6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Маркстың китапханаһында Башҡортостан хаҡында китаптар һаҡланған
14.03.05


       Ғүмеренең һуңғы йылында Карл Маркс ( ул 1883 йылдың 14 марты нда вафат була) үҙенең китапханаһында һаҡланған рус китаптар ның исемлеген төҙөй, унда барлығы 150 китап, башлыса статист ик белешмәләр, йыйынтыҡтар туплана.
       Китапханала Башҡортостан тураһында ла китаптар була. Исем лектә 102 - се һан аҫтында Маркс Л. Сабанеевтың "Урал аръяғы
       очерктары һәм башҡорт ерҙәрендә дала хужалығы" китабын билд әләй. Ул йөҙ алтмыш ике биттән тора, уларҙың ун туғыҙында Ка рл Маркстың ҡара ҡәләм менән яҙған тамғалары һаҡлана.
       Китап авторы уҡыусыларҙы башҡорттар төп халыҡ булып ултыр ған Урал райондары менән таныштыра.
       Маркстың китапханаһында 25 - се һан аҫтында "Урал тау х ужалығы һәм ҡаҙна тау заводтарын һатыу тураһындағы һорау. В.
       П. Безобразовтың тикшеренеүҙәре" китабы торған. Автор, Фәнд әр академияһы ағзаһы, 1867 йылда Уралдың иҡтисади тормошо йә һәтенән тикшеренеҙәр үткәрә, Өфө, Златоуст, Благовещен, Бөрө
       заводтарында була. Ул тау заводтары сәнәғәтенең көрсөккә тө шөүөн, халыҡтың фәҡирлеген үҙ күҙҙәре менән күрә. Әммә бының
       сәбәптәрен белешмәй.
       Маркстың ҡуъяҙмаларында Башҡортостан тураһындағы китаптар ҙан күсереп алынған юлдар бар. Мәҫәлән, ул Өфө губернаһында һыйыр малы башлыса һуғым өсөн үҫтерелеүе тураһында яҙа. Был ауыл хужалығында капитализмдың үҫеш алыуына дәлил булып тор а
       Маркс Рәсәйҙең яртыһын тип әйтерлек тимер менән тәьмин ит еүсе Уралда яңы завод һәм фабрикалар барлыҡҡа килеүен төрлө сығанаҡтар буйынса күҙәтеп бара.
       Ошондай китап һәм башҡа төрлө сығанаҡтарҙан Маркс Рәсәй и ҡтисадының үҙенсәлектәренә төшөнә, крепостной һәм буржуаз мө нәсәбәттәрҙең ҡатмарлы бәйләнешен күрә.
       Маркс һәм Энгельс башлаған тикшеренеүҙәрҙе дауам итеп, В.
       И. Ленин үҙенең "Рәсәйҙә капитализм үҫеше" китабында Уралды ң артта ҡалыуының социаль һәм иҡтисади сәбәптәрен күрһәтә.
       Ҡаты һуғыш йылдарында, Мәскәү өҫтөндә ҡоҙғондар өйөрөлә б ашлағас, Өфөгә үтә лә затлы йөк ебәрелә. Карл Маркстың бөтә
       донъяға билдәле "Фонд 1" китабын Бөйөк Ватан һуғышы йылдары нда Совет Башҡортостанының баш ҡалаһында һаҡларға ҡарар ител ә.
       1963 йылдың ноябрь айында Карл Маркс урамында, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе бинаһы эргәһендә, бейек мәрмәр постаментҡа бөйөк ғалим һәм революционер, ғилми комму низмға нигеҙ һалыусы Карл Марксҡа бронза һәйкәл ҡуйыла. Скул ьпторы - Л. Е. Кербель.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал