6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәш рапирасылар республика намыҫын яҡлай
11.03.05


       Йәш спортсылар араһында Һарытауҙа үткән Рәсәй беренселе гендә Башҡортостандың йыйылма командаһы үҙенең билдәле рапир асылары - Евгения Кирпичева, Артур Әхмәтҡужин һәм Афиналағы Олимпия уйындарының бронза призеры Реналь Ғәниевһыҙ ғына сығ ыш яһарға мәжбүр булды. Беҙҙең команда үҙенең иң көслө соста вында булмаһа ла уйын һөҙөмтәләре насарҙан булманы.
       Рапирасы Рөстәм Нәсибуллин Башҡортостан йыйылма командаһы
       "копилкаһына" шәхси беренселектә "бронза" алып килде. Уның иптәштәре - Өфө егеттәре Дмитрий Петров һәм Александр Якин һ өҙөмтәлә бишенсе һәм туғыҙынсы урындарҙы биләне.
       Команда ярыштарында Рөстәм Нәсибуллин, Дмитрий Петров, Ал ександр Якин һәм Мираль Вәлиевтан торған квартет алға бары т ик Мәскәү йыйылма командаһын сығарып икенсе урын яуланы. Өсө нсө урында - Санкт - Петербург командаһы. Башҡортостандың ик енсе командаһы шулай уҡ ышаныслы сығыш яһап, бишенсе урынға сыҡты.
       Беҙҙең йәш шпагасылар көтөлмәгәнсә яҡшы уйын күрһәтте. Шә хси ярыштарҙа Сергей Алещенков алтынсы урын биләне. Команда ярыштарында беҙҙең егеттәр Рәфис Рафиҡов, Рәшит Хизбуллин, А нтон Смирнов һәм Сергей Алещенков ярымфиналда буласаҡ еңеүсе , Татарстан йыйылма командаһына бер мәрәйгә генә бирешеп, һ өҙөмтәлә дүртенсе урынға ғына сыға алды.
       Ҡыҙҙарға килгәндә, командала беренсе рапирасы Евгения Кир пичеваның булмауы үҙен һиҙҙерҙе. Команда ярыштарында улар ал тынсы урынға ғына дәғүә итте. Шәхси беренселектә Асия Йыһанг ирова 17 - се урын, Анастасия Иванова - 18 - се урын алды.
       Ошо уҡ ваҡытта көслө йәш спортсыларыбыҙ халыҡ - ара форум дарҙа республика намыҫын яҡлай ине. Реналь Ғәниев Шанхайҙа үткән донъя Кубогында команда ярыштарында бронза миҙал призе ры исемен яуланы. Ярымфиналда рәсәйлеләр немецтарҙы алға үтк әрһә, өсөнсө урын өсөн ярыштарҙа поляктарҙы еңеүгә иреште.
       Артур Әхмәтҡужин һәм Евгения Кирпичева Францияла кадеттар
       араһында донъя Кубогы этабындағы йыйында ла ҡатнашты. Икеһе
       лә ҡулдарына ҡорал тотоп, бронза миҙал яулауға иреште. Евге ния Кирпичева үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
       - Ҡышын бер аҙна буйы Францияның көньяғында, Эск - ан - П рованс ҡалаһында йәшәүе иҫ китмәле булды. Артыҡ йылы түгел, шулай ҙа тирә - яҡта йәшеллек хөкөм һөрә. Ярыштар ҙур булмағ ан Кабриз ҡаласығында үтте. Ярымфиналда өсөнсө генә урын яул ауым ныҡ арыуыма бәйле.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал