6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Ал ҡаплан" һаубуллашып ҡойроғон болғаны
14.03.05


       Джаз фестиваленең исеме "Ал ҡаплан" ("Розовая пантера") булыуы һеҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәһен. Ул иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәй, киреһенсә - был күренештең асылын аңларға ярҙам
       итә.
       Хәҙер, төҫө законға тап килмәгән йәнлек Өфө тамашасыһына
       үҙен бөтә матурлығында күрһәткәндән һуң, "Ҡапланды" "ДжазМастер - Өфө" менән дә сағыштырырға була. Улар бер - береһенән айырыла, әммә һәр ҡайһыһы үҙ урынында, хатта бер -
       береһен тулыландыра ла.
       Дөйөм алғанда, джазда барыһы ла мөмкин. Фантазияң бар икән - хатта арттырып ебәреүең дә насар түгел. "Ал ҡапланға" кире ҡайтып нимә әйткем килә - ул ысынлап та бына тигән конц ерт ойошторҙо, хатта һайбуллашып ҡойроғон да болғаны һәм филармонияның Ҙур залында ике көн дауамында фестиваль
       сиктәрендә сығыш яһаған барлыҡ музыканттарҙы гала - концер тҡа йыйҙы. Концертҡа килеүселәр ултырып та, баҫып та тамаша
       ҡылды, бейеүселәр ҙә, ҡушылып йырлаусылар ҙа етерлек булды.
       Ә изге фея ролендә барыһына ла билдәле Даниил Крамер
       сығыш яһаны. Ул күптәнге вәғәҙәһендә тороп, беҙҙең баш ҡалабыҙға ваҡыт, мөмкинселектәр, яҡшы музыканттар табып
       килгән.
       Барыһынан да уҙҙырып ниндәйҙер яңы эш башҡарыу теләге
       был юлы ла һынатманы: маэстро Крамер тамашасыларҙың ышанысын аҡланы, бына ул һәр ваҡыттағыса үҙенең сәхнәләштәре менән таныштыра - Вячеслав Горский триоһы, "Moskow Regtim band", Феликс Лахути етәкселегендәге
       "Funky Land" квартеты, Даниил Крамер триоһы, Башҡорт дәүләт
       филармонияһының эстрада - джаз оркестры.
       - Күп төрлө ун бер фестивалдең арт - директоры вазифаһын башҡарыу дәүерендә мин уларҙың стиль төрлөлөгө тураһында ла уйлана башланым, уны бик киң итеп ойошторорға кәрәклеген төшөндөм, - тип аңлата Крамер. - "Ал ҡаплан" да үҙенсәлекле фестиваль булараҡ планлаштырылған. Ул ике көн дауам итә, тәүге өлөшө заманса джаз стилдәренә - фьюжн, фанк - джаз, ро к - джаз, фолк - фанк һ. б. арнала. Был заман джазы парады буласаҡ, бер сик икенсеһен алмаштырасаҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағы ҙ, Бахты ғына иҫкә алып классика тураһында һөйләү мөмкинме Джазда ла сик ҡуйыу ғәмәлгә тап килмәй.
       Фестивалдең икенсе көнөнә килгәндә, беҙ уны классик джаз өсөн ҡалдырҙыҡ. Сюрприздар ҙа буласаҡ, әлбиттә. Мәҫәлән, са ксофонда уйнаусы һеҙгә таныш булған Аня Королева был юлы үҙ программаһы менән Крамер триоһында сығыш яһаясаҡ. Был тамаша, эксперимент һәм яҡшы музыканан торған ҡатнашма
       булыр тип уйлайым.
       Крамер әйтеүенсә, ул сәхнәлә барыһы өсөн дә яуап бирергә i{i{ml`i, команданың исемен иғлан иткәндән һуң уларҙың тамашасы менән күҙгә - күҙ ҡалдырасаҡ.
       - Ҡурҡырҙар тип уйлайһығыҙмы - тип күҙ ҡыҫа Даниил Краме р. - Мин улай тип уйламайым.
       Һәм дөрөҫ тә. "Moskow Regtim band" ансамбленең шат күңелле егеттәре үҙҙәрен иркен тотоуо, мөләйемлелеге һәм юмор байлыҡтары менән тамашасыларҙы бөтөнләй әсир итте. Феликс Лахути етәкселегендәге "Funky Land" квартеты уйнағанда ҡайһы бер тамашасылар ултырып сыҙаманы.
       Феликс - Рәсәйҙә биш ҡыллы электр скрипкаһында уйнаусы берҙән - бер музыкант, бынан тыш тауышы ла матур ғына. Тик у л башҡалар өйрәнгән стилдә түгел, "фанки" стилендә йырлай, ишеткәндәр - аңлар.
       Дөйөм алғанда, фестиваль музыканттың өлгөрөп еткәнлегенә
       һынау ул. Был юлы йәш таланттар ҙа үҙҙәрен бик яҡшы кимәлдә
       күрһәтте, улар өсөн оҫталыҡҡа табан йүнәлткән тағы бер баҫҡ ыс артта тороп ҡалды.
       - Мин тулы залдарҙа сығыш яһайым, тип әйтә алыуым менән
       бәхетлемен, - тип таныны Даниил Крамер. - Әммә икенсе яҡтан
       ҡарағанда, был буштан килмәй,бик күп эшләүҙе талап итә.
       Тамашасылар ҙа юҡҡа ғына устарын ауырттырмауын аңлай. Ғөмүмән, өфөлөләрҙе тулы мәғәнәлә джаз тамашасыһы тип атарға була: улар тыңлай ғына түгел, ишетә лә белә, - тине хушлашыр алдынан маэстро.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал