6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡорт бал ҡортона... паспорт кәрәк
15.03.05


       Башҡорт балынан да шифалыраҡ дауа юҡ, уның татлы тәме һәм
       дауалау үҙенсәлектәре, шулай уҡ микроэлементтар составы буйынса бөтә донъяла уға тиңде табыуы ҡыйын. "Башинформ" агентлығында журналистар менән осрашыу ваҡытында "Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми - тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов ошо турала һүҙ алып барҙы.
       Дөрөҫөн генә әйткәндә, быға тиклем мин башҡорт балы тураһында барыһын да беләм һәм уның барлыҡ күрһәткестәре күптән өйрәнелгән тип уйлап яңылышҡанмын икән. Баҡһаң, Рәсәй
       ГОСТына тап килеүе һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса ул 2004 йылға тиклем тикшерелмәгән булған! Һәм был ҡортсолоҡ иң үҫешкән төбәктә!
       Әмир Миңлеәхмәт улы әйтеүенсә, 20 быуатта беҙҙең республика ҡортсолоҡ, бал эшкәртеү, селекция буйынса биләгә н урынынан тайпыла төшкән. Әгәр 2002 йылда өҫтә әйтелгән ғилми - тикшеренеү үҙәге төҙөлмәһә, һеҙҙең менән беҙ эшһөйәр
       нескә билкәйҙәребеҙҙән дә, сихәтле балдан да мәхрүм ҡалыр инек. Сөнки беҙҙең һалҡындарға сыҙам һәм күп бал етештереүсе
       бал ҡортон күп йылдар элек индерелгән һоро кавказ бал ҡорто ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Шуға күрә уникаль башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу һәм уның таралыуына булышлыҡ итеү мәсьәләһе алға иклеп баҫты. Тау кавказ тоҡомло бал ҡортоноң
       бөтә донъяла билдәле булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт бал ҡортоноң өҫтөнлөгө уның көнөнә 15 килограмм йүкә балы йыя алыуында, ә кавказ бал ҡорто бары 7,5 килограм ғына бал етеш терә. Бынан тыш ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлыҡта ла беҙҙекенә
       тиңдәр юҡ.
       Таҙа тоҡом үрсетеү өсөн Башҡортостан ғилми - тикшеренеү үҙәге ҡортсолоҡ буйынса эшләүсе алты ғилми - эксперимент
       станцияһы булдырған - "Ләмәҙе" (Иглин районы), "Нуриман",
       "Архангель", "Күгәрсен", "Ейәнсура", "Ғафури": 48 умарталыҡ та биш меңдән ашыу ҡорт күсе тотола. Бында селекция эшенең технология этабы ойошторолған. Быйыл үҙәк белгестәре шулай уҡ башҡорт бал ҡортон үҙаллы тоҡом тип раҫларға һәм уға авто р танытмаһы алырға планлаштыра: паспорттың булмауы уға донъя
       баҙарына сығырға ҡамасаулай (беҙҙең бал ҡортоноң үҙенсәлект әре билдәле, бары тик документтар әҙерләргә ҡалды). Бөгөнгө көнгә Башҡортостан ғилми - тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре та рафынан республикала ҡортсолоҡ үҫеше һәм донъя кимәленә сығы у өсөн яраҡлы 22 район асыҡланған. Улар экология йәһәтенән, аҙыҡ базаһы һәм бал сифатынан сығып билдәләнә.
       - Был райондарҙа йүкә урманының 87 проценты урынлашҡан,
       110 мең ҡорт күсе бар. Өҫтәлмә сәсеүһеҙ миллиондан ашыу ҡорт күсе тоторға була, - ти Әмир Миңлеәхмәт улы. - Мәҫәлән, Ишембай районында 120 мең ҡорт күсе тоторға була, унда әлегә
       бары биш мең генә.
       Яраҡлы булмаған урындар ҙа бар, әммә был унда ҡортсолоҡ менән бөтөнләй шөғөлләнергә ярамай тигәнде аңлатмай. Бары тик был райондарҙа башҡорт бал ҡортон үрсетеүгә баҫым яһарға
       кәрәк. Ҡорт күсе һатып ярайһы уҡ килем алырға ла мөмкин.
       Беҙҙең балдың сифатына килгәндә, ул иң юғары маҡтауҙарға лайыҡ. "Рәсәй балының" баш дегустаторы булып өсөнсө йыл сығыш яһаусы Әмир Миңлеәхмәт улы башҡорт балы айырым тәм һәм
       сихәтләндереү үҙенсәлектәренә эйә тип билдәләй. Күптән түгел беҙҙең ғалимдар онкология өлкәһендә ҡорт балы
       продукцияһы ҡулланып ҙур асыш яһаны. Башҡортостан ғилми - тикшеренеү үҙәге Республика онкология диспансеры менән килешеү төҙөнө.
       Һөйләшеүҙе генераль директор ҡортсолоҡ продукцияһы - үҙләштерелмәгән сиҙәм менән бер, һәм учреждениеның төп бурысы - был продукцияны маҡсатлы рәүештә дауалауҙа файҙаланыу тип тамамланы.
       Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Өфөлә, Рыльский урамы, 13/1 адре сы буйынса "Халыҡ медицинаһы дауалау үҙәге" төҙөлә, унда ҡор тсолоҡтоң продукттары менән дауалау ойоштороласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал