6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Күберәк булған һайын яҡшыраҡ
14.03.05


       "Салауат Юлаев" күсмә ярышта Мәскәү "Спартагын" 4 : 2 и ҫәбе менән еңде. Матч геройы исемен ике шайба индереүсе Дмит рий Макаров яуланы.
       Өфөлөләр был миҙгелдә осрашыуҙы был тиклем йылдам башлағандары юҡ ине әле - 76 - секундта уҡ таблола 0 : 2 һандары яна ине. Беҙҙең команданың әүҙемлеге аңлашыла: планды үтәргә - миҙгелдең ҡалған ун бер уйынында 55 процент мәрәй йыйып өлгөрөргә кәрәк. Был осрашыу алдынан "юлаевсыларҙың" хәле шәптән түгел ине - кәрәкле 18 - 19 мәрәйҙең 13 - ө генә йыйылған, был Мәскәү һәм Ярославль ҡалаларындағы ярыштарҙан "танауҙан ҡан киткән хәлдә лә" биш - алты балл алып ҡайтырға кәрәклеген аңлата, юҡһа хоккейсыларҙың эш хаҡын ҡырҡасаҡтар.
       Бына шуға күрә егеттәр атакаға ташланды ла инде. Беренсе голды 33 - сө секундта Аншаков тапшырыуынан Макаров индерҙе.
       Артабан Хлыстов яҡын аранан бына тигән матур голға хужа булды.
       "Спартактарҙың" был иҫ китерлек дебюттан һуң да бирешергә
       уйҙары юҡ ине әле. Шунда уҡ тиерлек Кольцов яуап итеп бер шайба индерҙе. Икенсе период башында Зимаков һорауҙы уны ҡабатланы - 2 : 2.
       "Спартактың" хатта алға сығыу өмөтө лә бар ине, әммә бишәүләп өс кешегә ҡаршы уйнағанда ла мәскәүлеләр үҙҙәрен күрһәтә алманы. "Салауат Юлаев" менән осрашыуҙа бындай хата йыш ҡына еңелеүгә алып килә. Шулай килеп сыҡты ла. Өсөнсө егерме минутлыҡ башында Таратухин ҡунаҡтарҙы алға сығарҙы, 3 : 2. Артабан Макаров тағы ла күпселекте файҙаланып матчта "дубль" эшләне - "Салауат Юлаев" өсөн дүртенсе һәм был миҙге лдә етенсе гол индерҙе.
       "Салауат Юлаев" инде һис шикһеҙ ун өсөнсө урында ҡаласаҡ.
       Чемпионаттың һуңғы осрашыуында беҙҙең уйынсыларға бары эш х аҡы өсөн көрәшергә ҡала. Аҡсалата юғалтыу кисермәҫ өсөн "юлаевсыларға" ҡунаҡта Ярославль ҡалаһының "Локомотивын" тар - мар итергә кәрәк буласаҡ. Ә был мәсьәлә еңелдәрҙән түг ел. "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры Рафаил Ишмәтов осрашыу һәм буласаҡ матч тураһында фекере менән уртаҡлашты:
       "Уйын дисциплинаһы шәптән түгел. Еңеүен еңдек, әммә кома ндаға һорауҙар етерлек. Йәштәр әлегә уларға бағлаған өмөттәр ҙе аҡламай. Макаров, нимә Макаров, индерҙе буғай...
       "Локомотивҡа" ҡаршы матчта боҙ өҫтөнә кем сығасаҡ Әйтеүе ҡыйын, әлеге ваҡытта беҙгә уйынсылар етешмәй. Ҡапҡға һаҡсыһы Кузнецов түгеллеге билдәле - ул беҙҙең менән күсмә уйынға барманы.
       Беҙҙең хоккейсыларға эш хаҡынан яҙмаҫ өсөн ярославтарҙан нисә мәрәй тартып алырға кәрәк Ни тиклем күбәрәк алһалар - шул тиклем яҡшыраҡ"

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал