6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Салауатнефтеоргсинтез" бар планетанан алда, йәки Производстволағы яңы технологиялар тураһында
11.03.05


       Башҡортостан нефть һәм химия тармағының иң ҙур комбинаты булып торған "Салауатнефтеоргсинтез" республика сәнәғәтенә бик ҙур бүләк эшләне. Байрамдың икенсе көнөнә бында күбеклән еүсе полистирол етештереү буйынса комплекслы ҡоролма сафҡа и ндерелде. Был, һис шикһеҙ, республиканың ғына түгел, тотош Рәсәй сәнәғәтенең алға табан ҙур аҙымы. Бөтә донъяла башҡа бындай производство юҡ.
       "Газпром" - "СНОС": отошло хеҙмәттәшлек
       "Салауатнефтеоргсинтездың" бөгөнгө тантанаһына сәбәп булып ике йыл элек Башҡортостан һәм "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында булдырылған хеҙмәттәшлек тураһында килешеү тора. Уның буйынса "Салауатнефтеоргсинтез"
       берекмәһе "Газпромға" ышаныс буйынса идара итеүгә тапшырылды.
       Был ҡарарҙың төрлө фекерҙәр тыуҙырыуын билдәләргә кәрәк. Әммә бөгөнгө көн, хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре һәр нимәне үҙ урынына ҡуйҙы. Ҡоролманы төҙөү ышаныс буйынса идара итеү программаһына ярашлы алып барылды, уның буйынса, башлыса, по изводствола инновация технологияларын ҡулланыу ҙа ҡаралған. Бөгөнгө ваҡытта предприятиелар өсөн инновация нимә ул Баҙар
       талаптарына ярашлы үҫеш, сифатлы продукция етештереү, республика бюджетын финанс менән тәьмин итеү мөмкинлеге...
       Әйтергә кәрәк, килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң ярты йыл һай ын "СНОСта" яңы производство индерелә, даими рәүештә теге йәки был объектты модернизациялау бара - был хеҙмәттәшлектең
       яҡшы һөҙөмтәһенә дәлил түгелме ни Һәм бында эш аҡсала ла тормай. "Салауатнефтеоргсинтез" үҙе лә яңы ҡоролма өсөн түлә й ала. Әйткәндәй, уны ҡороу һәм сафҡа индереүҙе "СНОС" үҙе финансланы. Эш икенселә: производство юғалтыуһыҙ эшләһен өсөн сеймал кәрәк (комбинатты уның менән баҙар хаҡтары буйынса "Газпром" тәьмин итә).
       Йорттарға - йылы тундар, шулай уҡ теүәллек тураһында
       Әйтергә кәрәк, 2005 йылдың 9 марты "Салауатнефтеоргсинтез " асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн был көндө күбекләнеүсе полистирол етештереү ҡоролмаһы сафҡа индерелеүе менән генә х әтерҙә ҡалмаясаҡ. Оло ҡунаҡтар башҡа объекттарҙа ла булды, әммә башта әйтелгән производство тураһында ентекләберәк һөйл әп китеү кәрәктер.
       Күбекләнеүсе полистирол производствоһы идея булараҡ бер нисә ай элек кенә барлыҡҡа килә һәм "Газпромдың" хуплауы һәм
       ярҙамы менән тормошҡа ашырыла башлай. Швейцарияның "Зульцер" фирмаһы менән ҡоролманы төҙөү тураһында контракт т өҙөлә, фәнни - техник оҙатылышты Санкт - Петербургтан "Промпласт - 14" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәьмин итә, "Востокнефтезаводмонтаж" бик ҡыҫҡа ваҡыт - дүрт ай эсендә монтаж эштәрен башҡарып сыға. Һәм бына күбекләнеүсе полистирол етештереүсе ҡоролма йылына 10 мең тонна продукция сығарыу ҡеүәте менән эшләй ҙә башланы. Был производство бысраҡ һыу һәм газ ҡалдыҡтары бүлеп сығармай, автоматлаштырыу кимәле юғары, әҙер продукттың үҙҡиммәте түбән.
       Ябай ғына итеп әйтһәк, яңы производство продукцияһынан төҙөлөштә стеналарҙы йылытыу өсөн ярайһы уҡ арзан һәм сифатлы материал алып була. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең йорттар өсөн синтепон куртка хаҡына кеш тиреһенән тегелгән тун инде.
       Был көндө предприятиела булғандар бында продуктты королдәрсә теүәллек менән тултырыуҙарына ла инанды. Нефть продукттарын бушатыу һәм тултырыу эстакадаһындағы үҙгәрештәр тимер юл цистерналарына тультырылыусы продукцияның теүәл иҫәбен алып барырға ярҙам итә. Әйткәндәй эстакадалағы үҙгәрештәр бер юлы тултырылыусы цистерналар һанын алтынан ун икегә тиклем еткеререгә мөмкинселек биргән . Экология йәһәтенән дә яҡшы яҡҡа йүнәлеш күҙәтелә, цистерналарға ҡойғанда продукцияның парҙарын махсус яйланмал ар тотоп ҡала, шулай уҡ артыҡ тейәү хәүефе лә бөтөрөлгән.
       Был яңылыҡтар республикала йәшәүселәр өсөн ниндәй файҙа килтерә ала һуң Аҙ түгел. "Салауатнефтеоргсинтез" асы ҡ акционерҙар йәмғиәте өлөшөнә Башҡортостандың дөйөм сәнәғәт
       етештереү күләменең ун процент самаһы, республика бюджетына
       ингән һалым килемдәренең 4,5 проценты, Салауат ҡаҙнаһына - 60 процент тирәһе тура килеүен иҫәпкә алғанда, яңы производствоны сафҡа индереү һәм күп кенә объекттарҙы модернизациялау менән бергә предприятиеның киләсәге бик тә ө мөтлө. Әгәр 2004 йыл эсендә предприятие етештереү күләмен 10 ,7 процентҡа, быйылғы йылдың ғинуар айында - 12,6 процентҡа арттырыуға өлгәшкән икән, яңы производство етештереү күләмен ең, ярашлы рәүештә, килемдең дә артыуына булышлыҡ итәсәк. Уға, билдәле булыуынса, һалымдар иҫәпләнәсәк. Ә был аҡса рес публика ҡаҙнаһына, тимәк бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн эш
       хаҡына, социаль сәйәсәткә һәм башҡаларға йүнәлтеләсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал