6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Беҙҙең ҡала егете
10.03.05


       1946 йылдың майында Өфөлә Советтар Союзы Геройы Г. А. В етошников исемендәге урам барлыҡҡа килде. Был урам Киров һәм
       Совет райондарында урынлашҡан.
       Георгий Александрович Ветошников 1918 йылдың 18 апрелендә
       эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Барлыҡ малайҙар кеүек үк, мәк тәптә уҡый, башта егерменсе, һуңынан ҡырҡ дүртенсе мәктәпкә йөрөй. Уға ун бер йәш тулғанда ата - әсәләре вафат була. Алт ы бала өлкән ҡыҙ Елена ҡарамағында ҡала.
       "Бик ҡыйын булды, - тип хәтерләй Елена Александровна. - Э штән ҡайтам да киске аш әҙерләргә тотонам. Бер биҙрә картуф таҙартам - етмәй ҡала... Георгий айырыуса мәшәҡәт тыуҙырыусы
       бала булды. Йә күрше баҡсаһына төшһөнмө, мәктәптә эш боҙоп
       ҡайтһынмы, һуғышһынмы. Минән уға күп эләкте инде. Уның ҡара уы Иришка менән бәләкәй Любашканы беҙҙең урамда йәшәүсе мала йҙар ҡыйырһытырға баҙнат итмәй ине. Георгийҙың һеңлеләре өсө н ныҡ тороуын барыһы ла белделәр".
       Өй башына менеп күгәрсендәр баҫтырырға, таң менән тороп балыҡҡа йөрөргә ярата малай. Әммә ата - әсәләренең вафатынан
       һуң был күңелле ваҡыт үткәреүҙәрҙән баш тартырға тура килә.
       Башланғыс мәктәпте тамамлағас, ул слесарь уҡыусыһы булып эш кә инә. Яҡшы уҡытыусылар тура килә уға: П. В. Россихин һәм Ф . М. Половянюк. Бер нисә айҙан һуң Георгий Ветошников Өфө яҙ ыу машинкалары етештереү заводында слесарь булып эшләй башла й. 1938 йылда Ветошников Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Тынысһыҙ
       ваҡыттар етә. Ҡыҙылармеец Хәсән күле эргәһендә үҙенең тәүге
       һуғышына инә, артабан 1939 - 1940 йылғы совет - фин һуғышын да ҡатнаша.
       Хеҙмәт аҙағына яҡынлаша. 1941 йылдың яҙын Георгий Өфөлә ҡ аршы ала. Ағиҙелдә һыу ташыуы, муйыл, сирень ағастарының шау
       сәскәлә ултырыуҙарына ҡарап һоҡлана. Әммә ике - өс ай ваҡы т та үтеп өлгөрмәй, репродукторҙан ҡурҡыныс хәбәр тарала: фа шист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыш башланған. Ул ваҡытта Ветошни ковтың шофер һөнәренә лә эйә булып өлгөрә. Йөк машинаһының руле артында фронтҡа килә.
       Беҙҙең ҡала егете 5 - се понтон - күпер бригадаһының взво д командиры итеп тәғәйенләнә (Көньяҡ - Көнбайыш фронт).
       Георгий Ветошников Мәскәү өсөн һуғыштарҙы ла үтә, Сталинг радты азат итеүҙә ҡатнаша, Дон һәм Төнъяҡ Донец аша сыға. Тә үге яраланыу, тәүге награда - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла урап үт мәй. Алда Гоголь үҙ әҫәрҙәрендә данлаған данлаған Днепр йы лғаһы. Документтар хәбәр итеүенсә, иҫтәлекле һуғыш тап ошонд а уҙа.
       Георгий Александрович Ветошников Губенское ауылы эргәһенд ә ( Запорожье өлкәһе) Днепр аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1 943 йылдың 26 сентябргә ҡараған төнөндә өлкән сержант Георги й Ветошников дошмандың көслө уты аҫтында йылға аша беренсе к атерҙы алып сыға. Яраланыуына ҡарамаҫтан, ул беренсе булып д есантты уң яҡ ярға килтереп еткерә.
       Советтар Союзы Геройы исеме Г. А. Ветошниковҡа 1944 йылды ң 19 мартында бирелә. Был турала ул госпиталдә ишетә. Уға ге нералдан хат тапшыралар:
       "Һеҙҙе ысын йөрәктән юғары хөкүмәт наградаһы тапшырылыуы,
       Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе менән ҡотлайым һәм нем ец - фашист илбаҫарҙарын тулыһынса тар - мар итеп бөтөүҙә хә рби уңыштар теләйем.
       3 - сө Украина фронтының инженер ғәскәрҙәре начальнигы, и нженер ғәскәрҙәре генерал - полковнигы Котляр".
       Госпиталдән һуң Георгийға ял бирәләр. Ул тыуған яғына ҡай та. Тыуған заводында булған осрашыу хәтерҙә ҡалған. Унда инд е хәҙер яҙыу машинкалары түгел, мина етештерелә. Элекке дуҫт ар ҙа юҡ, Павел Россихин, Василий Иванов, Александр Калинин һуғышҡа киткән. Заводта ҡатын - ҡыҙҙар һәм үҙмерҙәр генә тир
       түгә. Герой ҡайтыуы тураһындағы хәбәр уларҙың барыһын да ми тингҡа йыя. Завод коллективы Советтар Союзы Геройы Г. А. Вет ошников хөрмәтенә стахановсылар айлығы иғлан итә. Ул үҙе лә сығыш яһай, дошмандарҙы туҡмарға, яҡташтарының йөҙөнә ҡыҙылл ыҡ килтермәҫкә вәғәҙә итә.
       Артабанғы фронт юлдары тураһында өсмөйөшлө хаттар хәбәр итеп тора ( уларҙы беҙгә апаһы - Вера Александровна күрһәтте ).
       "Сикте аша үттек. Сталинград иҫкә төштө. Унда булғандар ф ашизмдың нимә икәнен белә. Фашистарҙың кәрәген бирәбеҙ. Тиҙҙ ән һуғыш тамамланасаҡ...".
       "Венгриялабыҙ. Бында ҡыш юҡ. Башҡортостан ҡышын һағынам.. .".
       "Будапештта һәр урам, һәр йорт өсөн һуғышабыҙ. Имен - һау мын...".
       Венала, Белградта Үҙәк майҙанда төшкән фотоларында Георги й Александрович артыҡ сәләмәт булып күренмәй. Был ысынында л а шулай була. Башында фашист минаһының ярсығы тороп ҡала, бо ҙло һыу аша йылға кискән ваҡыттар ҙа һаулыҡҡа тәьҫир итмәй ҡ алмай.
       Врачтар Ветошниковты госпиталгә һалырға мәжбүр була. "Һуғ ыш бөткәс дауаланырбыҙ", - тип ныҡыша ул. Әммә бушҡа ғына. У ны башта армия госпиталенә һалалар, һуңынан Советтар Союзыны ң иң яҡшы дауаханаларының береһе урынлашҡан Бакуға ебәрәләр.
       Тәҙрәнән Каспий, нефть вышкалары күренә. Әммә ул тыуған яғы н һағына. Тыуған яҡта һауа ла шифалыраҡ, ти ул. Ә врачтар и нде бер ниндәй ҙә ҡайтыу тураһында һүҙ алып бармай. Егеттең сәләмәтлеге көндән көн насарлана бара.
       1946 йылдың 9 мартында Г. А. Ветошников вафат була. Өфөнө ң егерме һигеҙ йәшлек батыр егете, Советтар Союзы Геройын һу ңғы юлға Баку эшселәре оҙата.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал