәм Вәкилдәр Палатаһы), уларҙың һәр береһе өсөн айырым функциялар булдырылыуы".
       Вәкилдәр Палатаһына 154 депутат инде. Улар Закондар сыға рыу Палатаһы ҡабул иткән закондарҙы ҡарау һәм раҫлау менән ш өғөлләнде. Закондар сығарыу Палатаһына профессиональ нигеҙҙ ә эшләүсе 40 депутат һайланды.
       "Парламентаризм үҫеше - даими процесс, - тип һөйләй Михаи л Зайцев. - Юғары Совет беҙгә бай закондар сығарыу базаһы һә м ойоштороу тәжрибәһе ҡалдырҙы. Беҙ эшләгән тәүге йылда уҡ 1 7 яңы закон үҙ көсөнә инде. Артабан күберәк: 1996 йыл - 53, 1997 - 62, 1998 - 78 закон. Һөҙөмтәлә беҙ республиканың зако ндар базаһын ярайһы уҡ тулыландырыуға өлгәштек. Күп кенә закондар
       Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары өсөн модель итеп алынды, ҡайһы берҙәре федераль норматив хоҡуҡи акттар өсөн
       өлгө булып хеҙмәт итте. 1998 - 1999 йылдарҙа беҙгә йыш ҡына тәжрибә туплар өсөн килә башланылар".
       Башҡортостан Конституцияһының 2003 йылда ҡабул ителгән
       яңы редакцияһы парламент структураһын бер палаталы итеп үҙгәртте. Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында элекесә Башҡортостан Коституцияһын ҡабул итеү һәм уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, республика закондарына аңлатма биреү,
       уларҙың үтәлешен контролдә тотоу, социаль - иҡтисади үҫеш, бюджет, республиканың административ - территориаль ҡоролошон
       һәм уның үҙгәреү тәртибен билдәләү, Хөкүмәт Премьер - министры вазифаһына тәғәйенләүҙәр, Башҡортостан Конституция суды рәйесе һәм судьяларын тәғәйенләүҙәр тураһында килешеү булдырыу тора. Бынан тыш Дәүләт
       Йыйылышы парламенттың даими эшләүсе органы - Президиумды фо рмалаштыра.
       Әлеге ваҡытта республика Дәүләт Йыйылышы 120 депутаттан
       тора, уларҙы 25 - е даими нигеҙҙә эшләй. Закон сығарыусылар иҫәбенән профилле парламент комитеттары һәм комиссиялары булдырыла. Парламент йәмғиәттең сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоғона булышлыҡ итеүсе хәл иткес закондар ҡабул итә.
       Парламенттың Башҡортостан тормошондағы роле тураһында һүҙ йөрөткәндә, Мортаза Рәхимов үҙенең сығыштарының береһендә "республиканың юғары закондар сығарыусы органы 15 йыл дауамында үҙенең хәл иткес ҡарарҙары менән йәмғиәттең
       сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоғон тәьмин итә, Юғары Совет
       һәм Дәүләт йыйылышы депутаттарының эшмәкәрлеге Башҡортостанға Рәсәй менән килешеү мөнәсәбәттәре булдырырға, ҙур иҡтисади үҙгәрештәр индерергә һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары "бешкән" күп кенә хаталарҙы булдырмаҫҡа мөмкинселек бирҙе" тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сергей Захаров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал