6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Джоконданың" сере нимәлә 
11.03.05


       Серле, ҡабатланмаҫ, гүзәл... Бөйөк Леонардо да Винчи әҫә ре
       тураһында әйткән кеүек үк, "Джоконда" халыҡ бейеү театрына
       ла ошондай һүҙҙәр тап килә.
       Тәү башлап "Джоконда" менән мин бынан өс йыл элек байрам сараларының береһендә таныштым: матур ҡыҙ һәм егеттәр ул ваҡытта тамашасыға "Карнавал" энергияһын бүләк итте. Ошо
       көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа, ҡала Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә шаулап үткән концерт та шул уҡ бейеү менән башланып китте. Уның артынан "Һаумыһығыҙ, етмешенселәр!", артабан "Сәскәләр" һ. б.
       - "Джоконда" бейеүселәренә ҡарап, миндә лә сәхнәгә сығып
       улар менән бергә бейеү теләге тыуҙы, - ти Эльвира. - Айырыу са
       "Үрмәксе ауы", "Иртә - минең ваҡытым түгел", "Төнгө ҡала"
       бейеүҙәре күңелемде әсир итте.
       Әгәр бер бейеү тамашасыла ярһыу тойғолар уятһа ("Испан
       бейеүе", икенсеһендә ("Сәскәләр") ул нәфислектән ирей, өсөнсөһөндә бөтөнләй фәлсәфәүи уй - хистәргә бата. Коллективтың үҫмерҙәр составы башҡарған Моцарттың "Реквием" әҫәренә башҡарған ошо уҡ исемдәге бейеүе күптәрҙең күҙҙәрен сылатты. Концертты алып барыусы әйтмешләй, был бейеү быға тиклем эшләнеп бөтмәгән һымаҡ булһа, ниһайәт ул лайыҡлы тамамланыш тапты.
       - Күңел таҙарғандай булды, шул тиклем еңел булып ҡалды, -
       тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша тамашасыларҙың береһе Рина т. - Шул уҡ ваҡытта йәш бейеүселәр ғазап сигеү һәм осоу тойғ оларын шул тиклем асыҡ күрһәтә алды...
       Ысынлап та, Джоконданың сығышы ябай бейеү генә түгел, үҙе
       бер спектакль.
       - "Джоконда" башҡарыусылары актер ҙа булырға тейеш. Әгәр
       улар бейеүҙәрен тамашасыға күңел дәрте аша тапшыра алмай икән, тимәк минең уйлағандарым тормошҡа ашмаясаҡ, - ти бейеү
       театрының художество етәксеһе, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәк әре Игорь Севастьянов. Уны мин сәхнә артында сәскәләр гөлләм әһе һәм ҡотлауҙар ҡабул иткән еренән барып таптым: "Джоконда ға" ун ике йыл тулды. Тәү башлап талантлы коллектив сәхнәгә Нефтселәр мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Любовь Макс имованың хәйер - фатихаһында "Мисс Көнсығыш"
       конкурсында "Кармен" бейеүе менән сыға һәм ҙур уңыш яулай.
       - Башта биш кеше инек, ун ике йылда коллектив 240 кешегә етте. Бөгөн "Джокондала" дүрт йәштән утыҙ биш йәшкә тиклем ете төркөм бейей, - тип һөйләй Игорь Асатурович. - Беҙ эшләг ән төп жанрҙар - заман бейеүҙәре, бал хореографияһы, стилләштерелгән халыҡ бейеүе, джаз, модерн, клуб бейеүе, латин - американ бейеүҙәре. Классик бейеү нигеҙҙәрен БР халы ҡ артисткаһы Асия Тутманова, Земфира Хәйруллина, концертмейстер Айһылыу Ҡолбарисова камиллаштыра. Ун бер йыл буйы Нефтселәр һарайында эшләнек, үткән йылдың октябрь айынан ҡала Мәҙәниәт һарайы базаһында.
       - Иҫ китмәле сағыу идеяларҙы ҡайҙан алаһығыҙ һәм "Джоконданың" сере нимәлә
       - Илһам сығанағы, беренсе сиратта, - ул минең тәрбиәләнеүселәрем. Бәләкәй балалар айырыуса илһам өҫтәй: уларҙың хореография нигеҙҙәрен ни тиклем ҙур теләк менән төшөнөргә тырышыуҙарын күреү үҙе бер кинәнес.
       Тағы бер сығанаҡ - музыка. Әгәр ул миңә оҡшай икән, мин бейеү ҡуйыусы булараҡ тоҡанам һәм уны пластикала, хәрәкәттә күрһәтергә теләйем.
       - Бейеүгә тартылыу һеҙҙә күптәнме
       - Мин музыкаль ғаиләлә тыуып үҫтем, өсөнсө быуында хореография менән шөғөлләнәм. Әсәйем Лариса Степановна Севастьянова - Өфө сәнғәт училищеһының иң өлкән уҡытыусыларының береһе. Оләсәйем Мария Григорьевна ла ғүмер буйы хор дирижеры булды.
       - Һеҙҙең коллективҡа нисек эләгергә була
       - Осраҡлы рәүештә. Беҙҙә бер ваҡытта ла бейеү менән шөғөлләнмәйенсә, ниндәйҙер концертта күреп ҡалып, беҙҙе эҙләп табып көсөн һынап ҡараусылар бар.
       - Ниндәйҙер талаптар барҙыр бит инде
       - Миндә егеттәр оҙон буйлы булғанлыҡтан (184 - 190), ҡыҙҙ арға ҡарата талаптар күберәк, әлбиттә. Улар оҙон буйлы, һис юғында 168 - 170, матур, пропорциональ фигуралы булыра тейеш . Бынан тыш мин ҡыҙҙарҙың оҙон сәсле булыуын талап итәм.
       - Костюмдарҙы һеҙгә кем тегә
       - Уларҙы беҙгә төрлө ательеларҙа тегәләр. Шәхси тегенселә ргә лә заказдар бирәбеҙ.
       - 12 йыл эсендә ҡайҙарҙа булдығыҙ
       - Беҙ ярты илде урап сыҡтыҡ, заман бейеүенә арналған утыҙ лап фестивалдә ҡатнаштыҡ. Һуңғы өс йылды алғанда, "Джоконда" Рәсәй ҡалалары, Балтия һәм Европа илдәре балалар коллективта рының Тольяттиҙа үткән конкурс - фестивалендә "Заман бейеүе" номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исемен яуланы. 2004 йылда Ҡазанда үткән Рәсәй конкурс - фестивалендә "Эстрада бейеүе" номинацияһында дипломант, "Заман бейеүе" номинацияһында лауреат булды. Быйыл ғинуар айында "Европа өмөттәре" халыҡ - ара фестиваль - конкурсында "Джоконда" "Эстрада бейеүе" һәм "Заман хореографияһы" номинацияларында беернсе дәрәжә лауреат исемен яуланы.
       Бейеү театрына сит илдәрҙә булырға тура килгәне юҡ әле, ҡыҙыҡһындырған тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иткәндәре юҡ тип а ңлата етәксе. Өфөлөләр иһә был төркөмдөң хореография фантазияларын майҙа үтәсәк ҙур концертта ҡарай ала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал