6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Күрәһеләр бар икән
09.03.05


       "Салауат Юлаев" миҙгелдә иң ҙур еңелеү кисерҙе, иҫәп - 0
       : 5. Бындай ихтыярһыҙ уйынды Өфө көйәрмәндәре күптән күргән е юҡ ине.
       Башта уҡ күптәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе: "Металлург" һәм илеб еҙҙең йыйылма командаһының билдәле ҡапҡасыһы Евгений Набоков
       Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраған ваҡытта НХЛ коман даһы "Сан - Хосе Шаркстың" шлемын да сисмәйенсә, "Г" хәрефе кеүек бөгөлөп торҙо (флагтарға баш эйгәндәй). Журналистарҙың
       береһе хатта: "Набоков был баш кейемен йыуынғанда, ҡырынған да, хатта ҡатынын яратҡанда ла сисмәйҙер, моғайын" тип шаярт ып ҡуйҙы.
       Нисек кенә булмаһын, был көнө "юлаевсыларҙың" был шлем ху жаһына көсө етмәне. "Металлург" ҡапҡасыһы һис бер көс күрһәт мәйенсә һәр шайбаны кире ҡағып торҙо, ул ғына ла түгел ҡапҡа нан алыҫҡа китеп партнерҙарына шайба тапшырырға ла өлгөрҙө. "Салауат Юлаевтың" капитаны Андрей Сидякин ғына беренсе пери одта Набоков ҡапҡаһына шайба индерә ала ине, әммә...
       "Юлаевсыларҙың" ҡапҡасыһы Йони Пуурула иһә был көнө бөтөн ләй "һул аяғынан торған ине", буғай. Ул үткәргән дүрт шайбан ың өсөһө бик үк отошло булмаған позициянан индерелде. Тәүге голды "Металлургтар" Разиндың тапшырыуынан һуң үткәрҙе. Икен се периодта ҡунаҡтар дүрт минут эсендә өс тапҡыр үҙҙәрен күр һәтеп өлгөрҙө. "Юлаевсыларҙың" тамам танауы төштө һәм улар у йын аҙағына тиклем лайыҡлы яуап бирә алманы. Өфө командаһыны ң эскәмйәһенә ырғытылған чупа - чупс та Ишмәтов командаһын с ығырынан сығарманы. Пууруланы алмаштырған Сергей Николаев ыш аныслы уйнамаһа, иҫәп тағы ла хәтәрерәк булыуы мөмкин ине. У л һаҡлаған ҡапҡаға ҡунаҡтар бер шайба ғына индерә алды.
       "Юлаевсылар" араһында Сергей Николаевтан тыш Дмитрий Зюзи нды ғына билдәләргә була, әммә уларҙың уйыны ла бөгөн дегет мискәһенә ырғытылған бер ҡалаҡ балды хәтерләтте.
       Матбуғат конференцияһында журналистар "юлаевсыларҙың" тре нерын оҙаҡ ебәрмәй тотто.
       Рафаил Ишмәтов:
       - Турнирға ҡоро теләк менән генә сығыу етмәй. Оҫталыҡ кәр әк. Оҫталыҡ етешмәүе - барлыҡ Рәсәй хоккейының беренсе проб лемһы.
       - Рафаил Ғәзиз улы, ә ниңә Логинов уйнаманы
       - Ҡулын һындырҙы.
       - Барыһы ла Ишмәтов киләһе миҙгелгә команда әҙерләй тип я ҙа. Был команда буласаҡмы беҙҙә
       -"Аҡ Барстың" бюджеты булһа, оҫталарға ҡағылышлы һорауҙар
       тыумаясаҡ. Әммә был кәрәкме һуң Миңә килгәндә, бындай сәйә сәткә ҡаршымын һәм беҙ икенсе юлдан барабыҙ.
       - Рафаил Ғәзиз улы, ниңә һеҙ өсөнсө периодта Аншаковты эс кәмйәгә ултырттығыҙ
       - Аншаков бөгөн "аҡыллы" уйнаны. Шуға күрә уны ЦСКА соста вынан алырға тура килде.
       - Ниңә икенсе уйын рәттән Сальников уйнамай
       - Сальниковта йондоҙ ауырыуы. 86 - сы йылғы ғына егет "йо ндоҙ эләктергән", хатта атлауын да үҙгәрткән. Беҙ ошо ауырыу ҙы дауалайбыҙ.
       - Бәләкәй Зюзин һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы
       - Уға суперлигаға өйрәнергә, кем әйтмешләй "дары еҫен еҫк әргә" кәрәк әле.
       - Ниңә һеҙ Пууруланы алданыраҡ алмаштырманығыҙ
       - Серҙе бер аҙ аса бирәм. Беҙ уның менән контрактты оҙайт ыу тураһында һөйләштек. Уға мөмкин тиклем күберәк матчтарҙа ҡатнашырға мөмкинселек бирергә ҡарар ителде. Бөгөнгө уйында ул беренсе голда ғына ғәйепле. Башҡалары һаҡсыларҙың хаталар ы арҡаһында индерелде.
       - Рафаил Ғәзиз улы, командала Волков етмәгән кеүек тойолм аймы
       - Етмәй, әлбиттә. Унан тыш Фетисов, Ларионов, Крутов, ҡап ҡала Третьяк етмәй (йылмая).
       - Һеҙҙең уйынсылар эскәмйәһенә осҡан чупа - чупс тураһынд а нимә уйлайһығыҙ
       - Бындай хәл беҙҙә генә була тип уйларға кәрәкмәй. Көйәр мәндәр культураһы - айырым культура. Миҫал килтерәм. Беҙ Кан адала донъя беренселегендә еңеү яуланыҡ. Биш минут буйына тр ибуналар тынлыҡта ҡалды. Биш минуттан һуң беҙҙең команданы а лҡышлай башланылар. Был икенсе культура.
       Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Макаров был ми ҙгелдә Магнитогорск "Металлургы" өсөн күп кенә матч үткәрҙе.
       Һуңынан миҙгел аҙағына тиклем "Салауат Юлаев" командаһына ҡ айтты. Бөгөн йәш талантлы хоккейсы еңелеүҙәренә шул тиклем б орсолған ине, ул хата матчҡа тулы анализ да бирә алманы:
       - Ниңә бындай иҫәп менән еңелеүебеҙҙе аңлатыуы ҡыйын."Мет аллург" командаһы оҫтараҡ булыуы арҡаһындалыр, моғайын, ә бе , "Динамо" менән осрашыуҙан арығанбыҙ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал