6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"ДжазМастер - Өфө": өфөлөләр + өфөлөләр
10.03.05


       - Яратҡан ҡалама әйләнеп ҡайтыуыма бик шатмын! Һәм бына
       миңә тиклем минең дуҫтарым уйнаған сәхнәлә сығыш яһайым, - тип мөрәжәғәт итте ҡапыл геүләүҙән туҡтап ҡалған залға Игорь
       Трекусов - Германиянан "ДжазМастер - Өфө" Халыҡ - ара джаз фестиваленә ҡайтҡан элекке Өфө егете. - Хәҙер мин һеҙҙе уник аль музыканттар менән таныштырырға теләйем. Рояль артында - ғәҙәти булмаған кеше, ул музыка сәнғәтен тулыһынса үҙләштерҙ е. Һеҙҙең алда импровизация һәм джаз шағиры Игорь Атапин! Бе ҙҙең Ҡояш системаһында иң баҫалҡыһы, контрабаста соло уйнаус ы Сергей Оськин! Легендар "Дуҫтар" төркөмө ағзаһы Евгений Чи стяков! Сығышыбыҙҙы Бразилия ритмы менән башлап ебәрәбеҙ!
       Джаз тын алышы һәм тормош ритмы кеүек үк төрлө булырға мө мкин. Башҡортостандың Республика академия рус драма театры с әхнәһендә Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү
       йылына арналған "ДжазМастер - Өфө" джаз фестивалендә күп тө рлө джаз көйҙәре уйналды һәм улар барыһы ла юғары сифатлы һә м юғары профессиональ кимәлдә булды тип әйтеү шаштырыу булма ҫ, тип уйлайым.
       Тамашасылар ҙа, ойоштороусылар ҙа, музыканттар үҙҙәре лә фестиваль бик "сағыу һәм йылы" үтеүенә һуңғыларының ысынлап та джазды яратыуҙары һәм уны уйнай белеүҙәре сәбәп булып тор а тип ышана. Бынан тыш сараға саҡырылыусыларҙың барыһының да
       ( Игорь Брилдән тыш) тамырҙары Өфөгә тарта, улар төрлө сәбә птәр менән төрлө ил һәм ҡалалар буйлап таралған һәм сит ерҙә рҙә танылыу яулаған. Шуға күрә фестивалде ойоштороусылар, ш ул иҫәптән "Өфө" джаз квартеты ла ( Ирина Остин, Сергей Оськ ин, Игорь Атапин һәм Антон Антонов) үҙ бурыстарын тулыһынса үтәүе менән ғорурлана: джаз культураһының саф өлгөләрен терг еҙеүҙән тыш улар Өфө тамашасыһын үҙ таланты менән алыҫ һәм я ҡын илдәрҙе әсир иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарында һ ирәк сығыш яһаған яҡташ - джазмендар менән таныштырҙы.
       Дмитрий Шапко (Франция), Игорь Трекусов (Германия), Марат
       Юлдыбаев ( Таиланд), Геннадий Калинин да (Нижневартовск) бе ренсе халыҡ - ара джаз фестиваленә ҙур теләк менән килеүҙәре н йәшермәне.
       Музыканттар үҙҙәре билдәләүенсә, джазды бөгөн төрлө урынд а табырға һәм һәр бер нимәне джазға әйләндерергә була (дөрөҫ
       ҡараш булғанда, әлбиттә), ә джаз композицияһы булдырырға ил һам көтмәгәндә килеүе ихтимал. Мәҫәлән, Өфө сәнғәт училищеһ ы сығарылыусыһы, саксофонда уйнаусы, башҡорт джазына нигеҙ һ алыусы, совет, Рәсәй һәм халыҡ - ара джаз фестивалдәре лауре аты, Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Юлдыбаев үҙенең сығы шын да ғәҙәти тип әйтеүе ҡыйын .
       - Был шиғырҙы барығыҙ ҙа белә "У меня была собака - я ее любил, она съела кусок кусок мяса..." - һәм артабан шулай уҡ . Бына хәҙер мин үҙемдең яратҡан этемә арналған вальсты уйна п ишеттерәм, ул "Бетти йылмайыуы" тип атала.
       Был сығышы менән музыкант йылмайыуҙар һәм көслө алҡыштар
       яуланы.
       Сит илдәрҙә йәшәүсе өфөлөләр үҙҙәренең Өфө тамашасыһы тар афынан онотолмауына шат булыуҙарын йәшермәне. Өфөнө улар джа з ҡалаһы тип атай алалармы Һис шикһеҙ, эйе. Бында яҡшы музы каны яраталар, аңлай һәм баһалай беләләр, кәрәк ваҡытта ҡул сабалар, ярты һүҙҙән эләктереп алалар. Ә уларҙың Өфөгә әйтел гән иң ҡиммәтле теләге"Алла бирһә, артабан да шулай дауам ит һен!"

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал