6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Романстар яҙыусы прокурор
15.03.05


       Владимир Ильич Ленин композитор А. С. Даргомыжскийҙың "Туйын" бик яратып тыңлай торған булған:
       "Нас венчали не в церкви,
       Не в венцах, ни с свечами,
       Нам не пели ни гимнов,
       Ни обрядов венчальных..."
       Ысынлап та бик матур романс. Тик Ленин, ул ғына ла түгел, б ик күптәребеҙ "Туйҙың" һүҙҙәрен Өфө прокуроры Алексей Васильеви ч Тимофеев яҙғанын белмәйҙер, моғайын.
       Борон Рәсәйҙә Борятинский романсы бик популяр булған:
       "Дремлют плакучие ивы,
       Низко склонясь над ручьем..."
       Был текст авторы ла Алексей Тимофеев, тип иҫәпләй белгест әр. Өфө прокуроры бик матур шиғырҙар яҙған. Юҡҡа ғына уларға
       көйҙө А. А. Алябьев, А. С. Даргомыжский, А. Е. Варламов кеү ек билдәле композиторҙар ижад итмәгән бит.
       Был йырҙарҙың күбеһе әле лә концерттарҙа танылған йырсылар башҡарыуында яңғырай. Ә бына шиғырҙар авторы бөтөнләй онотолоп ҡалған.
       Ә ҡасандыр Алексей Васильевич Тимофеев бик күренекле кеше
       булған. Уның әҫәрҙәре айырым китаптар, йыйынтыҡтар булып сыҡҡан, күп кенә журналдарҙа баҫылған.
       Билдәле "Библиотека для чтения" журналы мөхәррире Осип Синковский Өфө шағирын Пушкиндың вариҫы һәм икенсе Байрон ти п атаған. Дөрөҫ, был йәһәттән Белинский икенсерәк фекерҙә бу ла һәм хаҡлы булып сыға. Тимофеевтың поэма, драма һәм прозаһы онотолдо. Ә бына данлыҡлы композиторҙар тарафынан йы рға һалынған шиғырҙары халыҡ байлығына әйләнгән. "Не женись на умнице", "Оседлаю коня", "Борода ль моя бородушка" йырҙарын ғына ла атау етә.
       Талантлы шағир - прокурор Плексей Тимофеев тураһында утыҙ
       йыл элек билдәле крайҙы өйрәнеүсе Николай Николаевич Барсов
       бәйән итә. Уның биографияһының Өфөләге биттәрен крайҙы өйрәнеүсе Георгий Федорович һәм Зинаида Ивановна Гудковтар а са.
       Алексей Васильевич Тимофеев 1812 йылдың 15 мартында Сембе р губернияһының Курмыш ҡалаһында донъяға килә. 1830 йылда юр идик факультет тамамлай. 1846 - 48 йылдарҙа Өфөлә губерна пр окуроры булып эшләй. 1855 йылда Тимофеевтар Мәскәүгә күсә, у нда Алексей Васильевич Мәскәү генерал - губернаторы эргәһендә айырым йомоштар буйынса чиновник булып хеҙмәт итә һәм 1860 йылда генерал дәрәжәһендә отставкаға сыға. 1883
       йылдың 1 июлендә Һарытау губернаһында үҙенең ҙур булмаған хужалығында вафат була. Алексей Васильевич Тимофеев ун йыл
       самаһы ғүмер кисергән Базилевка ауылы бөгөнгө көнгә тиклем
       һаҡланған ( Өфөнөң Калинин районы). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир
       - прокурорҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелмәгән.

Юроий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал