6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Факел" "нефтселәрҙе" яндырҙы
15.03.05


       Өфө волейбол клубы баш ҡалабыҙҙа үткән һуңғы турҙа б ик мөһим матчта еңелеү кисерҙе.
       Суперлиганың иң көсһөҙ командалары форумы "нефтселәрҙең" бөгөнгө составында Рәсәй һәм халыҡ - ара ярыштарҙа етди еңеүҙәргә өлгәшәсәк команда түгеллегенә тағы бер тапҡыр инанырға тура килде. Суперлиганың иң яҡшы командалары исемлегенә инер өсөн бер нисә "йондоҙло" уйынсы һатып алырға
       кәрәк. Был составта конкурентлыҡ тойғоһон көсәйтәсәк һәм беҙҙең команданың көрәшкә һәләтлелеген арттырырға булышлыҡ и тәсәк.
       Үҙенең тәүге матчында Өфө командаһының уйыны яҡшыларҙан булманы. Суперлига аутсайдерҙарының береһе булған МДТУ клубы беҙҙең команда хаталарынан файҙаланып ҡала ала ине, әммә хәл иткес мәлдәрҙә генә "нефтселәргә" уңыш йылмайҙы.
       Куба егете Османи Гуанторенаны юғалтыу ҙа беҙҙең команданың
       бәкәленә һуҡты. Икенсе партияла, иҫәп 21 : 17 булғанда, ул
       аяғын ауырттырыҙы һәм уйындан сығырға мәжбүр булды. Гуанторенаһыҙ "Башҡортостан нефтсеһенең" күпкә көсһөҙ булыуын әйтергә кәрәк. Ярар әле Дмитрий Бакулин уйынға ярайһы уҡ уңышлы инеп китә алды. Һөҙөмтәлә "нефтселәр" өс
       партияла көс - хәл менән булһа ла МДТУ командаһын еңеүгә өлгәште.
       Өфө командаһының киләһе матчы күп кенә белгестәрҙе ҡыуанд ырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә тип әйтергә була. Башҡортостан "нефтселәре" Ярославль влейболсыларына ҡаршы һуңғы алышҡа сы ҡҡандай уйнаны һәм көйәрмәндәрҙе ҡыуандырып, алып булмаҫтай туптарҙы ла ҡабул итеүгә өлгәште. Ҡаршы яҡ та лайыҡлы ғына уйнаны, әммә бер партияла ла еңә алманы, сөнки хужаларҙың еңеү теләге көслө булды. Әгәр был осрашыу миҙгелдә аҙаҡҡыһы булһа, "нефтселәрҙе" ҡотларға ғына ҡалыр и не лә бит, әммә беҙең клубтың мөһим ваҡытта артҡа сигенә торған алама ғәҙәте бар.
       Яңы Уренгойҙан килгән "Факел" командаһы менән осрашыуҙа еңеү тәү ҡарамаҡҡа "Башҡортостан нефтселәренә" эләгергә тейеш кеүек ине. Беренсенән, өфөлөләр - "имен ҡалыу" өсөн көрәшеүсе командалар араһында иң алдынғыһы, состав та ярайһы уҡ тәжрибә йыйған. Икенсенән, ҡунаҡтар көслө уйын
       күрһәтә алманы һәм быға тиклем үткән ике ярышта Новосибирск "Локомотивы" һәм Санкт - Петербург "Спартагына" биреште, улар иһә "Башҡортостан нефтселәренә" ҡарағанда
       көсһөҙөрәк. Өсөнсөнән, хатта Гуанторенаһыҙ ҙа өфөлөләр көйәрмәндәре алдында һыр бирмәҫкә тейеш ине. Әммә үҙ хаталары арҡаһында хужалар "Факелдан" еңелде.
       Тәүге партия. Өфөгә килгән командалар араһында ҡыҫып торған футболкалары менән генә айырылған ҡунаҡтар шунда уҡ
       алға сыҡты. Ә "нефтселәрҙең" тренеры Юрий Маричевҡа Самсоновты эскәмйәгә ултыртырға тура килде. Тик был мәжбүри
       сара ла ярҙам итмәне һәм команда 20 : 25 иҫәбе менән еңелде .
       Икенсе өлөштә беҙҙең команда нисек уйнарға кәрәклеген иҫе нә төшөрҙө, буғай, һәм ҡаршы команданы тар - мар итеп ташла ны - 25 : 18.
       Әммә уйындың киләһе өлөшөндә өфөлөләр тағы ла бирешә башлай - көсөргәнешле көрәш дауам итә. Беҙҙең һөжүм итеүселәр артыҡ уңыштарға өлгәшә алмай. Был юлы Маричевҡа
       Заковоротныйҙы эскәмйәгә ултыртырға тура килә. Уға алмашҡа сыҡҡан Романкоға йыш ҡына ҡул сабалар, әммә ҡаршы команда л а ныҡ тора. Ҡунаҡтар алға сыға - 1 : 2...
       "Башҡортостан нефтсеһенең" баш тренеры Юрий Маричев уйын хаҡында:
       - Үҙебеҙҙә үткән турҙың тәүге ике туры беҙ күҙаллағанса б улды. Бөгөн "Факел" беҙгә ҡаршы һуңғы көрәшкә сыҡҡандай торҙ о.
       Ҡабул итеү алымдарының эшләнеп етмәүе арҡаһында еңелдек.
       Гуанторенаға килгәндә, киләһе турға уның ҡайтыуын көтәбеҙ.
       Беренсе турҙан һуң Өфө командаһы туғыҙынсы урын өсөн аутсайдерҙар бәхәсендә алда бара. Эҙәрләүселәрҙән "нефтселәрҙе" өс еңеү айыра. Артабан беҙҙең командаға Яңы
       Уренгой, Новосибирск һәм Ярославлдә өс турҙа туғыҙ матч уйнарға ҡалды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал