6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Тағы бер сәйәси "тусовка" тураһында
11.09.03


       "Һайлауҙар -- 2003" Форумы киң рекламаланыуы бер кем өс өн дә сер түгел. Уны ойоштороусылар был сараны "парламент һ айлауҙары алдынан сәйәси процесҡа йән өҫтәүсе ваҡиға итеп" к үрергә ниәтләйҙәр ине. Мәскәү Хөкүмәте лә быға ҡаршы килмәне , киреһенсә, Манежды арендалау хаҡын 60 мең долларға тиклем түбәнәйтте. Бер нисә көн Форум эшендә ҡатнашҡан журналист б улараҡ мин был сара тураһында нимә әйтә алам
       Бер мәғлүмәт буйынса Форумда 105 мең кеше, икенсеһе буй ынса 150 мең кеше ҡатнашҡаны билдәле. Һандар араһындағы айыр ма күҙгә ташлана, шулай бит, әммә мин халыҡ артыҡ күп булды
       тип әйтмәҫ инем. Беҙҙәге "Миҙгел модаһы" йә "Матурлыҡ һәм һ аулыҡ" күргәҙмәләрендә лә кеше күпкә артығыраҡ булалыр, моға йын. Сара беҙҙең коллегалар -- матбуғат саралары вәкидәре өс өн отошло булды, әлбиттә. Матбуғат конференциялары һәм "түңә рәк өҫтәлдәр" ҙә ҡатнашыу мөмкинлегенән тыш һуңғы көн күптән
       көтөлгән "һары" яңылыҡ та алып килде. Мин "лимонсы"ларҙың х улигандарса ҡыланышын күҙ уңында тотам. Улар Үҙәк һайлау ком итеты рәйесе Александр Вешняковтың костюмына ҡаймаҡҡа оҡшаға н нимәлер, күпселек әйтеүенсә, майонез буяп, Форумда "танылы у" яуланылар. Ҡайһы бер гәзиттәр майонездың маркаһын да атай . Миңә килгәндә иһә был ваҡиғаны үҙ күҙҙәрем менән күрмәүемә
       бер ҙә үкенес тойғоһо кисермәйем. Икенсе яҡтан ҡарағанда, б аштары әйләнгән әҙәмдәр подъездарҙа быяла ватыу, стадионда рҙа эскәмйәләрҙе емереү һәм урамда үтеп барыусы башҡа милләт
       кешеләренә бәйләнеү менән шөғөлләнгәнсе Рәсәй сәйәсәт элита һы вәкилдәренә майонез һибеп күңел асһын, бик теләгәс...
       Әгәр Форумдың нисегерәк үтеүен белгегеҙ килә икән, телә һә ниндәй күргәҙмәне күҙ алдығыҙға килтерегеҙ ҙә, уға берәй телевизион сәйәси - шоуҙы өҫтәгеҙ. Форумда ҡатнашыу кемгәлер
       тауыш өҫтәгәнме Бик шикле. Ҡатнашыусылар араһында иң сағыу ҙары ЛДПР " йондоҙҙары" Жириновский -- Митрофанов пары булд ы инде. Хәйер, был труппаға сығыш яһау өсөн бер ниндәй ҙә фо рум кәрәкмәй. Жириновскийға ҡалһа, ул ана Өфөлә лә 50 һумлыҡ тар өләшеп танылды. Ә Мәскәүҙә иһә ул 100 һумлыҡтар таратыу ға күсте, тик Форум аҙағында, инде сара тамамланып Манеждан
       сыҡҡан ваҡытта. Ә бына Явлинский уға ҡапма - ҡаршы тактика һайлаған -- Форумда ул бөтөнләй булманы. Тик был да уның кан дидатураһына тауыш өҫтәр тип уйламайым.
       Партияларҙан тыш Форумда башҡа тармаҡ вәкилдәре лә, баш лыса сәйәси технологиялар мәктәптәре һәм пиар - агентлыҡтар байтаҡ булды.

Владислав Троицкий.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал