6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Хеҙмәт баҙары: ир - аттар талап ителә, ҡатын - ҡыҙҙарҙың бор сомауы һорала
10.03.05


       Нисек кенә булмаһын, эшһеҙлек темаһы һаман да көнүҙәк булыуҙ ан туҡтамай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: үткән йылда ғына эшкә уры нлашыу проблемаһы алдында 150 мең (!) яҡташыбыҙ торған. Үткә н йыл республикала эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә ошо тиклем
       кеше мөрәжәғәт иткән, был 2003 йыл менән сағыштырғанда 40 п роцентҡа күберәк.
       Бөгөн кемдәр эшкә мохтаж һуң Быға тиклем бер ҡайҙа ла э шләмәгәндәр өсөн эшкә урынлашыу айырыуса ҡатмарлы проблема, улар эш эҙләүсе граждандарҙың дөйөм һанының 77,3 процентын т әшкил итә. Бынан тыш белгестәргә уҡыуҙан буш ваҡытта аҡса эш ләп алырға теләүсе студент һәм уҡыусылар ҙа мөрәжәғәт итә. У ларҙың һаны - 22,6 процент. Һәм тағы ла. Практика күрһәтеүен сә, ҡыҫҡартыуға эләккәндәрҙең дә эшкә урынлашыу йәһәтенән пр облемалары етерлек, улар 8,8 процент тәшкил итә.
       Һәм, һәр ваҡыттағыса, гүзәл заттарҙы эшкә алырға атлығып тороусылар ҙа аҙ. Шулай итеп, эшһеҙҙәр һанының 70, 2 процент ы ҡатын - ҡыҙ.
       16 - 29 йәштән үтмәгәндәргә эш табыуы ҡыйын икән ( дөйөм күләмдә улар 34 процент), пенсия алдында торғандарға ла еңел гә тура килмәй ( 14,5 процент).
       Теркәлгән эшһеҙ граждандарҙың 50,8 проценты башланғыс пр офессиональ һәм урта дөйөм белемгә эйә, 40 проценты - юғары һәм урта профессиональ белемлеләр.
       Бөгөн эшкә урынлашыуы бухгалтер, балалар баҡсаһы тәрбиә сеһе, диспетчер, склад мөдирҙәре, инженер, кадрҙар буйынса и нспектор, кассир, лаборант, мастер, шәфҡәт туташтары, менедж ер, механик, секретарь, техник, уҡытыусы, фельдшер, экономис т, экспедитор һәм юриконсульттар өсөн айырыуса ҡатмарлы.
       Баҙарҙың талаптары икенсе төрлө. Уға агенттар ( реклама,
       страховкалау), врач - педиатрҙар, терапевтар, зоотехниктар,
       милиционер, риэлтор, сауҙа вәкилдәре, энергетиктар талап ит елә.
       Эшсе һөнәрҙәренә килгәндә, йөк тейәүсе, ихата һепереүсе,
       ташсы, экскаватор машинисы, официант, балта оҫтаһы, аҙыҡ - түлек тауарҙары һатыусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь - сант ехник, токарь, электриктар бөгөн ярайһы уҡ һорау менән файҙа лана.
       Һәм киреһенсә, бөгөн вахтер, гардеробсы, һауынсы, контрол ер, химик анализ лаборанты, маляр, ҡаҙанлыҡ операторы, ЭВМ о ператоры, тәрбиәсе ярҙамсыһы, тегенсе, хат ташыусы, ҡарауылс ы, йыйыштырыусы булып эшкә урынлашыуы проблема тыуҙыра.
       Вакансиялы урындар сәнәғәт предприятиеларында, һаулыҡ һа ҡлау, социаль тәьминәт, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт учреждение ларында, төҙөлөш тармағында һәм сауҙа һәм йәмғиәт туҡланыуы ойошмаларында һаҡлана.
       Бөгөн дәүләт предприятиеларына ҡарағанда, коммерция предп риятиеларына эшкә урынлашыуы еңелерәк.
       Һәм, һандар хәбәр итеүенсә, ҡала халҡы ауылда йәшәүселәр гә менән сағыштырғанда эшкә анһатыраҡ урынлаша.
       Әйтелгәнде йомғаҡлаһаҡ, түбәндәге картина барлыҡҡа килә:
       бөгөн Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында 30 - 45 йәшлек, юғар ы белемле (медицина, төҙөлөш, иҡтисади белеме булһа тағы ла яҡшыраҡ), ҡалала йәшәүсе ир - аттар һорау менән файҙалана.
       Әгәр ҙә һеҙ ауыл ерендә йәшәүсе, быға тиклем бер ҡайҙа ла
       эшләү тәжрибәһе булмаған, пенсия йәшендәге ҡатын - ҡыҙ йәки
       студентка икән, ҡыйыныраҡҡа тура киләсәк. Бары башланғыс пр офессиональ белемгә эйә булһағыҙ, эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеү икеләтә ауыр булырына әҙерләнегеҙ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал