6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаевтың" үҙ тамашасыһы менән хушлашыуы хаҡында
11.03.05


       2004 - 2005 йыл миҙгеленең өс уйынын "юлаевсылар" супе рлига алдынғыларына ҡаршы үткәрҙе: Мәскәү "Динамоһы" (2 : 4)
       һәм Магнитогорск ҡалаһынан килгән "Металлург" (0 : 5) кома ндаһынан еңелгәндән һуң, көйәрмәндәр Өфө хоккейсылары бәлки Тольятти "Ладаһына" бирешмәҫ тип өмөтләнгәйне. Әммә Петр Вор обьевтың тәрбиәләнеүселәре уларҙың өмөтөн аҡламаны - 1 : 3.
       Хушлашыу сағыуҙарҙан булманы. Ыңғай мәлдәр иҫәбендә - беҙ ҙең уйынсыларҙың әүҙемлеге, Макаров индергән гол һәм "юлаевс ы" Хлыстовтың "Лада" командаһынан Семеновҡа ҡаршы йоҙроҡ һуғ ышы, әйткәндәй, еңеү беҙҙең яҡта булды. Минустар күберәк - у лар ағымдағы миҙгелдә баш ҡалалағы һуңғы матчта еңелеүгә алы п килде.
       Тәүге шайбаны үткәргәндә беҙҙең хоккейсылар аҙыраҡ һанд а ине - Титов бына тигән комбинация яһауға өлгәште. Артабан "Лада" өҫтөнлөгөн арттыра төштө - атакаға ҡушылған Александр
       Селуянов бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ шайбаны Пууруланың ҡапҡаһын а йүнәлтте.
       Икенсе период башында Тольятти хоккейсыларының шайбаны тә үге ташлауы уҡ маҡсатҡа иреште, Бойков үҙен яҡшы хоккейсы и теп күрһәтә - 0 : 3. Өфө егеттәре хәлдәренән килгәнсә тырышт ы, әммә башлыса Гигоренко, Макаров һәм Аншаков ҡына ҡаршы яҡ
       өсөн хәүефле мәлдәр тыуҙыра алды. Дмитрий Макаров ҡапҡаға т әүге шайбаны индерҙе - 1 : 3.
       Артабан ике клубтың да өмөтлө мәлдәре булғыланы, тик икеһ е лә уңманы, "юлаевсыларға" бынан тыш оҫталыҡ та етеңкерәмән е. Сағыу миҫал - шайбаны ҡапҡанан өҫкә ырғытыусы Григоренко.
       Бәләкәй генә фанаттар армияһы дәртләндереүендә ҡунаҡтар оборона йәһәтенән бик шәп уйын күрһәтте. Тольятти командаһы
       сиктәрендә Юсси Марканен бына тигән уйнаны - "юлаевсыларҙың " Пуурулаһына ундай кимәлгә етеү өсөн тырышырға кәрәк әле.
       "Юлаевсылар" составында үҙенең көслөлөгө менән Андрей Зуб арев айырылып торҙо, "Лада" уйынсылары атларға өйрәнгән бала ларҙай унан аша боҙ өҫтөнә әллә күпме тәкмәс атты. Андрейҙың
       сираттағы прием күрһәтеүенән һуң Дмитрий Афанасенковтың ау ыҙынан сыҡҡан янау һәм әрләү һүҙҙәре лингвистарҙың иғтибарын
       да йәлеп итер ине, моғайын.
       Суперлигала икенсе уйынын үткәреүсе йәш хоккейсы Дмитрий Зюзин был юлы ла ышаныслы сығыш яһаны. "Лада" менән осрашҡа ндан һуң ул түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте:
       - Бөгөн "Магнитка" менән осрашыуҙағыға ҡарағанда яҡшыраҡ уйнаным, тип иҫәпләйем. Тик беҙгә икенсе гол индереүсе Селуя новты ысҡындырыуым йәл.
       Матчтан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында "Лада" т ренеры менән бергә Тольятти командаһының генераль менеджер ы Леонид Вайсфельд та килде. Ул журналистарға әлеге ваҡытта
       "Салауат Юлаев" өсөн уйнаусы Игорь Григоренконың был миҙгел дә контракты тамамланыуы, аратбан "Лада" командаһының был хо ккейсы менән һөйләшеүҙәр алып барасағы тураһында хәбәр итте.
       Петр Воробьев. "Лада" хоккей клубы тренеры:
       - Матчтың башын уңышлы үткәрҙек. Голдар ярайһы ғына булды , минеңсә. Ҡаршы яҡ әүҙем уйнаны, әммә оҫталыҡ йәһәтенән беҙ
       алдырҙыҡ. Юсси ҙа бөгөн бик яҡшы уйнаны.
       Рафаил Ишмәтов:
       - Беҙҙең техник һәм психологик йәһәттән проблемалар бар. Һуңғы матчтарҙы илдең иң көслө командаларына ҡаршы уйнаныҡ. Шайба ташлау буйынса ҡарағанда, нисбәт беҙҙең файҙаға 31 - 2 1, ә бына сифатты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Буцаев ҡына күрһәтте. К өс көрәшендә лә бирештек, беҙҙең уйынсылар 19 тапҡыр ҡоланы.
       Май айында тест үткәрәсәкбеҙ: һәр уйынсы өс тапҡыр шайба ыр ғыта, ҡапҡаға еткерә алмай икән, команданан сығарыласаҡ.
       - Петр Ильич, Григоренконың уйыны хаҡында нимә әйтерһегеҙ 
       - Мин Григоренконы күрмәнем. Үҙемдекеләрҙе ҡарап өлгөрөр кәрәк әле.
       - Ул ваҡытта беҙҙең Андрей Яханов ниндәй тәьҫораттар ҡалд ырҙы Өфө мәктәбенең тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Александр Селу янов тураһында нимә әйтерһегеҙ
       - Яханов ҡайһы ваҡыт йоҡлай, әлбиттә, әммә, дөйөм алғанда
       беҙ унан риза. Селуянов тотороҡло уртаса кимәлдәге уйынсы.
       - Рафаил Ғәзиз улы, ә Гәрәев ниндәй хәлдә Ул карьераһын
       тамамланымы
       - Гәрәев өсөн клубта урын табасаҡбыҙ, ул Өфө хоккейына кү п йылдарын бирҙе.
       - Рафаил Ғәзиз улы, Пууруланың миҙгелдең иң яҡшы яңы уйын сыһы тип танылыуы менән ризаһығыҙмы
       - Был ҡарар уның һуңғы туғыҙ уйынды яҡшы уйнауы арҡаһында
       ҡабул ителгәндер. Шуға күрә, башлыса, мин риза.
       - Ә һеҙ командала был легионерҙы ҡалдырырға ризамы Пууру ла быға лайыҡлымы
       - Мин ғөмүмән легионерҙарға ҡаршы. Әгәр беҙ, суперлига кл убтары тренерҙары, май айында йыйылған ваҡытта улар кәрәкмә й тигән һығымтаға килһәк,легионерҙар булмаясаҡ. Рәсәй команд аларында үҙ хоккейсылары уйнарға тейеш, беҙгә хоккей сифатын
       күтәрергә кәрәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал