6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Паспорттарға генетик штрих - код өҫтәлеүе ихтимал
14.03.05


       2003 йыл барлыҡ ғилми йәмғиәт өсөн мөһим тарихи ваҡиғ а менән хәтерҙә ҡалды - ул да булһа инглиз ғалимдары тарафы нан генетика өлкәһендә йәшәйештең төп молекулаһы булған дезоксирибонуклеин кислотаһы йәки ҡыҫҡаса ДНК асылыуына 50 й ыл тулыуы. Үҙ ваҡытында Нобель премияһы менән билдәләнгән бы л ғилми асыш тере материя ҡоролошон өйрәнеүҙең төрлө
       йүнәлештәре үҫешенә этәргес көс ролен үтәне. Бөгөнгө көнгә
       һәр кешенең ДНК - һы буйынса үҙенсәлекле штрих - кодтар йәк и башҡа формала мәғлүмәттәр базаһы булдырыу көнө лә алыҫ түгелдер, тип уйларға ҡала .
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге биохимия һәм генетика институтының молекуляр биология һәм биотехнология лабораторияһында тап ошо йүнәлештә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Л аборатория етәксеһе, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Алексей Чемеристың һүҙҙәренә ҡарағанда, ике йыл элек Өфөлә тормош молекулаһын - "Яңы иҫке ДНК" - өйрәнеү буйынса программа булдырылған. Ә бындай исем молекулаға уның быға тиклем асыҡланмаған үҙенсәлектәре табылыуы арҡаһында ғына түгел, ғалимдарҙың бирелгән характеристика буйынса яңы гендар барлыҡҡа килтереүе сәбәпле лә бирелгән. Был күп кенә медицина һәм экологик мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинселек бирә, тип аңлата Алексей Викторович.
       Мәҫәлән, атипик пневмонияға ҡаршы көрәшкә бәйле ҡатмарлы осорҙа Алексей Чемерис етәкселегендә лаборатория шарттарында сирҙе ҡуҙғатҡысты диагностикалау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ошо уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанып, үҙәк ки ң мәғлүмәт саралары Рәсәйҙә атипик пневмонияға диагностика ү ткәреү өсөн контроль пробалары юҡ тип белдерҙе. Бынан тыш би охимия институтында Intas халыҡ - ара программаһы сиктәрендә айырыуса көслө йә иһә үлемесле газдар менән ағыуланыу осрағында яһалма гендарҙы файҙаланыу мөмкинселектәре буйынса уңышлы тикшереүҙәралып барыла. Лабораторияла шулай уҡ ике - өс мең йыл элек үҫкән бойҙай бөртөктәре буйынса боронғо ДНК тикшерелә. Был ботаниктарҙың ғына түгел, археологтарҙың мәнфәғәтен дә ҡәнәғәтләндерер өсөн эшләнә. Бында орлоҡтоң ҙурлығы, сәскәһе
       өсөн яуап биргән гендар өйрәнелә.
       Институтта файҙаланған молекулаларҙы тикшереү йүнәлештәре нең береһен модификациялау фрагменттарҙың ҙурлығын бер нуклеотид теүәллегендә асыҡларға мөмкинселек бирҙе. Хәҙер иһә график һүрәт формаһында бактерияларҙың тулы паспортын
       төҙөргә була, ул тәү ҡарашҡа сәнәғәт тауарҙарының штрих - кодын хәтерләтә. Был, дөрөҫөн әйткәндә, микробиологияла ғына
       түгел, медицинала ла яңы бит аса. Ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы ҡуҙғытыусыларҙы паспортлаштырыу ауырыуға килтергән микроорганизмды асыҡларға һәм дауалауҙың дөрөҫ курсын билдәләргә мөмкинселек бирә. Ҡиммәтле биотехнологик продукттар өсөн штрих - код ҡулланыу уларҙы производстоға индереү һәм патентлауҙы тиҙләтәсәк.
       ДНК буйынса үҙенсәлекле штрих - код формаһында һәр кешенең мәғлүмәттәр банкын, әйтәйек, бер тамсы ҡандан бүленгән ДНК молекулалары анализы аша булдырырға мөмкин, ти Алексей Викторович. Был ярайһы уҡ ябай һәм арзан процедура йәмғиәтебеҙҙең һәр ағзаһының үҙенсәлектәрен асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Киләсәктә граждандарҙың паспортына ДНК анализы нигеҙендә персональ генетик штрих - код һыҙыҡсаһы ла өҫтәлеүе мөмкин. Ул кешене ғүмер буйына "оҙатып" йөрөйәсәк: фамилияһын үҙгәртәме ул, енесен икенсегә
       алмаштырамы, әммә ДНК шул көйө ҡаласаҡ. Был яңылыҡ криминалистика өлкәһендә генә түгел, кеше тормошона медицина һәм хоҡуҡ йәһәтенән дә ҙур үҙгәрештәргә алып килеүе
       ихтимал.

Елена Вәлиуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал